Эстәлеккә күсергә

Сурат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сурат
Рәсем
Рәсми тел Һинд теле һәм Гуджарат теле
Дәүләт  Һиндостан
Административ үҙәге Сурат[d], Surat City Taluka[d] һәм Choryasi Taluka[d]
Административ-территориаль берәмек Гуджарат[d], Бомбей[d] һәм Бомбей президентлығы[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+5:30[d]
Етәксе орган Surat Municipal Corporation[d]
Халыҡ һаны 5 935 000 кеше (2016)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 13 ± 1 метр
Майҙан 327 км²
Почта индексы 394 XXX , 395 XXX
Рәсми сайт suratmunicipal.org
Һештег Surat
Урындағы телефон коды 261
Карта
 Сурат Викимилектә

Сура́т[2] (ингл. Surat, гудж. સુરત) — Һиндостан көнбайышындағы ҡала, Гуджарат штатына инә. Сурат шулай уҡ сәскәләр ҡалаһы булараҡ билдәле. Административ үҙәк — Сурат штаттың баш ҡалаһы Гандинагарҙан 306 км көньяҡтараҡ, Тапти йылғаһын һул яҡ ярында урынлашҡан. Ҡала үҙәге йылға тамағынан 22 км алыҫлыҡта[3].

Сурат ҡалаһы — дәүмәле буйынса Гуджарат штатында икенсе урында, халҡы 4.6 миллиона кеше (2011 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса). Тар ғына урамлы һәм матур тарихи биналар урынлашҡан боронғо яғын яңыһынан ур айырып тора.

Сурат Маһабһаратам эпосында телгә алына. Эпоста әйтелеүенсә, бында Кришна илаһ Матхуранан Дваркаға ҡайтышлай туҡтап киткән. 8-се быуатта бында фарсылар төпләнә башлаған. Урындағы һиндиүи (индуизм) риүәйәттәр, ҡаланы XV быуатта Гопи исемле брахман һала башлаған, ул ҡалаға «Сурьяпур» (Ҡояш ҡалаһы) тип исем бирә.

1512 йылда һәм яңынан 1530 йылда Сурат португалдар тарафынан талана. 1513 йылда португал сәйәхәтсе Дуарте Барбоза Суратты мөһим диңгеҙ порты тип һүрәтләй, бында донъяның төрдө тарафтарынан караптар инә торған булған. 1520 йылға ҡала Сурат тип атала башлаған[4].

XV быуат ахырында бик мөһим Камбей бухтаһы һайыға башлағас, Сурат көнбайыш Һиндостанда уны алмаштыра. XVI быуат аҙағына португалдар тулыһынса Сураттағы диңгеҙ сауҙаһын үҙ ҡулына ала. Таптила португалдар 1540 йылда төҙөгән ҡупшы ҡәлғә һаҡланып ҡалған.

1608 йылда Суратта Британия Ост-Һиндостан компанияһы караптары туҡтай башлай, улар Суратты мөһим сауҙа һәм транзит үҙәге итеп ала. 1615 йылда Суалиҙағы яуҙан һуң, капитан Бэст португалдарҙың өҫтөнлөгөн бөтөрөп, инглиз факторияһын булдыра. Ҡала Британия Ост-Һиндостан компанияһы баш ҡалаһына әйләнә.

1662 йылда Екатерина Брагансскаяның бирнәһе өлөшө булараҡ Англия короле Карл II-гә бүләк ителгәс, Сураттың сәскә атҡан осоро үтә башлай. Тиҙҙән,1668 йылда Британия Ост-Һиндостан компанияһы Бомбейҙа фактория ойоштора һәм Сурат тамам бөлөнә. 1687 йылда Британия Ост-Һиндостан компанияһы үҙенең баш ҡалаһын Бомбейға күсерә.

Сәскә атҡан сағында Суратта йәшәүселәр һаны 800 000 кешегә етһә, XIX быуат уртаһына бындағы халыҡ һаны 80 000 кешегә ҡала. Британия империяһы калаға контролде 1759 йылда яңырта һәм уға идара итеү буйынса барлыҡ вәкәләттәрҙе 1800 йылда ҡабул итә.

Бағдад йәһүдтәре зыяраты

1730 году бағдад йәһүде Йозеф Семах Бағдадтан Суратҡа килә һәм бында синагога төҙөй һәм йәһүд зыяраты булдыра. Бөгөн синагога емерелгән, әммә зыярат һаҡланған. Янғын һәм һыу баҫыу 1837 йылда ҡаланың ҙур өлөшөн харабаға ҡалдыра. Һаҡланып ҡалған ҡыҙыҡлы тарихи ҡомартҡыларҙан — XVII быуаттағы инглиз һәм голландс сауҙагәрҙәренең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ҡәбер таштары.

XX быуат башына бында йәшәгән кеше һаны 119 000-гә етә һәм Сурат яңынан сауҙа һәм сәнәғәт үҙәгенә әйләнә, әммә иҡтисадтың карап эшләү кеүек традицион тармаҡтары юҡҡа сыҡҡан була инде. Бында мамыҡ-кизе фабрикалары, мамыҡ таҙартыусы заводтар, дөгө таҙартыу һәм ҡағыҙ етештереү предприятиелары урынлашҡан.

1994 йылда ҡойон ямғырҙар, шулай уҡ канализацияның сүп-сарҙан тығылыуы арҡаһында һыу таша. Урамдарҙа тау булып сүп-сар ята, уларҙы бер кем дә таҙартмай, яндырмай. Шул шарттарҙа үпкә чумаһы эпидемияһы башлана, 56 кеше үлеп ҡала. Чума килеп сығыуын ишеткән халыҡ ашығып ҡаланан ҡаса башлай, уларҙың һаны 250—300 мең кеше булған тип һанайҙар[5].

Надгробие на еврейском кладбище

Географияһы һәм климаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала Һиндостан көнбайышындағы ҡала, Гуджарат штатына инә, Гандинагарҙан 306 км көньяҡтараҡ, Тапти йылғаһын һул яҡ ярында урынлашҡан. Йылға ҡойған урындан яҡынса 22 км ерҙә Камбей ҡултығы (Ғәрәбстан диңгеҙе). Диңгеҙ кимәленән 12 м бейеклектә[6].

Ҡала климаты тропиктарға хас, ҡышы ҡоро, йәйе ямғырлы; Ғәрәбстан диңгеҙе йоҡонтоһонда йомшаҡ. Иң эҫе ай — май, уртаса максимум 40,6 °C; иң һалҡыны — декабрь, уртаса минимум 15,0 °C. Йыллыҡ яуым-төшөм нормаһы — 1065 мм. Иң ямғырлы ай — июль, нормаһы 442 мм; иң ҡоро айҙар — март һәм апрель, нормаһы 2 мм. Ямғырҙар сезоны июндән сентябргәсә. Муссондар йыш ҡына Тапи йылғаһы бассейнында ташҡындарға килтерә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 38,8 41,7 44,0 45,6 45,6 45,6 38,9 37,3 41,1 41,4 39,4 38,9 45,6
Уртаса максимум, °C 30,3 31,7 35,4 37,2 36,4 33,9 30,7 30,5 31,7 34,9 33,3 31,1 33,05
Уртаса температура, °C 23,3 23,6 27,4 30,3 31,2 30,2 28,0 27,7 28,0 28,3 25,8 23,0 27,2
Уртаса минимум, °C 14,3 15,6 19,5 23,4 26,0 26,6 25,4 25,0 24,4 22,2 18,3 15,0 21,3
Абсолют минимум, °C 4,4 5,6 8,9 15,0 19,4 20,2 19,9 21,0 20,6 14,1 10,6 6,7 4,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 0 0 1 0 4 213 453 302 191 31 6 1 1205
Сығанаҡ: [1]

2011 йылдағы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 4 462 002 кеше тәшкил итә[7]; ҡала агломерацияһы халҡы шул уҡ иҫәп алыу буйынса — 4 585 367 кеше[8]. Грамоталылыҡ кимәле уртаса 89 %, был ил күрһәткесенә ҡарағанда юғарыраҡ (79,5 %). Ирҙәр араһында уртаса грамоталылыҡ — 93 %, ҡатындар араһында — 84 %. Ир-ат халыҡтың 53 % тәшкил итә, ҡатын-ҡыҙ, ярашлы рәүештә — 47 %. 6 йәштән кеселәр Сурат халҡының 13 % . Ҡалала иң таралған телдәр — гуджарати, синдхи, һинди, марвари, маратхи һәм башҡалар.

Иҡтисад һәм транспорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала иҡтисады текстиль һәм химик сәнәғәттәргә нигеҙләнә. Икенсе мөһим тармаҡ — алмас шымартыу.

Сураттан 11 км алыҫлыҡта аэропорт бар, ул Делинан, Бомбейҙан һәм илдең ҡайһы бер башҡа ҡалаларынан даими рейстар ҡабул итә. Сурат аша № 8 милли шоссе (Дели — Бомбей) һәм № 6 (Сурат — Калькутта) шоссеһы үтә. Тимер юлдар бар.

  1. http://www.demographia.com/db-worldua.pdf
  2. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 459. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  3. History of Surat. 2012 йыл 5 ғинуар архивланған.
  4. Name of City. Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 17 октябрь 2007.
  5. Супотницкий М. В., Супотницкая Н. С., Очерки истории чумы. Очерк XXXVI Чума в Индии 1994 г. — тупик бактериальной эпидемиологии чумы
  6. Surat, India Page (ингл.). Fallingrain Global Gazetteer. Дата обращения: 8 октябрь 2013.
  7. Census of India 2011: Provisional Population Totals. Cities having population 1 lakh and above. (PDF; 154 kB)
  8. Census of India 2011: Provisional Population Totals. Urban Agglomerations/Cities having population 1 lakh and above. (PDF; 141 kB)