Эстәлеккә күсергә

Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәлих Зәйнәғәбдинов битенән йүнәлтелде)
Сәлих Насретдин улы
Зәйнәғәбдинов
Тыуған көнө

15 август 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Әлмәкәй утары

Вафат булған көнө

23 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (89 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

хужалыҡ эшмәкәре

Тормош иптәше

Маһира Талип ҡыҙы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы (15 август 1931 йыл23 октябрь 2020 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1985 йылдарҙа Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).

  • Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов 1931 йылдың 15 авгусында БАССР-ҙың Мәләүез районы Әлмәкәй утарында тыуған.
  • 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтытын тамамлай.
  • 1957 йылдан алып Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхозында эшләй.
  • 1959 йылдан башлап шул уҡ хужалыҡта рәйес.
  • 1985—1998 йылдарҙа Мәләүез районы әҙерләүҙәр һәм ауыл хужалығы продукцияһы сифаты буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы.

С. Н. Зәйнәғәбдинов етәкселегендә В. И. Ленин исемендәге колхоз етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — гектарынан 20 центнер, көнбағыштыҡы (орлоғо) — гектарынан 14 центнер; бер һыйырҙан ураса йыллыҡ һауым — 2780 кг; дәүләткә иген һатыу — 3760 тонна; ит 260 тонна тәшкил итә.

Хеҙмәт ветераны 2020 йылдың 23 октябрендә вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. А. Агафонов. Аромат хлеба // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Социалистического Труда. — Уфа, 1973;
  • Герои труда. — Уфа, 2011.