Сомали телдәре
Сомали телдәре | |
Дәүләт | Сомали |
---|---|
Сомали телдәре Викимилектә |
Сомали телдәре — Сомалиҙа таралған һәм ҡулланылған телдәр.
Дәүләт телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сомали теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сомали теле — Сомалиҙа киң таралған һәм илдең күпселек халҡы өсөн туған тел. Ул Афразия телдәре макроғаиләһенең бер өлөшө булып торған Кушит телдәре ғаиләһе составына инә. Туғандаш телдәре — афар теле һәм сахо.
Әлеге ваҡытта ошо телдә һөйләшеүселәрҙең теүәл һаны билдәле түгел. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, сомали телендә һөйләшеүселәрҙең 7,78 миллионы Сомали территорияһында йәшәй һәм 12,65 миллионы донъя буйылап таралған.
Сомали телендә Сомали халҡы, шулай уҡ Джибути, Эфиопия, Йәмән һәм Кения халҡының бер өлөшө һөйләшә.
Сомали телендә 3 төп диалект бар: Төньяҡ, Банадир һәм Май-май. Иң киң таралған диалект — төньяҡ диалекты һәм стандарт сомали теле булараҡ классификациялана. Банадир Сомалиҙың көньяҡ өлөшөндә Банадир төбәгендә таралған. Май-Май диалектында Дигир һәм Мирифл кландары һөйләшә.
Ғәрәп теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сомалиҙа сомали теле менән бер рәттән ғәрәп теле икенсе дәүләт теле булып тора. Был — Сомалиҙың ислам дәүләте булыуы һәм уның йоғонтоһонда ғәрәп теле һеңдерелеүе, шулай уҡ илдең Ғәрәбстан ярымутрауы менән йәнәш булыуы һөҙөмтәһе. Күпселек мәктәптәрҙә ғәрәп теле уҡытыла, ошо телдә ислам ҡанундары һәм яҙмалары өйрәнелә, шулай уҡ ислам йыйындары үткәрелә. Күпселек киң мәғлүмәт саралары ла ғәрәп телендә.
Сит телдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәптәрҙә инглиз теле киң уҡытыла. Элек итальян теле рәсми булһа, бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң уның йоғонтоһо кәмей. Икенсе тел — этник браванес диалекты (чимвини йәки чимбалази булараҡ билдәле) этник әҙселекте тәшкил иткән браванес халҡының туған теле.
Хәҙерге ваҡытта Сомалиҙа барлығы 14 тел бар: авеер, инглиз, ғәрәп, боон, боран-арси-гуджи-оромо, гарра, дабарра, джиидда, итальян, маайя, мушунгулу, сомали, суахили, тунни.
Ишара теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сомалиҙың ишара теле (SSL) Сомали һәм Джибути йәмғиәттәренең һаңғырауҙары ҡулланған ишара теле. Ул Кенияла, Ваджирҙа һаңғырауҙар мәктәбендә белем алған Сомали гражданы тарафынан булдырыла. 1997 йылда ул Брама ҡалаһында тәүге һаңғырауҙар мәктәбенә нигеҙ һала.
Яҙыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам менән бергә ғәрәп яҙмаһы тарала. 1972 йылда Сомали президенты Сиад Барре сомали тел белгесе Шире Джама Әхмәд тарафынан махсус рәүештә телгә яраҡлаштырылған латиница менән таныштыра. Алфавитта 21 һуҙынҡы һәм 5 тартынҡы бар, унда p, v һәм z хәрефтәре юҡ. Быға тиклем 60-сы йылдарҙа яҙма тураһында киң бәхәстәр бара, тиҫтәләгән яҙма һәм алфавит системаһы эшләнә. Быға тиклем ғәрәп яҙмаһында нигеҙләнгән Османья, Борама һәм Каддаре системаһы ҡулланылған була.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Diriye Abdullahi, Mohamed. 2000. Le Somali, dialectes et histoire. Ph.D. dissertation, Université de Montréal.
- Saeed, John Ibrahim. 1987. Somali Reference Grammar. Springfield, VA: Dunwoody Press.
- Saeed, John Ibrahim. 1999. Somali. Amsterdam: John Benjamins.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Языки Сомали (инг.)
- Joshua Project