Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Отсутствует элемент Викиданных

Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы (10 декабрь 1934 йыл) — башҡорт театр тәнҡитсеһе, театр белгесе, драматург. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1981). 1958 йылдан СССР Журналистар союзы, 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1987), Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөйөндөк Сәхи улы Сәйетов 1934 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ эшселәр ҡасабаһында [1] тыуған.

1958 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай. Университеттың йәштәр театрында режиссер булараҡ, 1955 йылда Юлиус Фучиктың «Репортаж с петлей на шее» пьесаһын сәхнәгә ҡуя.

19581966 йылдарҙа «Советская Башкирия» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире, хәбәрсеһе була.

19661974 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында кесе хеҙмәткәр булып эшләй. Бер үк ваҡытта «Театр сәғәте», «Театр меридианы» телетапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыһы була. Режиссерлыҡ хеҙмәтен дә онотмай алып бара: 1968 йылда Башҡортостан телевидениеһында «Мы старше своей смерти», 1973 йылда «Яраланған бүре күҙҙәре», 1981 йылда Республика Рус драма театрында «Вороний праздник» спектаклдәрен ҡуя.

Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы 19711992 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Театр сәнғәте союзында һәм Башҡорт дәүләт университетында театр белгесе булараҡ семинарҙар алып бара, театр тәнҡите һәм театр белеме буйынса сығыштар яһай. 1994 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтенә эшкә килә һәм был учреждениеның әйҙәүсе ғилми мөхәррире була. Бер үк ваҡытта Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы театр белеме буйынса фәнни эштәр яҙа, ул бер нисә монографияларҙың авторы.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мы старше своей смерти. Уфа, 1990 (соавт).

Фронт за фронтом. Уфа, 1980 (соавт).

Танец ликующий. Уфа, 1968.

Театральный спектакль — лауреат Государственной премии Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева, Уфа, 1995.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979)

РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1938 йылдан — ҡала