София Браге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
София Браге
дан. Sophie Brahe
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Denmark.svg Дания
Тыуған көнө 22 сентябрь 1556[3] или 24 август 1559[4]
Тыуған урыны Швеция, Мальмёхус[d], Свалёв (коммуна)[d], Knutstorp Castle[d]
Вафат булған көнө 1643[5][2][…]
Вафат булған урыны Дания короллеге[d], Дания, Баш ҡала өлкәһе, Хельсингёр[d][5]
Атаһы Отте Браге[d]
Әсәһе Beate Clausdatter Bille[d][7]
Бер туғандары Тихо Браге[d][7], Jørgen Ottesen Brahe[d], Axel Ottesen Brahe[d], Steen Brahe[d] һәм Knud Brahe[d]
Балалары Tage Ottesen Thott til Eriksholm[d]
Һөнәр төрө астроном, тарихсы, ботаник, химик
Уҡыу йорто самоучка[d]
Commons-logo.svg София Браге Викимилектә

София Браге (дан. Sophie Brahe, 22 сентябрь 1556 йыл — 1643 йыл) — дат астрономы, ботаник, табип һәм тарихсы, Тихо Брагеның кесе һеңлеһе, ағаһы менән фәнни тикшеренеүҙәрҙә хеҙмәттәшлек иткән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Браге Кнудстурп (хәҙер — Швеция) ғаиләһенең фамилия һарайында, Дания короле кәңәшсеһе һәм Отто Браге һәм королева София батша һарайындағы ханым — Беате Билле Браге ун балаһы араһында иң кесе бала булып тыуған. Софияның ағай-энеһе араһында унан 10 йәшкә өлкән билдәле астроном Тихо Браге булған. София, немец телендә астрономия китаптарын өйрәнеп, шулай уҡ үҙ иҫәбенә латин теленән тәржемә ителгән китаптарға заказ биреп, астрономияны үҙаллы өйрәнгән. 1573 йылдан София Тихоға астрономик күҙәтеүҙәрендә ярҙам иткән, йыш ҡына уның обсерватория Ураниборг обсерваторияһына барған. Тихо Софияның аҡылы һәм һәләте менән һоҡланыуы тураһында әйткән, шул уҡ ваҡытта уларҙың туғандары, юғары ҡатлам кешеһенә фән менән шөғөлләнеү түбәнселек тип, уларҙы хупламағандар.

1576 йылда, уға 19 йә 20 йәш булғанда, София Отто Тоттҡа кейәүгә сыға, уларҙың никахынан 1580 йылда тыуған бер улы булған. 1588 йылда Софияның ире вафат булғас, һәм улы бәлиғ булғанға тиклем, ул иренең мөлкәте менән идара иткән. Был ваҡытта ул, Тихоға йондоҙнамә төҙөргә ярҙам күрһәтеп, шулай уҡ баҡсасылыҡҡа, химия һәм медицинаға ҙур иғтибар бүлгән. Ураниборгҡа килеп йөрөгәндә, София менән алхимик Эрик Ланж менән танышҡан, ир өйләнергә тәҡдим яһаһа ла, аҡса булмау сәбәпле, улар бары 1602 йылда ғына өйләнешә, һәм һуңынан Экенфордта артыҡ хәйерселектә йәшәй. Софияның туғандарына яҙған хаттарынан күренеүенсә, ярлылыҡты ул дәрәжәһен тотоп, юмор хисе менән үткәрә. Эрик Ланж 1613 йылда Прагала вафат була.

1616 йылда, ире үлгәндән һуң, София Данияға ҡайта һәм Хельсингёрҙа урынлаша. Ғүмеренең һуңғы йылдарын ул дат дворян ғаиләләренең генеалогияларын шәжәрәларен төҙөүгә бағышлай, уның тәүге хеҙмәте 1626 йылда нәшер ителә. Әлегә тиклем уның генеалогик хеҙмәттәре дат дворянлығының иртә тарихы буйынса төп сығанаҡ тип һанала һәм Король китапханаһында һаҡлана. София Браге 1643 йылда Хельсингёрҙа вафат булған, Кристианстадта (Швеция), Тоттарҙың ғаилә ҡәберлегендә ерләнгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. http://www.kvinfo.dk/side/170/bio/212/
  4. Dansk kvindebiografisk leksikon — 2001.
  5. 5,0 5,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119230666 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  6. Pas L. v. Genealogics — 2003.
  7. 7,0 7,1 Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science: Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th CenturyRoutledge, 2003. — Vol. 1. — P. 170. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2