Сулу диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сулу диңгеҙе
УрынлашыуыКөньяҡ-Көнсығыш Азия 
Майҙаны335 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек5576 м
Филиппин картаһында Сулу диңгеҙе
Филиппин картаһында Сулу диңгеҙе
 Сулу диңгеҙе Викимилектә

Сулу (тагал Dagat Sulu, мал. Laut Sulu) — Тымыҡ океан диңгеҙе.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сулу диңгеҙе төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыштан Филиппин архипелагы, төньяҡ-көнбайыштан оҙон Палаван утрауы, көньяҡ-көнбайыштан Калимантан утрауы һәм көньяҡ-көнсығыштан Сулу архипелагы менән сикләнгән. Сулу диңгеҙен башҡалар менән тоташтырыусы утрауҙар араһындағы боғаҙҙар тар һәм һай. Мәҫәлән, Сулу диңгеҙен Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе менән тоташтырыусы Миндоро боғаҙының тәрәнлеге яҡынса тик 450 м тәшкил итә, ә Сулавеси һәм Минданао диңгеҙҙәре менән тоташтырыусы боғаҙҙар тағы ла һайыраҡ. Диңгеҙҙең максималь тәрәнлеге 5576 м.

Һыу температураһы ҡышын 25,5 °С, ә йәйен 29°С. Тоҙлолоғо 33-34,5.

Диңгеҙҙең көньяҡ өлөшөндә мәрйен рифтары таралған. Туббатаха аттолы диңгеҙ ҡурсаулығы булып тора һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы иҫәбенә инә.

Хужалыҡта әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яр буйы халҡы араһында балыҡсылыҡ үҫешкән. Төп порттары — Илоило (Панай утрауы), Замбоанга (Минданао утрауы), Сандакан (Калимантан утрауы) һәм Пуэрто-Принсеса (Палаван утрауы).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • C. Michael Hogan. 2011. Sulu Sea. Encyclopedia of Earth. Eds. P.Saundry & C.J.Cleveland. Washington DC
  • Donald G. Groves und Lee M. Hunt: Ocean World Encyclopedia, McGraw Hill 1980. ISBN 0-07-025010-3. Sulu Sea (Seite 374)