Сопова Анна Дмитриевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сопова Анна Дмитриевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Донецк, Донецкая губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 31 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (18 йәш)
Вафат булған урыны Краснодон[d], Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Ерләнгән урыны Краснодон[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө подпольщик, антифашист
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены медаль «Партизану Отечественной войны»
 Сопова Анна Дмитриевна Викимилектә

Сопова Анна Дмитриева (10 май, 1924 йыл[1] — 31 ғинуар, 1943 йыл) — антифашист-подпольщик, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ваҡытлыса оккупацияла ҡалған Краснодондағы «Йәш гвардия» йәшерен комсомол ойошмаһы ағзаһы[2] .

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сопова Анна Дмитриевна 1924 йылдың 10 майында Украина ССР-ының Донецк губернаһы, Артемовск округы Шевырёвка ауылында (хәҙер Украинаның Донецк өлкәһе Донецк ҡалаһы сите) эшсе Дмитрий Петрович (Пепугович)[3] һәм хужабикә Прасковья Ионовна Соповтар ғаиләһендә тыуа. Мәрйә. Ауыл мәктәбендә 3 класс тамамлай. 1935 йылда ғаилә Краснодонға күсенә, артабан ҡаланың 1-се мкәтәбендә белем ала.

1939 йылда Анна комсомолға инә. Пионерҙар вожатыйы була. Һуғыш алдынан 9-сы класты тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Анна комсомол ойошмаһы исеменән яралыларға медикаменттар, «Молотов коктейле» өсөн шешәләр йыя. Һуңынан шахтала эшләй. Краснодон немец оккупацияһында булғанда ваҡытында «Йәш гвардия» йәшерен комсомол ойошмаһына инә[4]. Звено командиры итеп һайлана. Анна м Сопова йәшерен ойошма эшендә әүҙем ҡатнаша.

Листовкалар яҙа һәм йәбештерә, немец оккупация ғәскәрҙәренең һаны һәм урынлашыуы тураһында мәғлүмәттәр йыя, 1942 йылдың 7 ноябргә ҡараған төнөндә дирекцион өҫтөнә ҡыҙыл флаг ҡаҙау акцияһында ҡатнаша.

1943 йылдың ғинуарынан һуң молодогвардеецтарҙы ҡулға ала башлағас та Анна Сопова Краснодонда ҡала, әсирҙәргә ашарға ташый, уларҙың ҡасыуын ойоштороуҙы планлаштыра.

Әммә 1943 йылдың 25 ғинуарында уның үҙен ҡулға алалар һәм 31 ғинуарҙа язалайҙар.

Краснодон ҡалаһының үҙәк майҙанында молодогвардеецтарҙың туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (13.09.1943, үлгәндән һуң)
  • «1-се дәрәжә Ватан һуғышы партизаны» миҙалы (21.09.1943, үлгәндән һуң)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. По другим данным 15 января 1924 года
  2. Краснодон был оккупирован с 20.07.1942 года по 14.02.1943 года
  3. Согласно воспоминаний двоюродной сестры Анны Соповой Марии Филипповны Моргун
  4. Член «Молодой Гвардии» с октября 1942 года

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Молодая гвардия (сборник документов и воспоминаний о героической борьбе подпольщиков Краснодона в дни временной фашистской оккупации (июль 1942 — февраль 1943). — Киев: ЦК ЛКСМУ «Молодь», 1960.
  • Сост. Р. М. Аптекарь, А. Г. Никитенко. Молодогвардейцы: Биографические очерки о членах Краснодонского партийно-комсомольского подполья. — Донецк: Донбасс, 1981.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]