Эстәлеккә күсергә

Страсбург соборы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Страсбург соборы
нем. Straßburger Münster / Liebfrauenmünster zu Straßburg
Нигеҙләү датаһы 1015
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Франция[1][2]
Административ-территориаль берәмек Страсбург[1][2]
Урынлашҡан урамы place de la Cathédrale[d]
Епархия Архиепархия Страсбурга[d]
Расположено в религиозной территориальной единице Q100987663?[3]
Христианский литургический обряд латинский обряд[d]
Башланыу датаһы 1015
Бағышланған Мәрйәм Инә[d]
Архитектор Ульрих Энзингер[d], Johannes Hültz[d], Штейнбах, Эрвин фон[d], Gustave Klotz[d] һәм Jacob von Landshut[d]
Архитектура стиле роман архитектураһы[d] һәм готик архитектура[d]
Мираҫ статусы исторический памятник классифицированный[d][1]
Бейеклеге/буйы 142 метр
Рәсми сайт cathedrale-strasbourg.fr
Тасуирлау биттәре culture.gouv.fr/de/Thema…
portalsaeule.de/index.…
Вид в ночное время
План помещения
Изображается на Музей строительства Нотр-Дам (Страсбург)[d]
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Notre-Dame de Strasbourg[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Notre-Dame de Strasbourg[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Notre-Dame de Strasbourg[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Notre-Dame de Strasbourg[d]
Карта
 Страсбург соборы Викимилектә

Страсбург соборы (нем. Münster Straßburger / zu Liebfrauenmünster Straßburg, франц.Notre Cathédrale-Dame de Strasbourg) — француз ҡалаһы Страсбургта католик кафедраль соборы, 200 йыл дауамында донъяның иң бейек бинаһы булып һаналған. Европа архитектураһы тарихында иң ҙур собор һәм эре ҡомташтан төҙөлгән иң ҙур ҡоролма. Страсбург ҡалаһы кеүек үк собор ҙа үҙендә немец һәм француз мәҙәни йоғонтоларын берләштергән. 1524 йылдан алып 1681 йылға тиклем лютеран соборы булып тора.

«Pierers Universal-Lexikon» һүрәте, 1891

Бина ҡыҙыл вогез ҡомташынан (франц. grès rouge des Vosges) төҙөлгән. Төҙөлөш 1015 йылда башлана, һәм артабанғы быуаттарҙа собор төҙөлөүен дауам иткән һәм тышҡы ҡиәфәтен үҙгәрткән. Соборҙың көнсығыш өлөшө, шул иҫәптән хор һәм көньяҡ порталы роман стилендә төҙөлгән, ә буй нефы һәм меңләгән фигуралар менән биҙәлгән көнбайыш фасады готика архитектураһының шедевры булып тора.

Архитекторҙар, кельн соборын төҙөгәндәге кеүек үк француз собор готикаһына ориентир тотҡандар, был көнбайыш башняларының икегә бүленеүенән, һәм көнбайыштағы киң фасадынан һәм бер үк бейеклектәге өс нефлы немец сиркәүҙәренән айырмалы рәүештә базилика формаһындағы буй нефынан (нем. Hallenkirche) күренә. Соборҙың төп төҙөүсеһе булып Ульрих фон Энсинген (нем.Ulrich Ensingen von, элегерәк Ульм соборын төҙөүҙә ҡатнаша) һәм Эрвин фон Штайнбах (нем.Steinbach Erwin von) тора.

Төньяҡ башняһының бейеклеге 142 м, семәрле шпиле тулыһынса ҡомташатан кельн оҫтаһы Иоһанн Хюльц тарафынан башҡарылған, һәм XIX быуат аҙағына тиклем (1439 йылда тамамланған) тулыһынса таштан төҙөлгән иң бейек ҡоролма булып иҫәпләнә. Көньяҡ башня тамамланмаған, был уға асимметрик ҡиәфәт биреп тора. Собор урынлашҡан майҙан Европала иң матур майҙандарҙың береһе иҫәбенә инә. Унда бер нисә алеман- көньяҡ немец (шваб) архитектураһы стилендәге фахверк йорт урынлашҡан (4-5 ҡатҡа тиклем). Бейек ҡыйыҡтары үҙенсәлекле, унда бер нисә «ауыш» ҡаттар урынлашҡан (дүрт ҡатҡа тиклем). Майҙандың төньяҡ өлөшөндә билдәле фахверк йорто тора, ул XV быуатта төҙөлгән бик матур биҙәлешле Каммерцель йорто (нем.Haus Kammerzell, франц.Maison Kammerzell).

Астрономик сәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Астрономик сәғәте

Иң иғтибарға лайыҡлыһы булып астрономик сәғәт тора. Уларға тиклем дә 1353 һәм 1574 йылдарҙа төҙөлгән сәғәт була, һуңғы сәғәт 1789 йылға тиклем эшләй һәм ул инде астрономик функцияға эйә була. 1832 йылда Ер, Ай һәм шул ваҡытта билдәле булған планеталар (Меркурийҙан Сатурнға тиклем) орбитаһының уникаль механизмы конструкциялана. Сәғәттең үҙенсәлеге булып яңы йыл төнөндә тулы әйләнеште тамамлаусы һәм йылдан йыл байрамдарҙың үҙгәреп килеүсе даталарын иҫәпләүсе механизмы тора. Әммә сәғәттең иң яй әйләнгән өлөшө ер күсәренең прецессияһын күрһәтә — бер әйләнеш 25 800 йыл тәшкил итә.

Һәр йәй собор алдында кис менән тамашалар ойошторола: классик музыкаль әҫәрҙәр тапшырыла, ә собор үҙе музыка тонына ярашлы төрлө төҫтәр менән яҡтыртыла.

  • Список самых высоких церквей мира
  • Клозенер
  • Список самых высоких сооружений мира