Башҡортостан йәмәғәт именлеге советы
Башҡортостан йәмәғәт именлеге советы | |
---|---|
Дөйөм мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән | 5 апреля 1994 года |
Штаб-квартира | Башҡортостан, Өфө, Республика Йорто |
Рәйес | Рөстәм Зәки улы Хәмитов |
Секретарь | Рәмил Кәбир улы Исҡужин[1] |
Сайт | |
[1] |
Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы — Башҡортостандың ведомство-ара конституцион органы.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Президентының 1994 йылдың 5 апрелендәге указына ярашлы Башҡортостан Республикаһы именлек советы булдырыла. Был конституцион органдың төп маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһы Президентының кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау, Башҡортостандың иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен, уның территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу тора.
Совет Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, федераль һәм республика закондарына, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа норматив-хоҡуҡи акттарына нигеҙләнеп эшләй.
2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы тип атала.
Совет составына секретарь һәм Башҡортостан Президенты тәғәйенләп ҡуйған башҡа ағзалар инә, ә Президент үҙ сиратында уның рәйесе булып тора.
Йәмәғәт именлеге советы ултырыштары кварталға бер тапҡырҙан да кәм булмаған йышлыҡта үткәрелә.
Төп бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан йәмәғәт именлеге советының төп бурысы булып тора:
- республикала йәмәғәт именлеген тәьмин итеү стратегияһының төп йүнәлештәрен билдәләү;
- Башҡортостан Республикаһы Президентына республикала йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләй;
- Башҡортостанда йәмәғәт именлеген тәьмин итеү өлкәһендә республика маҡсатлы программаларын әҙерләүҙе ойоштороу;
- Башҡортостан территорияһында йәмәғәт именлеге объекттарына янаған хәүефте асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса оператив ҡарарҙар әҙерләү;
- Башҡортостанда йәмәғәт именлеген тәьмин итеү өлкәһендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу процесында республиканың башҡарма власть органдарының эшмәкәрлеген координациялау буйынса тәҡдимдәр эшләү, уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау.
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. Ғ. Рәхимов (1994 йылдан)
- Р. З. Хәмитов (2010 йылдан)
- Р. Ф. Хәбиров (2018 йылдан)
Секретарҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Р. К. Исҡужин (2013 йылдан башлап).
- М. Ш. Мәһәҙиев (2011 йылдан алып)
- А. И. Шабрин (1998 йылдан алып)
- В. Н. Антипин. (1994 йылдан алып)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 304 с.
- Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәмәғәт именлеге советы.// Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә. 2014 йыл 26 май архивланған.
- 1994 йылдың 5 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты указы № УП-176 «Башҡортостан Республикаһы именлек советы тураһында»
- 1998 йылдың 7 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты указы № УП-831 (2003 йылдың 25 ғинуарындағы ред.) «Башҡортостан Республикаһының именлек советы тураһындағы положениены раҫлау тураһында»
- Башҡортостан Президенты указы менән Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы составы раҫланды.//ИА «Башинформ», 2003 йылдың 28 ғинуары.