Эстәлеккә күсергә

Маркелов Степан Ефимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Степан Ефимович Маркелов битенән йүнәлтелде)
Степан Ефимович Маркелов
Тыуған ваҡыты

24 март 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Үлгән ваҡыты

1968({{padleft:1968|4|0}})

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР

Ғәскәр төрө

флот

Хеҙмәт итеү йылдары

1915—1922 (?)

Хәрби звание

мичман

Командалыҡ итеү

Азов Ҡыҙыл хәрби флотилияһы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы;
Граждандар һуғышы

Отставкала

совет диңгеҙ флоты капитаны

Маркелов Степан Ефимович (24 март 1891 йыл1968 йыл) — диңгеҙ офицеры, Азов Ҡыҙыл хәрби флотилияһының беренсе командующийы, совет диңгеҙ флоты капитаны.

Петербург диңгеҙ училищеһын тамамлай. 1915 йылдың 25 майында 1-се Балтик флоты экипажына ҡабул ителә. 1915 йылдың 17 авгусында диңгеҙ часы буйынса прапорщик дәрәжәһе бирелә; 1917 йылдың 18 июлендә һуғыш ваҡыты хәрби флоты мичманы тип үҙгәртелә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында «Горизонт» гидрографик судно командиры.

Революциянан һуң Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Флотына күсә. 19171919 йылдарҙа — Балтик диңгеҙендә хәрби караптар командиры; «Орёл» траллаусыһы менән командалыҡ итә[1]. 1920 йылдың мартында Азов хәрби флотилияһын төҙөй башлай һәм уның тәүге командующийы булып китә. 1920 йылдың апреленән — Аҙау диңгеҙе яр буйы оборонаһы начальнигы. Врангел армияһы һәм флоты менән һуғышта ҡатнаша. 1920 йылдың 9 июлендә Кривой Рог янындағы һуғышта флот менән командалыҡ итә. 1920 йылдың авгусынан — Одессала 2-се ҡарауыл караптары дивизионы начальнигы. 1920 йылдың октябренән — Одесса — Очаков районының диңгеҙ оборонаһы начальнигы.

Граждандар һуғышынан һуң — гидрографик һәм сауҙа судноларында капитан булып эшләй, Керчь һәм Мариуполь металлургия заводтары диңгеҙ порттарын етәкләй. 1930 йылда ВКП(б) сафына инә. 1937 йылда — Амурҙағы Николаевск ҡалаһында порт начальнигы. Һуңынан Амурҙағы Николаевск (19401945), Сахалин (19451946) пароходсылыҡтары начальнигы. 19461947 йылдарҙа — Углегорск порты начальнигы[2]. 1949 йылдан алып — Ленинград порты капитаны.

Севастополдә ерләнгән.

Ҡатыны — Ирина Николаевна Нольде-Маркелова (1902—1965).

  • СССР-ҙың почетлы Диңгеҙ флоты хеҙмәткәре

Мариуполдең Приморье районында урам С. Е. Маркелов исемен йөрөтә.

  1. Карпов А. Н., Коган В. Г., 1994
  2. Маркелов Степан Ефимович. Личные архивные фонды в Государственных хранилищах СССР. Архивы России. Дата обращения: 7 август 2012. Архивировано 8 сентябрь 2012 года. 2014 йыл 23 февраль архивланған.
  • Карпов А. Н., Коган В. Г. В боях против Врангеля // Азовский флот и флотилии. — Таганрог: Сфинкс, 1994. — 296 с. (Тикшерелеү көнө: 7 август 2012)(Тикшерелгән 7 август 2012)
  • Под знаменем Великого Октября / Политуправление ЧФ. — Севастополь, 1961. — С. 99.
  • Моряки в борьбе за власть Советов на Украине (ноябрь 1917-1920 гг.) : Сб. документов. — Киев: Изд-во АН Украинской ССР, 1963. — С. 613-614.