Соколки (Силәбе өлкәһе)
Соколки | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кизильское сельское поселение[d][1] һәм Силәбе өлкәһе |
Халыҡ һаны |
187 кеше (2002)[2], 146 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 457610 |
Соколки — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы ҡасаба. Ҡыҙыл ауылы биләмәһе составына инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаға 1902 йылда үҙәк губерна күсенселәре тарафынан Ҡыҙыл станицаһы сигендә казактарҙан ҡуртымға алған ерҙәрҙә утар булараҡ нигеҙ һалына. Атамаһын яҡындағы Соколкиҙың ҡотоғо исеменән ала. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы 1920 йылдарҙа Грязнушинский ауыл Советы составына инә. 1947 йылда Соколкиға Башҡортостандан күскенселәр килә. Мәктәп төҙөлә. 1950 йылдарҙа ҡасаба территорияһында «Яҡтылыҡ» колхозы, һуңғараҡ Ленин исемендәге колхоз ойошторола. 1965 йылда клуб, медпункт төҙөлә. 1980—90 йылдарҙа Соколки ҡасабаһында Ленин исемендәге колхоздың бригадаһы эшләй (баҫыусылыҡ, умартасылыҡ, малсылыҡ), уның базаһында 1990 йылдар аҙағында бер нисә фермерлыҡ хужалыҡ ойошторола[4]. Ҡасабаны күрше тораҡ пункттар менән шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә һәм ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ 22 км.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Силәбе өлкәһенең көньяғында, Көньяҡ Урал тауы алды сиктәрендә[5], дала зонаһында, Урал йылғаһының уң яҡ ярында, райондың административ үҙәге Ҡыҙыл ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡасабаның диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 295 метр[6].
- Климаты
Климаты эҫе, ҡоро йәйе һәм ҡырыҫ ҡышы менән ҡырҡа континенталь. Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме- 266 мм, иң һалҡын айҙа (ғинуар) уртаса температура -17,9°С, иң йылы (июлдә) — 19,9°С тәшкил итә[7].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[8] | 2010[9] |
187 | ↘146 |
Халҡы 187 кеше тәшкил итә (1926 йылда — 107, 1956 йылда — 105, 1970 йылда — 135, 1983 йылда — 148, 1995 — 226 кеше).
- Гендер составы
2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың гендер структураһында 45,9 % ир-егет һәм 54,1 % ҡатын — ҡыҙ тәшкил итә
- Милли составы
2002 йылда халыҡ иҫәбен алыуҺөҙөмтәләргә ярашлы халыҡтың милли структураһында башҡорттар — 40 %, урыҫтар 36 % тәшкил итә[10].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала ике урам һәм бер тыҡрыҡ бар[11]:
- Дөрөҫлөк урамы
- Хеҙмәт урамы
- Үҙәк тыҡрыҡ
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Соколки
- ↑ Туристический паспорт Кизильского муниципального района. Официальный сайт Администрации Кизильского муниципального района Челябинской области.
- ↑ Sokolki (англ.). GeoNames.
- ↑ Просмотр Туристический паспорт Кизильского муниципального района . Официальный сайт Администрации Кизильского муниципального района Челябинской области.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Коряков Ю. Б.База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Кизильский р-н → Соколки п.