Эстәлеккә күсергә

Старостин Иван Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Старостин Иван Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 июнь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Нуғайбәк, Яңы Урсай ауыл Советы, Баҡалы районы
Вафат булған көнө 1954
Биләгән вазифаһы председатель колхоза[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Старостин Иван Дмитриевич (21.06.1913-1954) — тәүге көнөнән алып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Иван Дмитриевич Старостин 1913 йылдың 21 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Нуғайбәк ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына.

Берлинға етә. IV Украин фронты Ғәнимәт ҡоралланыуы идаралығының 21-се айырым ғәнимәт отделениеһы.

Колхоз рәйесе, 1937 йылда Мәскәүҙәге Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә Башҡортостандан делегат була. «Хәрби хеҙмәт ҡаҙаныштары» миҙалы, Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1949)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]