Собрино де Ботин
Собрино де Ботин | |
исп. Sobrino de Botín | |
Нигеҙләү датаһы | 1725 |
---|---|
Дәүләт | Испания |
Административ-территориаль берәмек | Мадрид |
Урынлашҡан урамы | улица Кучильерос[d] |
Адрес | calle de Cuchilleros, 17 |
Рәсми сайт | botin.es |
Собрино де Ботин Викимилектә |
Собрино де Ботин (исп. Sobrino de Botín) — донъялағы боронғо өҙлөкһөҙ эшләүсе ресторан (Гиннес рекордтар китабы[1] буйынса). Ресторанға 1725 йылда нигеҙ һалынған[2]. Рәссам Франсиско де Гойя Королдең зауыҡлы сәнғәт академияһына уҡырға алыуҙарын көткән сағында Ботин кафеһында официант булып эшләй. Ресторан Эрнест Хемингуэй романында һәм Бенито Перес Гальдостың «Фортуната и Хасинта» китабында (1886—1887 йылда баҫыла) телгә алына. Ресторан Мадридтың Кучильерос урамындағы 17-се йортта урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ресторанға француз Жан Ботин һәм уның ҡатыны 1725 йылда нигеҙ һала һәм ресторан башта Каса Ботин (исп. Casa Botín) тип атала. Ботиндың туғаны Кандидо Ремис ресторанды мираҫҡа алғас, уның исемен «Собрино де Ботин» тип үҙгәртә. Был исем беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Собрино испан теленән «туған» тип тәржемә ителә. 1868 йылда ресторанда утын яғып бешерә торған мейес һалына.
Ресторан үҙенсәлекле рецептар ҡулланыуҙан тыш бер ваҡытта ла уты һүнмәгән мейесе менән билдәле билдәле[3]. Ресторан һәм уның төп ризығы асадо кочинильо (исп. cochinillo asado, ҡыҙҙырылған сусҡа бәрәсе ите) Эрнест Хемингуэйҙың «И восходит солнце (Фиеста)» романының һуңғы биттәрендә телгә алына. Икенсе де сопа ахо (херес һәм һарымһаҡ өҫтәлгән тауыҡ һурпаһында бешерелгән йомортҡа) ризығы Мадрид ирҙәренең потенцияһын күтәреү сараһы булараҡ ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Ресторан фасадына 1971 йылдың 25 майында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡуйған таҡтаташта был урындың Бенито Перес Гальдостың «Фортуната и Хасинта» китабында телгә алыныуы тураһында яҙылған. Әммә ресторан романда икмәкхана тип күрһәтелгән.
1920 йылда уҡ «Собрино де Ботин» Деэса-де-ла-Вильела пикник өсөн майҙансыҡтар итеп үҙ филиалдарын аса. XХ быуатта ресторан менән Гонсалестар ғаиләһе (Эмилио Гонсалес һәм Ампаро Мартин) идара итә. 2004 йылдың ғинуарында Гонсалес ғаиләһе Мексикала «Собрино де Ботин» филиалын аса (унда үҙенсәлекле төп мейестең күсермәһе ҡуйылған).
Инглиз телендә был урынды телгә алыусы авторҙар — Грэм Грин(«Монсеньор Кихот» романы) һәм Фредерик Форсайт («Икона» һәм «Кобра» романдары). Шулай уҡ сәйәсмән Индалесио Прието «Моя жизнь» китабында «иҫ китмәле бартолильос де Ботин» тураһында яҙа.