Эстәлеккә күсергә

Ҡарт һәм диңгеҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старик и море битенән йүнәлтелде)
Ҡарт һәм диңгеҙ
Нигеҙләү датаһы 1958 һәм 1952
Рәсем
Атамаһы The Old Man and the Sea
Производная работа Старик и море[d], Старик и море[d] һәм Старик и море[d]
Төп тема Диңгеҙ
Сәнғәт формаһы повествование[d] һәм нәҫер
Баҫма йәки тәржемә Q117280145?, Q117281188? һәм Mzee na bahari[d]
Автор Эрнест Хемингуэй
Нәшер итеүсе Charles Scribner's Sons[d]
Нәшер ителеү урыны Америка Ҡушма Штаттары
Ил  Америка Ҡушма Штаттары
Әҫәрҙең теле американский вариант английского языка[d]
Место действия Куба
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

«Ҡарт һәм диңгеҙ» (ингл. The Old Man and the Sea) — АҠШ яҙыусыһы Эрнест Хемингуэйҙың Багам Утрауҙарына ҡараған Биминиҙа яҙылған һәм 1952 йылда баҫылып сыҡҡан повесы. Әҙиптең үҙе иҫән саҡта донъя күргән һуңғы әҫәре. Был повесында Хемингуй Куба балыҡсыһы Сантьяго ҡарттың асыҡ диңгеҙҙә уҙ ғүмерендә иң ҙур табыш булған гигант марлин балығы менән көрәш тарихын һөйләй.

Ҡарт балыҡсы Сантьяго 84 көн рәттән диңгеҙгә сыға, ләкин бер нәмә лә тота алмай, шуға күрә уны salao[1] йәки киремле (уңышһыҙ) тип һанай башлайҙар. Тик ҡарттың бәләкәй дуҫы Манолин ғына, атаһының тыйыуына ҡарамаҫтан, уға ярҙам итеүен дауам итә. Атаһы улының уңышлы балыҡсылар менән диңгеҙгә сығыуын хәйерлерәк күрә. Малай Сантьягоның өйөнә йыш килә: уға ауҙарын итешергә ярҙам итә,ашарға әҙерләшә,йыш ҡына улар Америка бейсболы һәм яратҡан уйынсыһы Джо Ди Маджио тураһында һөйләшәләр. Бер көндө Сантьяго Манолинға икенсе көнгә Гольфстримдан алыҫыраҡ , Кубанан төньяҡҡа,Флорида боғаҙына сығасағын һәм юлындағы уңышһыҙлыҡҡа нөктә ҡуясағы тураһында үҙенә ышанғанлыҡ менән хәбәр итә.

Ҡарт 85 -се көндө Гольфстримға юлға, ғәҙәттәгесә, үҙенең елкәнле кәмәһендә юлға сыға,ҡармаҡты һыуға ырғыта һәм төштән һуң уға уңыш йылмая — ырғаҡҡа биш метр ярым оҙонлоғо марлин эләгә,Ҡарт үҙе менән малай юҡлыҡҡа бик үкенә, сөнки бер үҙенә ауырға төшәсәген аңлай. Ике көн ике төн эсендә диңгеҙҙә кәмәне марлин алыҫҡа алып китә. Балыҡты тотоу ғына түгел, уның менән ярға табан йөҙөргә лә кәрәк бит әле.Ҡармаҡ менән тигеҙләшкәс,Сантьяго үҙенең дошманының хәлен аңлай: ҡыҙғана һәм уға йыш ҡына туғаным тип өндәшә. Ҡарт шулай уҡ марлинды дәрәжәле һәм күркәм булғаны өсөн, бер кем дә уны ашарға лайыҡлы түгел, тип раҫлай.

Балыҡ өсөнсө көндө кәмәне уратып йөҙә башлай. Хәлдән тайған Сантьяго һуңғы бөтә көсөн түгеп, гарпун ҡаҙау өсөн балыҡты һыу өҫтөнә сығарырға ыҙалана Сантьяго марлинды кәмә ҡабырғаһына бәйләп, баҙарҙа уның өсөн юғары хаҡ аласағы һәм һыйлаясаҡ кешеләре тураһында татлы хыялдарға бирелеп, ҡайтыр юлға сыға.

Балыҡ йәрәхәтенән сыҡҡан ҡанға ҡарттың кәмәһе янына акулалар йыйылалар. Ҡарт улар менән алыша башлай һәм гарпуны менән ҙур акула-маконы үлтерә,ләкин үҙенең, ҡоралын юғалта. Ул яңы гарпун әҙерләй, ишкәктең осона бысағын ҡаҙай, шулай итеп биш акуланы үлтереп, уларҙың һөжүмен кире ҡаға.Әммә бында көстәр тигеҙ түгел,ҡараңғы төшөү менән акулалар марлиндың түшкәһен ашап бөтә яҙалар, уның арҡа һырты, баш һәм ҡойроҡ һөлдәһе генә тороп ҡала. Сантьяго хәҙер ысынлап та үҙенең уңышһыҙ икәнлеген һәм еңелеүен танып, акулаларға уларҙың кеше һәм уның хыялдарын үлтергәндәрен һөйләй. Таң алдынан, икенсе көнгә,көс-хәл менән ярға йөҙөп килә, ауыр елкәндәрен арҡаһына йөкмәп, өйөнә күтәрелә, ә балыҡ һөлдәһен яр буйында ҡалдыра. Өйгә инеү менән, карауатҡа тәгәрәй һәм йоҡоға тала.

Икенсе көндө балыҡ һөлдәһе бәйләнеп торған кәмә янына бик күп балыҡсылар йыйыла. Береһе бау менән һөлдәне үлсәй. Педрико балыҡтың башын үҙенә ала, ә ҡалғанын балыҡсылар Манолинға ҡартҡа тапшырырға һәм уны йәлләүҙәрен әйтергә ҡушалар. Күрше кафелағы туристар марлинды яңғылыш акула, тип уйлайҙар. Манолин ҡарт өсөн ҡайғыра, уның яралы ҡулдарын күреп илай, тын алғанына ышанып, тыныслана.Ҡарт уянғас, улар тағы бер тапҡыр икәүләп диңгеҙгә сығырға кәңәшләшәләр. Сантьяго яңынан йоҡоға тала: үҙенең йәш сағын,Африка яр буйҙарындағы арыҫландарҙы төшөндә күрә.

Бер генә яҡшы китап та бер ҡасан да символдарҙы уға алдан уйлап һәм ҡуйып яҙылманы… Мин тормошта ысын булған ҡартты, малайҙы,ысын булған диңгеҙҙе,балыҡты һәм ысын акулаларҙы һүрәтләргә тырыштым.Әгәр ҙә мин етерлек яҡшы һәм дөрөҫ эшләгәнмен икән,улар бик күп мәғәнә аңлата. Эрнест Хемингуэй

Хемингуэй был повесын Чарли Скрибнерға һәм үҙенең әҙәби мөхәррире Макс Перкинсҡа арнай,1952 йылдың 1 сентябрендә «Life» журналында нәшер ителә. Ике көн эсендә биш миллион дана журнал һатылып бөтә.

« Китап айлығы клубы» «Ҡарт һәм диңгеҙ» китабын иң яҡшы тип атай. Китаптың баҫма версияһы шулай уҡ 1952 йылдың 1 сентябрендә Танниклифф Чарльз һәм Шеппард Реймондтың ҡаралы-аҡлы иллюстрацияларын эсенә алып, 50 000.дана тираж менән донъя күрә.

1953 йылдың май айында Эрнест Хемингуэй был әҫәре өсөн Пулитцер премияһына,ә 1954 йылда — Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. "Ҡарт һәм диңгеҙ"повесының уңышы Хемингуэйға бөтә донъяға билдәлек килтерә. Повесты мәктәптәрҙә өйрәнәләр, һәм ул бөтә донъянан гонорар килтереүҙе дауам итә.

Әҙәбиәттәге әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Повесть "Ҡарт һәм диңгеҙ"Хемингунэның әҙәби данын кире ҡайтара һәм уның бөтә ижадын ҡайтанан ҡаралыуға килтерә.Баштан уҡ был әҫәр бик популяр булып, Хемингуэйҙың һәләтле яҙыусы булыу ышанысын бик күп уҡыусыларға кире ҡайтара. Нәшриәт Scribner' ' s беренсе варианттың бик яҡшы тышлығында повесты "яңы классика, тип атайҙар,ә күп тәнҡитселәр уны яратып Уильям Фолкнерҙың «Айыу» («Медведь») һәм « Моби Дик» Герман Мелвилдың әҫәрҙәре менән сағыштыралар.

100 йәшлек Куба балыҡсыһы Грегорио Фуэнтес, повестың төп геройының прототибы булып тора (фото 1998 йыл)

Канар утрауҙарындағы Лансаротела тыуған зәңгәр күҙле Грегорио Фуэнтесты күп тәнҡитселәр Сантьягоның прототибы, тип иҫәпләйҙәр. Диңгеҙгә ул Африка порттарына юлланған корабтарҙа ун йәшендә сыға башлай, ә 22 йәшендә бөтөнләйгә Кубаға күсә. 82 йыл Кубала йәшәгәндән һуң,, 2001 йылда Фуэнтес үҙенең Испания гражданлығын кире ҡайтарырға тырыша. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, Сантьяго ла Испаниянан Кубаға 22 йәштәр самаһында күсеп китә, шуға күрә шаҡтай өлкән йәштәге кеше булғаны өсөн, Кубала иммигрант һәм сит кеше булып һанала.

Хемингуэйҙың әсә һәм ул араһындағы мөнәсәбәт хаҡындағы әҫәрҙе яҙыу ниәте, романдың бер өлөшө булараҡ, күп йылдар дауамында өлгөрә.Китаптағы мөнәсәбәттәр Библияға бәйләнгән, уны яҙыусы «Диңгеҙ китабы» тип атай. Был уйы өлөшләтә үлгәндән һуң баҫылған "Океан утрауҙарында «сағыла. 1936 йылда уҡ „Эсквайр“ журналы өсөн яҙған „ На голубой воде“ очергында Куба балыҡсыһы менән булған эпизодты тасуирлай.

Хемингуэй повесты баҫтырғас, бер интервьюла үҙенең ижади уйын аса биреп ҡуя. Был китапта ауылда йәшәүсе һәр кеше үҙ урынын таба алыр ине,һәм уларҙың йәшәү өсөн нисек аҡса табыуҙарын, тыуыуҙарын, уҡыуҙарын, балалар үҫтереүҙәрен яҙһаң,»Ҡарт һәм диңгеҙ" меңдән артыҡ биттән ашып китергә мөмкин ине, ти ул.

« Был башҡа яҙыусылар тарафынан бик яҡшы эшләнде. Әҙәбиәттә һеҙ уртаса эшләнгәндәр менән ҡәнәғәтләнәһегеҙ. Щуның өсөн мин тағы ла нимәлер белергә тырыштым. Беренсенән,уҡыусылар китапты уҡығандан һуң,үҙҙәре менән булған тормош тәжрибәһе һәм ысынбарлыҡ итеп ҡабул итһендәр өсөн,мин үҙ тәжрибәмде бик үк мөһим булмағандарҙы ла индереп,уларға еткерергә тырыштым.Быға ирешеү бик ауыр,һәм улар өҫтөндә мин бик оҙаҡ эшләнем. Һәр хәлдә,ҡыҫҡаса әйткәндә,был юлы мин бик уңдым һәм бер ҡасан да бер кем тарафынан тапшырылмаған тәжрибәне бирә алдым[2]. »

Үҙенең эссеһында «Confiteor Hominem: Вера Эрнеста Хемингуэя в человека» Джозеф Вальдмеир повесты яҡшы мөнәсәбәттә баһалай һәм тәнҡитселәр араһынан берҙән бер теманы аналитик билдәләүсе булып тора. Вальдмеир тезисында «Китаптың төп идеяһы нимәлә ?» һорауына асыҡ яуап:

« Яуап былай күҙаллана, «Ҡарт һәм диңгеҙ» яҙыусының алдағы бөтә ижадына ҡарата аллегорик тәсфирләүҙәрҙең бер төрө булараҡ өсөнсө кимәлдә уҡылды.Бының менән дини мотивтар авторҙың «Ҡарт һәм диңгеҙ» китабында ғына түгел башҡа әҫәрҙәрендә лә булыуы раҫланды. Хемингуэй, ахырҙа,кешелек фәлсәфәһен дини кимәлгә күтәреп,тәүәкәл аҙым яһаны[3]. »

Вальдмеир повестағы христиан образдарының функцияларын,һис шикһеҙ, Хемингуэй Христосты әүернәгә ҡаҙаҡлауға һылтана, тип ҡарай, Сантьяго акуланы күргәс: "— Ай! — ҡарт мәғәнәһе булмаған һүҙ ысҡындыра, дөрөҫөрәге, ағасҡа усын ҡаҙаҡлағанда кеше ирекһеҙҙән ауыртыуҙы тойоп сығарған өн.

«Ҡарт һәм диңгеҙ» повесына ҡаршы килеүселәрҙең береһе- Роберт Уикс. Ул 1962 йылда сыҡҡан «Фальшь в „Старике и море“» мәҡәләһендә повесть өйрәнелгән ысынбарлыҡтан  сигенеүҙәр менән яҙылып,уҡыусыны ышандыра алмай,тип ғәйепләй.( Хемингуэйҙың башҡа әҫәрҙәренә һылтанып, как на «былые триумфы»«тантаналы үткәндәр»). Хемингуэйҙың алдағы ижадына ҡаршы ҡуйып, Уикс былай тип раҫлай: 
« Айырма, шулай ҙа, һөҙөмтәлә, Хемингуэй был үҙенсәлекле алымды үҙенең иң яҡшы әҫәрҙәрендә лә ҡуллана,шул уҡ ваҡытта «Ҡарт һәм диңгеҙҙә» лә. Хемингуэй «Ҡарт һәм диңгеҙ» ҙә бәтәһенән күберәк диңгеҙ объекттарына иғтибар бүлгән,һәм ул самаһыҙ фальштар менән яҙылған. Яҙыусының тәбиғәт объекттарын идеаллаштырыуҙы У. Г. Хадсон да яратмай, шул уҡ ваҡытта Генри Торо ла уҡый алмай, «Моби Дик» риторикаһында ғәйепләй[4]. »

Ҡайһы бер тәфсирселәр Хемингуэй «Ҡарт һәм диңгеҙ»ҙе "За рекой, в тени деревьев"романы тыуҙырған асыҡ тәнҡиткә яуап итеп яҙған, тип фаразлайҙар..

  • 1958 — «Старик и море» — фильм Джона Стерджеса
  • 1990 — «Старик и море» — телевизионный фильм Джада Тейлора
  • 1999 — «Старик и море» — мультфильм Александра Петрова
  • 2005 — «Старик и море» — телеспектакль В. М. Ивченко в исполнении актеров БДТ им. Г.Товстоногова.
  • 2012 — «Шал» (Старик) — фильм Ермека Турсунова
  • 2017 — «Старик и море» — моноспектакль Анатолия Васильева, в роли старика — Алла Демидова
  1. «Вот уже восемьдесят четыре дня он ходил в море и не поймал ни одной рыбы. Первые сорок дней с ним был мальчик. Но день за днём не приносил улова, и родители сказали мальчику, что старик теперь уже явно salao, то есть „самый что ни на есть невезучий“…» — Перевод Е. Голышевой и Б. Изакова.
  2. Примечание к повести «Старик и море» в издании «Э. Хемингуэй. Избранное. // Послесл. сост. и примеч. Б. Грибанова. — М.: Издательство «Просвещение», 1984».
  3. Joseph Waldmeir. Confiteor Hominem: Ernest Hemingway's Religion of Man. // Papers of the Michigan Academy of Sciences, Arts, and Letters. Т. XLII. — 1957. С. 349–356.
  4. Robert P. Weeks. Fakery in The Old Man and the Sea. // College English. Т. XXIV. Вып. 3. — 1962. С. 188–192.