Эстәлеккә күсергә

Смирнов Константин Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Смирнов Константин Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 июль 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 октябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (63 йәш)
Һөнәр төрө ғалим, археолог
Эшмәкәрлек төрө археология[1], раскопки[d][1], археологический памятник в Германии[d][1] һәм археологический памятник[d][1]
Эш урыны Институт археологии РАН[d]
Уҡыу йорто Мәскәү философия, әҙәбиәт һәм тарих институты[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Греков, Борис Николаевич[d]
Аспиранттар Анатолий Степанович Скрипкин[d]
Әүҙемлек урыны СССР[1]

Константин Федорович Смирнов (28 июль 1917 йыл — 8 октябрь 1980 йыл) — совет археологы, тарих фәндәре докторы, скиф-сармат археологияһы өлкәһендәге белгес.

Константин Федорович Смирнов Тула губернаһының Ненашево ауылында тыуа. 1940 йылда Чернышевский исемендәге Мәскәү Тарих, философия һәм әҙәбиәт институтының Тарих факультетының археология бүлеген тамамлай. «Көньяҡ Урал буйы һәм Волга буйы далаларында сармат ҡурған ҡәберҙәре» (1946 йыл) темаһына — кандидатлыҡ һәм «Савроматтар» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (1965 йыл). 1946 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем СССР Фәндәр академияһы Археология институтының скиф-сармат археологияһы секторы ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1955 йылда төҙөләсәк Волга ГЭС-ының ыһу аҫтында ҡаласаҡ зонаһында ҡаҙыныу эштәре алып барған Сталинград археология экспедиция етәксеһе итеп тәғәйенләнә.1956—1974 йылдарҙа Түбәнге Волга буйы һәм Урал алды территорияларында бронза дәүере, сармат, савромат мәҙәниәтенн тикшереүсе Көньяҡ Урал археология экспедицияһы етәксеһе.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: сарматтар һәм савроматтар.

Уның етәкселегендә Быково һәм Политотдельский ауылдарында ҡурған ҡәберлектәре тикшерелә.

Сармат археологияһы проблемаларының күпселеген эшләүгә ҙур өлөш индерә. Оҙайлы ваҡыт дауамында СССР-ҙа фәндең был йүнәлеше буйынса бәхәсһеҙ лидер булып тора. 100-гә яҡын хеҙмәт, шул иҫәптән:

  • «Воо­ру­же­ние сав­ро­ма­тов» (М., 1961),
  • «Сав­ро­ма­ты. Ран­няя ис­то­рия и куль­ту­ра сар­ма­тов» (М., 1964),
  • «Сар­ма­ты на Иле­ке» (М., 1975),
  • «Про­ис­хо­ж­де­ние ин­дои­ран­цев в све­те но­вей­ших ар­хео­ло­ги­че­ских от­кры­тий» (М., 1977; Е. Е. Кузь­ми­на менән авторлыҡта);
  • «Сар­ма­ты и ут­вер­жде­ние их по­ли­ти­че­ско­го гос­под­ства в Ски­фии» (М., 1984) монографиялары авторы.
  • Мелюкова А. И., Мошкова М. Г. Памяти Константина Фёдоровича Смирнова // Советская археология. — 1981. — № 3.
  • Скрипкин А. С. К. Ф. Смирнов — исследователь савромато-сарматской культуры // История и культура сарматов. — Саратов, 1983.
  • Ко­ре­ня­ко В. А. К. Ф. Смир­нов как ис­сле­до­ва­тель // Ис­то­ри­ко-ар­хео­ло­ги­че­ские ис­сле­до­ва­ния в Азо­ве и на Ниж­нем До­ну в 1992 го­ду. — Азов, 1994. Вып. 12.
  • Мошкова Т. Г. Константин Фёдорович Смирнов — учёный и человек. Материалы VI международной конференции «Проблемы сарматской археологии и истории», Челябинск (неопр.) (видео) (недоступная ссылка) (24 мая 2007). Дата обращения 14 августа 2013. Архивировано 24 февраля 2013 года.
  • Смирнов Константин Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Smirnov, Konstantin Fedorovič // Чешская национальная авторитетная база данных