Эстәлеккә күсергә

Сәғәҙәтов Һиҙиәт Сәғәҙәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғәҙәтов Һиҙиәт
Исеме

Сәғәҙәтов Һиҙиәт Сәғәҙәт улы

Тыуған көнө

17 август 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан Әбйәлил районы Хәмит ауылы

Вафат булған көнө

1968({{padleft:1968|4|0}})

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Педагог

Сәғәҙәтов Һиҙиәт Сәғәҙәт улы (17 август 1896 йыл1968 йыл) — уҡытыусы. 1918 йылдан хәҙерге Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1932 йылдан һәм 1946—1956 йылдарҙа район мәғариф бүлеге инспекторы, 1942—1946 йылдарҙа мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1954), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949), Ленин ордены кавалеры (1949).

Һиҙиәт Сәғәҙәт улы Сәғәҙәтов 1896 йылдың 17 авгусында хәҙерге Башҡортостандың Әбйәлил районы Хәмит ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы уны үҙе бер аҙ уҡырға-яҙырға өйрәткәс, 1906 йылда Рыҫҡужа ауылы мәҙрәсәһенә, шунан 1911 йылда яҡын-тирәлә данлыҡлы Үтәк ауылы мәҙрәсәһенә бирә, бында ул 1915 йылға тиклем һабаҡ ала. Артабан армияла хеҙмәт итә. Уҡытыусы булыу сәбәпле, Беренсе донъя һуғышына ебәрелмәй, тик ярҙамсы часта һалдат бурысын үтәй. Февраль һәм Октябрь революцияларында ҡатнаша.

1918 йылда Верхнеурал халыҡ мәғарифы идаралығы уны Хәмит ауылының беренсе баҫҡыс мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрә. Ул балаларға Советтар талап иткән яңыса белем һәм тәрбиә биреү эштәре менән шөғөлләнә. 1921 йот йылда, мөғәллим штаты ҡыҫҡартылыу сәбәпле, эштән бушатыла, үҙенең йорт-ҡураһында хужалыҡ менән була. 1923 йылда Һиҙиәт Хәмит башланғыс мәктәбендә йәнә дәртләнеп уҡыта башлай, ауыл тормошоноң халыҡты ағартыу, уға яңы властың маҡсат һәм бурыстарын аңлатыу, кешеләрҙе яңы тормош төҙөргә дәртләндереү кеүек яуаплы йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә. Бына шул йылдарҙа уның педагогик хеҙмәте яҡшы һөҙөмтәләр бирә, мөғәллимдең даны киң тарала.

1931 йылда Темәс терәк мәктәбендә колхоз йәштәре мәктәбе уҡытыусылары әҙерләү буйынса ике айлыҡ курсты тамамлағас, Билал ете йыллыҡ мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тәбиғәт фәндәре уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Унда балалар менән дә, ата-әсәләр менән дә күп төрлө эштәр башҡара, наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса көрәштә алдынғылар сафында була. Билал мәктәбендә бер йылға яҡын уҡытҡас, 1932 йылда Әбйәлил районының мәғариф бүлегенә инспектор итеп алына.

Районда балалар уҡытыу һәм тәрбиәләүҙе яҡшыртыу, мәктәп етәкселәренә, уҡытыусыларға тейешле ярҙам күрһәтеү, кадрҙар әҙерләү кеүек бурыстарҙы үтәүҙә инспектор һиҙиәт Сәғәҙәтов һәр саҡ башлап йөрөүсе булараҡ сығыш яһай, мәғарифты күтәреүгә барлыҡ көсөн бирә, бөтә ваҡытын һәм дәртен халыҡ өсөн файҙалы эштәргә йүнәлтеүҙән йәлләмәй. Уны һәр ауылда, һәр мәктәптә власть кешеһе күреп, аҡыллы һәм ярҙамсыл мөғәллим иҫәпләп ҡаршылайҙар, ҙурлап оҙаталар.

Инспектор һиҙиәт Сәғәҙәт улы булып киткән мәктәптә, шулай уҡ ауылда ла көндәлек эш һәм тәртип яҡшыра. Ул ҡыҫҡа ғына арала уҡытыусылар һәм ауыл кешеләре йөрәгендә йәшәүгә, хеҙмәткә дәрт, әүҙемлек уятып өлгөрә, ялҡынлы һүҙҙәре менән тормошто матурлай. Быны мөғәллим үҙе лә аңлай, шуға күрә йыл эсендә мөмкин тиклем күберәк ауыл, мәктәптәрҙә булырға тырыша.

Мәктәп инспекторы булған 1932—1942 йылдарҙа Һ. Сәғәҙәтов алты бүлек мөдире менән бергә эшләй. Ауыр һуғыш йылдарында халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын уның үҙенә йөкмәргә тура килә. Был ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле эште ул 1942 йылдан 1946 йылға тиклем үтә ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара, район һәм республика етәкселәре алдында Әбйәлил районының мәғариф эшенә тел тейҙермәй, уны камиллаштырыуға үҙ өлөшөн индерә, ауыр шарттарҙа ла мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын төшөрмәй, уҡытыусыларға тейешле ярҙам күрһәтә.

Кадрҙар етешмәү сәбәпле, Һ.С.Сәғәҙәтов ҡайһы берҙә мәғариф бүлегенең әллә нисә хеҙмәткәре вазифаһын бер үҙе башҡара, район етәкселеге вәкиле сифатында төрлө ауылдарға сығып, яҙғы сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ, мал ҡышлатыу барышын тикшерә, шуға ла һәр ауыл кешеләрен, уларҙың баласағаларын яҡшы белә. Уның һәр көнө көсөргәнешле үтә.

Оҫта етәксе, мәғариф эштәрен әүҙем ойоштороусы, талантлы педагог һиҙиәт Сәғәҙәт улы Сәғәҙәтов 1946 йылдың авгусында бүлек мөдире вазифаһынан үҙе теләп китә, мәктәп инспекторы булып ҡала һәм был эште 1956 йылға тиклем, йәше буйынса хаҡлы ялға сыҡҡансы, башҡара. Уға намыҫлы эше өсөн 1949 йылда Ленин ордены һәм төрлө йылдарҙа миҙалдар менән бүләкләнә. 1949 йылдың 1 майында уға «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы», 1954 йылдың 4 мартында «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исемдәр бирелә.

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.