Азов хәрби флотилияһы
Азов хәрби флотилияһы | |
Ғәмәлдә булған йылдары |
1768—1774 йылдар |
---|---|
Ил |
Рәсәй империяһы флагы, |
Тип |
берләшмә (хәрби эш) |
Функция |
һаҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр |
Олоғай десанты (1920 год) |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Командующие контр-адмирал (һуңыраҡ адмирал) Сергей Георгиевич Горшков |
- | |
Азов хәрби флотилияһы Викимилектә | |
'Азов хәрби флотилияһы' (Азов хәрби-диңгеҙ флотилияһы) — Рәсәйҙә Аҡтар менән Ҡыҙылдарҙың граждандар һуғышы ваҡытында һәм унан һуң совет хәрби-диңгеҙ флоты Азов диңгеҙендә хәрби хәрәкәттәр алып барыусы рәсәй хәрби формированиелары исеме.
Азов флот Петр I заманында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1696 йылда Ғосман империяһы менән көрәшеү өсөн Пётр I Воронежда ишкәкле караптар төҙөргә бойороҡ бирә. 1698 йылда беренсе паруслы 58-пушкалы «Гото Предестинация» («Божье Предвидение») карабын төҙөй башлайҙар. Флоттың базаһы Таганрогта була. 1712 йылда Прутков килешеү шарттары буйынса Петр Азов диңгеҙендәге флотты бөтөрөргә мәжбүр була.
Урыҫ-төркиә һуғышы (1768—1774)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1768—1774 йылда рус-төрөк һуғышы башланғас, 1768 йылдың9 ноябрендә Екатерина II контр-адмирал А. Н. Сенявинды Азов диңгеҙендә һәм Ҡырымда төрөктәргә ҡаршы флот ярҙамында һуғышыу маҡсатында Донда караптар төҙөүҙе етәкләргә ебәрә. Был көн Азов флотилияһының тыуған көн була[1]. Сенявин үҙенә ҡушылған эште уңышлы башҡарып сыға. 1771 йылда флотилия составында 12 яңы төҙөлгән карап, 5 прам, 4 ярҙамсы судно, 44 хәрби кәмәләр, 48 ишкәкле бәләкәй караптарҙың шәхси составында 2413 кеше була[1]. Флотилияның актив ярҙамы менән рус армияһы 1771 йылда Ҡырымды яулап ала. 1771 йылдың август-сентябрь айында Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр рус эскадраһы (4 яңы карапта) Ҡара диңгеҙ буйлап походта йөрөй.
1773 йылда төрөктәр Азов флотилияһы Керчь боғаҙын һәм Ҡырымды диңгеҙ яғынан һаҡларға тейеш булғанлыҡтан.Ҡырымға десант төшөрөргә планлаштыралар.1773 йылда флотилия составына диңгеҙҙә йөрөргә яраҡлы бер 32-пушкалы фрегат, 11 яңы төҙөлгән караптар, 3 палубалы бот, 5 транспорт, 6 ярҙамсы суднолар һәм 30 хәрби кәмәләр булған. Тамань ярым утрауын төрөктәр десант базаһы итеп файҙаланырға план тотҡандар. Был ҡурҡыныс хәлде юҡҡа сығарыу маҡсатында 1 ранглы капитан Сухотин (1 фрегат, 4 яңы төҙөлгән карап, 1 палубалы бот) эскадраһы Ҡыҙылташ лиманында 1773 йылдың 29 майындағы төндә төрөктәрҙең 6 төрөк судноһын яндыра[1]. 23 июндә 2 ранг капитаны Кинсберген ике 16-пушкалы яңы төҙөлгән караптарҙағы отряды менән Балаклава янында төрөктәрҙең өс 50-пушкалы һәм бер 20-пушкалы караптарын күреп ҡала. Төрөктәр, рус отрядының аҙ һанлы икәнлеген күреп һәм үҙ көстәренә ныҡ ышанып, Кинсберг отрядына һөжүм итә 5 сәғәтлек һуғыш барышында рус караптары төрөк караптарына уларҙы абордажға алырға мөмкинлек бирмәйҙәр һәм төрөк караптарына ныҡ зыян килтерәләр. Диңгеҙ һуғышында бер ҙә еңелеүҙе белмәгән төрөктәр артҡа сигенергә мәжбүр була. Рус моряктарынан 6 кеше үлә, 30 кеше яралана , 3 пушка сафтан сыға. Был алыш Ҡара диңгеҙҙә Рәсәй флотының беренсе еңеүе була[1]. 17 августа Сенявин төрөк флоты десант менән Ҡырымға Суджук-Ҡала аша барасаҡ тигән мәғлүмәт ала. 23 августа эскадра Кинсбергэскадраһы Суджук-Ҡала янында төрөк флотын (4 линия карабы, 3 фрегат, 3 шебек һәм 8 десант ғәскәре транспорт карабы) күреп ҡала. Рус эскадраһы уңайлы ел аҫты юлында була һәм ике сәғәт барған атыштарҙан һуң төрөктәр Суджук-Ҡала стеналары артына йәшеренә. Синявин етәкселегендәге Азов флотилияһы (2 фрегат, 5 яңы карап, 1 бомбардир корабль, 3 палубалы бот) Суджук-Ҡалаға төрөктәргә һөжүм итергә килә. Төрөктәр һуғышҡа инмәйенсә шәп йөрөүсе караптарында көньяҡҡа табан ҡаса. Төрөктәрҙең Ҡырымға десант төшөрөү планы шулай юҡҡа сығарыла[1].
1783 йылда Азов флотилияһы Рәсәй империяһының Ҡара диңгеҙ флотына әйләнә.