Сталин музейҙары
Сталин музейҙары — СССР етәксеһе — Иосиф Виссарионович Сталинға бағышланған муйейҙар.
- Бухарестағы Сталин һәм Ленин музейы.
- Иосиф Виссарионович Сталин тыуған Гори ҡалаһында уның йорт-музейы урынлашҡан.
- Сольвычегодск ҡалаһында музей «Сәйәси һөргөндәрҙең йорт-һәйкәле» — И. В. Сталиндың мемориаль йорт-һәйкәле бар, музей йорт эсендә урынлашҡан, унда 1908 -1910 йылдарҙа И. В. Сталин һөргәндә була.
- Вологда ҡалаһында 1911йылдың декабренән 1912 йылдың февраленә тиклем И. В. Сталин һөргәндә булған йортта «Вологодская ссылка» музейы бар. Мемориаль бүлмә бар, унда Сталин йәшәгән, уның балауыҙ фигураһы ҡуйылған.
- Волгоград ҡалаһында 2006 йылдың майында Мамай курганындағы «Сталинград» мәҙәни үҙәге бинаһында Сталин музейы асылған[1].
- Башҡортостанда, Өфө ҡалаһында Сталин тыуыуының 132 йыллығына уның музейы асылды[2].
Рәсәйҙә Сталин музейы Мәскәүҙә эшләй. Измайловола «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армияның юғары баш Командующийы И. В. Сталиндың запас команда пункты» тарихи музей комплексы («Сталин бункеры» тип атала). Музей Волгоградта, Өфөлә, Иркутскиҙә, Вологдала, Махачкалала, Владикавказда асыла. Шулай уҡ Сочи ҡалаһындағы Сталин дачаһы музей статусына эйә. Бөтә тарихи мөхит һәм шул ваҡыттағы бик күп әйберҙәр һаҡланған, Кунцевоға яҡын дачала, Сталиндың үҙәк музейын йыһазландырырға тигән тәҡдимдәр булды[3]
Өфөлә Сталиндың музейы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иосиф Виссарионович Сталиндың Башҡортостан Республика музейы — Рәсәй Федерацияһы Коммунистәр партияһының Башҡортостан рескомы ярҙамы менән 2011 йылда асыла. Коммунистар партияһының Орджоникидзе район комитеты менән бер бинала урынлашҡан. Адресы: Өфө, Кузнецов урамы, 7. Йәкшәмбе көндәрендә 11.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем эшләй.
Экспозициялары:
- "Сталиндың бала сағы һәм үҫмер йылдары ";
- «Сталин — революционер»;
- «Башҡорт АССР-ы төҙөлөүҙә Сталиндың роле»;
- «Сталиндың Бөйөк Ватан һуғышындағы роле»;
- «Сталин һәм хәҙерге заман».
Совет осоро фотолары, ябай һәм юбилей тәңкәләре, аҡса, 1953 йылғы «Пионер» журналы һәм Сталин барельефы айырым витринала урынлаштырылған. Сталин һүрәтләнгән һуғыштан һуңғы йылдар картинаһы бар. Бөтә совет осоро миҙалдары һәм значоктары коллекцияһы шул йылдар вымпелендә урынлашҡан.
Музейҙың китаптар фондында 1950 йылда баҫтырылған Сталин әҫәрҙәренең тулы йыйылмаһы (13 томда), Сталин биографияһы (1950 й.), Сталин брошюралары (1949 йыл), Сталиндың Америка президенттары — Трумэн һәм Рузвельт менән хатлашыуы, шул йылдарҙағы гәзиттәр төпләмәһе (1950—1953 йылдарҙа) һәм башҡа бик күп нәмәләр бар. Шулай уҡ Сталин тураһында хәҙерге баҫмалар, китаптар һәм гәзиттәр йыйылған.