Эстәлеккә күсергә

Сурб Геворк сиркәүе (Дондағы Нахичеван)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы
Изге Георгий Победоносец сиркәүе
Сурб Геворк сиркәүе (арм. Սուրբ Գևորգ եկեղեցի)
Файл:Дондағы Нахичеван Сурб Геворг сиркәүе.png
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Конфессия Әрмән апостол сиркәүе
Нигеҙләүсе Иосиф Аргутинский
Төҙөлөшө 17831787 йылдар
Бөгөнгө хәле һүтелгән

1787

Сурб Геворк сиркәүе (Изге Георгий Победоносец сиркәүе) — Дон Нахичеванындағы ғибәҙәтхана. Әрмән апостол сиркәүенә ҡарай. Хәҙер сиркәү юҡҡа сыҡҡан.

Изге Георгий Победоносец (Сурб Геворк) сиркәүен төҙөү Федоров (Сурб Теодорос) сиркәүе менән бер ваҡытта, 17831787 йылдарҙа, алып барылған. Сиркәү Ростов һәм Нахичеван ҡалаларының сигендә төҙөлгән. Төҙөлөш тамамланғас, 1787 йылдың 5 декабрендә, сиркәүҙе Иосиф Аргутинский изгеләндергән.

Башта ҡалала ағас сиркәү булған. Бер көмбәҙле таш сиркәү ҡыңғырау манараһы менән XIX быуатта ике тапҡыр ремонтланған. 18521853 йылдарҙа ремонт Нахичеван 2-се гильдия сауҙагәре М. X. Ерецпоханян аҡсаһына үткәрелгән, икенсе ремонт 1892 йылда эшләнгән.

Таш сиркәү Ростов һәм Нахичеван ҡалаларының сигендәге Георгий урамында (хәҙерге Театр проспекты янында)торған.

Тәүҙә сиркә-мәхәллә мәктәбе сиркәүҙә эшләмәгән. 1918 йылда Яңы-Нахичеван епархия мәктәпте Диниә хакимлығына күсереп, уны Сурб Геворк сиркәүе мәктәбенә әйләндергән.

Таш сиркәү интерьерында бик күп таш тәре-хачкарҙар ҡуйылған була, Ҡырымдан ҡулдан яҙылған китаптар һәм тәхет өҫтөнә ҡуя торған тәреләр килтерелгән.

1892 йылдағы ремонт ваҡытында сиркәүҙең йыһазы яңыртылған, ишеген икенсе урындан асып, өҫтөнә ел-ямғырҙан һаҡлаусы төкәтмә эшләгәндәр.

XIX быуат аҙағы — XX быуат башында сиркәүҙә Романос Меликян етәкләгән хор эшләгән.

Георгий Победоносец сиркәүен Хадрепез сиркәүе тип тә йөрөтәләр, уның янында әрмәндәрҙең йәрминкәләре һәм байрамдары үткәрелгән.

1930-сы йылдар башында сиркәү ябыла һәм оҙаҡламай тулыһынса тиерлек һүтеп ташлана.


  • Вартанян В. Г., Казаров С. С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001.
  • Малаховский Е. И., Лаптев Г. Ф. Храмы и культовые сооружения Ростова-на-Дону, утраченные и существующие // Ростов-на-Дону, АКРА, 2003.
  • Шахазиз Е. Новый Нахичеван и новонахичеванцы. Перевод с армянского Ш. М. Шагиняна // Ростов-на-Дону, 1999.
  • Сидоров В. Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону. Ростов-на-Дону, 1996, т. 4.
  • Халпахчьян О. X. Архитектура Нахичевани-на-Дону // Ер., 1988.