Эстәлеккә күсергә

Сәғитова Гүзәл Борхан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитова Гүзәл Борхан ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Абзай ауылы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 июль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (72 йәш)
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Сәғитова Гүзәл Борхан ҡыҙы (8 март 1936 йыл — 4 июль 2008 йыл) — театр актёры. 1959—1995 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1961 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)[1].

Гүзәл Борхан ҡыҙы Сәғитова 1936 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған.

1959 йылда Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтының йәғни хәҙергесә атамаһы менән әйтһәк, Рәсәй театр сәнғәте университеты, махсус курстарында уҡый[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп, 50 иҫтәлекле роль башҡара. Н. Асанбаев, Ә. Мирзаһитов, Х. Ибраһимов пьесаларын сәхнәләштереүҙә ҡатнаша[3].

Гүзәл Борхан ҡыҙына тәбиғи актёрлыҡ таланты, көслө ижади дәрт, сағыу үҙлелек хас булды.

Ватан һәм сит ил классиктары һәм хәҙерге заман драматургияһы әҫәрҙәренән торған бай репертуары иң шәп сәхнә образдарын тыуҙырырға ярҙам итте. Уның һәләте театр йәмәғәтселеге һәм публика тарафынан юғары баһаланды[4].

Сәғитова Гүзәл Борхан ҡыҙы сәхнә тәжрибәһе, оҫталығы, ижад серҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Актрисаның тырыш хеҙмәте, йәмғиәттәге әүҙемлеге менән абруй ҡаҙанды.

Сәғитова Гүзәл Борхан ҡыҙы 2008 йылдың 4 июлендә вафат булды.

Анфиса — «Алтын бишек» Нәжиб Асанбаев Маһитап — «Ғүмерҙең бәхетле мәле» Әсхәт Мирзаһитов Ямал — «Кейәүкәй» музыкаль комедия, Хәбибулла Ибраһимов Йомабикә — «Башҡорт туйы» Мөхәмәтша Буранғолов Зоя Толоконцева — «Годы странствий» Алексей Арбузов Мулбикә — «Шомбай» Кирәй Мәргән Марина — «Власть тьмы» трагедияһы, Анна Павловна — «Живой труп», Л. Н. Толстой Шәмсинур — «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш» драмаһы, Әсә — «Бишек йыры», Туфан Миңнуллин Сабира — «Зәңгәр шәл» Кәрим Тинчурин Ганна — «Вечер» Алексей Дударев һ. б.[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]