Суворов ордены
Уҡыу көйләүҙәре
Суворов ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 29 июль 1942 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Александр Васильевич Суворов[d] |
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Богдан Хмельницкий ордены (СССР) |
Түбәнерәк дәрәжә | Ушаков ордены һәм Кутузов ордены |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Бүләкләү сәбәбе | Lideratge militar molt destacat |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Суворов ордены кавалерҙары |
Суворов ордены Викимилектә |
Суворов ордены (урыҫса Орден Суворова) — Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында (1942 йылдың 29 июлендә) булдырылған ордены. Уның менән айырым хәрби алыштарҙы бик яҡшы ойошторғандары һәм алып барғандары өсөн батальон командирынан алып унан юғарыраҡ хәрби етәкселәр бүләкләнгән. Ордендың өс дәрәжәһе бар:
- I дәрәжә — фронт һәм армия командующийҙары, уларҙың урынбаҫары, штаб башлыҡтары, оператив идаралыҡтарҙың һәм бүлексәләрҙең башлыҡтары, ғәскәр төрҙәренең башлыҡтары (тупсылар, һауа көстәре һәм башҡалар) бүләкләнгән;
- II дәрәжә — корпус, дивизия и бригада командирҙары, уларҙың урынбаҫарҙары, корпус, дивизия һәм бригада штабтары башлыҡтары бүләкләнгән;
- III дәрәжә — полк, батальон командирҙары һәм полк штабы башлыҡтары бүләкләнгән.
-
I дәрәжә Суворов ордены
-
II дәрәжә Суворов ордены
-
III дәрәжә Суворов ордены
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Указ Президиума Верховного Совета СССР «Об учреждении военных орденов: Ордена Суворова, первой, второй и третьей степени, Ордена Кутузова, первой и второй степени и Ордена Александра Невского» от 20 июля 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 5 августа (№ 30 (189)). — С. 1.
Был награда тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |