Эстәлеккә күсергә

Соловьёв Владимир Геннадиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Соловьёв, Владимир Геннадиевич битенән йүнәлтелде)
Соловьёв Владимир Геннадиевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Геннадьевич[d]
Тыуған көнө 14 ноябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Ногинск, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, тележурналист, кинопродюсер
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты
Ойошма ағзаһы Совет при Президенте Российской Федерации по развитию гражданского общества и правам человека[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
 Соловьёв Владимир Геннадиевич Викимилектә

Соловьев Владимир Геннадиевич (14 ноябрь 1964 йыл) — Рәсәй тележурналисы, сәйәси күҙәтеүсе, телетапшырыуҙар алып барыусы, телепродюсер. 2017 йылдың 25 ноябренән Рәсәй Журналистар союзы рәйесе. РФ Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы[1]

Владимир Соловьев 1964 йылдың 14 ноябрендә Мәскәү өлкәһенең Ногинск ҡалаһында тыуа.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ногинск монтаж ҡулайламалары тәжрибә заводында (НОЗМП) слесарь булып эшләй.

19821984 йылдарҙа Совет Армияһында, КДВО авиацияһында хеҙмәт итә: реактив самолеттар двигателен ремонтлау буйынса механиктар бүлексәһе командиры.

1990 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетының халыҡ-ара бүлеген тамамлай[2]. Уҡыу йылдарында ваҡытында «Ҡараш» һәм «Үҙгәртеп ҡороу прожекторы» кеүек тапшырыуҙарға видеосюжеттар эшләй[3]. Дипломды Югославияла, Белград университетының сәйәси фәндәр факультетында яҙа. Диплом темаһы — Федератив Югославияның мәғлүмәт программалары. Белградта уҡыу ваҡытында СССР Үҙәк телевидениеһының ул саҡтағы Югославия буйынса хәбәрсеһе Виктор Ногин менән таныша[4].

Телевидениела — 1990 йылдан.

1990—1991 йылдарҙа СССР Үҙәк телевидениеһының телевизион яңылыҡтар хеҙмәтендә (ТСН) мөхәррир һәм хәбәрсе булып эшләй.

1991—1992 йылдарҙа Рәсәй телевидениеһының (ВГТРК) «Хәбәрҙәр» комментаторы.

1992—1997 йылдарҙа[5] — «Останкино» РГТРК-һының (һуңғараҡ — ЗАО «ОРТ») Югославияла үҙ хәбәрсеһе, Балкандағы телерадиокомпанияның бүлек мөдире[6][7]. Оператор Кляный Анатолий менән бергә эшләй. Һәләк булған Виктор Ногин һәм Геннадий Куринныйҙы алмаштарып, Анатолий Клян менән бергә Югославияның һуғыш барған барлыҡ фронттарын һәм күрше илдәрҙе йөрөп сыға, Косовола һәм Боснияла НАТО ғәскәрҙәренең бомбаға тотоуы аҫтында эшләй.

Тыуған иленә ҡайтҡас, ул беренсе һәм икенсе чечен һуғышында 12 тапҡыр Чечняла командировкала була. Һуңғы интифада ваҡытындағы 9 сәфәре барышында Иерусалимда дөйөм алғанда ярты йылдан ашыу йәшәй.

Хәрби хәбәрсе сифатында 7 һуғышты үтә.

1997—1999 йылдарҙа ТВ-6-ла тергеҙелгән ТСН-да эшләй. Күҙәтеүсе була, Анна Федотова менән бергә ярты йыл ТВ-6-ла «Көн яңылыҡтары» мәғлүмәт программаһының киске сығарылышын алып бара. «Кешеләр донъяһында» программаһын һәм махсус сығарылыштарҙың алып барыусыһы була. ТСН ТВ-6 менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартҡас, 1999 йылдың декабрендә «ОРТ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәғлүмәт программалары дирекцияһына эшкә күсә[8].

1999 йылдың декабренән[9] 2005 йылдың ғинуарына тиклем — «ОРТ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәт программалары дирекцияһы комментаторы (2002 йылдың сентябренән — «Беренсе канал» ААЙ). «Яңылыҡтар», «Ваҡыт» һәм «Заманалар» программалары өсөн репортаждар әҙерләй[10]. Уның профессиональ эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе — СССР һәм Рәсәй президенттары — Горбачев, Ельцин, Путин менән эксклюзив интервьюлар яҙҙырыу. Шул иҫәптән Путиндың РФ Президенты вазифаһын башҡарыусы итеп тәйенләнгәндән һуң иң беренсе әңгәмәһе. Ул 2000 йылдың 4 ғинуарында сыҡҡан «Ваҡыт» программаһының тотош эфирын ала[3]. Күп йылдар эшләп «Кремль пулы» составында эшләй, ил һәм донъя буйлап Б. Н. Ельцинды, В. В. Путинды оҙатып йөрөй, 64 командировкала була. 2001 йылдың 11 сентябрендәге ваҡиғаларҙан һуң ай дауамында АҠШ-та эшләй. Чечен кампанияһы осоронда Аслан Масхадов, Шамил Басаев, Хаттаб, Зелимхан Яндарбиев һәм Сәлмән Радуев менән әңгәмәләр яҙҙыра. Рәсәйҙә президент һайлауында тауыштарҙы иҫәпләү барышында ике — 2000 йылдың 26 марты һәм 2004 йылдың 14 мартында һайлауҙарҙа ҡатнаша[11].

Бынан тыш, ул шулай уҡ Сербия, Черногория, Босния һәм Герцеговина, Македония, Албания президенттары менән әңгәмәләр эшләй. Төрлө ваҡытта Соловьев донъя сәйәсәтенең күренекле фигуралары — Кондолиза Райс, Генри Киссинджер, Хавьер Солана, Шимон Перес, шулай уҡ Рәсәй губернаторҙар, депутаттар, сәйәси, йәмәғәт һәм мәҙәни эшмәкәрҙәре менән әңгәмәләр эшләй.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
В. г. Соловьев һәм А. Н. Сокуров Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен ңҫтерең һәм кеше хоҡуҡтарын буйынса совет ултырышында (2018 йылдың 11 декабре)

2018 йылдың 3 декабрендә РФ Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет составына индерелә[1].

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау ҡағыҙы (2019 йыл 17 июль) — ватан киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[12].
  1. 1,0 1,1
  2. Наш дом на Моховой. Дата обращения: 19 февраль 2018. Архивировано 20 февраль 2018 года. 2018 йыл 20 февраль архивланған.
  3. 3,0 3,1 Владимир Соловьев.
  4. Достойные знания и памяти. Глава Союза журналистов России о чести, достоинстве и профессионализме.
  5. Евгений Рожков. Анатолий Клян: жизнь и работа на войне. Вести недели. Интернет-канал «Россия» (6 июль 2014). Дата обращения: 14 май 2016. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Владимир Соловьёв: "Важно не то, что говорить, а то, как говорить. И не бояться правды" - Аргументы Недели. Дата обращения: 9 декабрь 2010. Архивировано 29 август 2013 года.
  7. Оператор Первого канала Анатолий Клян погиб под Донецком во время обстрела. Первый канал (6 июль 2014).
  8. ТЕЛЕНОВОСТЬ. Скоро трупы будут и на "М 1" (7 август 2000).
  9. Кто есть кто на российском телевидении — 2001. Соловьёв Владимир Геннадиевич. Дата обращения: 28 сентябрь 2014. Архивировано 14 февраль 2015 года. 2015 йыл 14 февраль архивланған.
  10. И тогда настанут совсем другие «Времена»… 2014 йыл 19 декабрь архивланған.
  11. «Нью-Манеж»: рестораны, бары, гаражи.
  12. Распоряжение Президента Российской Федерации от 17 июля 2019 года № 235-рп «О поощрении»