Сөләймәнов Рөстәм Сәлих улы
Сөләймәнов Рөстәм Сәлих улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 5 октябрь 1977 (47 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дирижёр |
Уҡыу йорто |
Санкт-Петербург консерваторияһы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Сөләймәнов Рөстәм Сәлих улы (5 октябрь 1977 йыл) — Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры художество етәксеһе һәм баш дирижеры (2011—2014). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рөстәм Сәлих улы Сөләймәнов 1977 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында музыканттар ғаиләһендә тыуған.
Скрипкала уйнауға Өфөлә һәләтле балалар өсөн урта махсус музыка мәктәбендә өйрәнә. Бала саҡтан музыкаль конкурстарҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ була, «Яңы исемдәр» Рәсәй программаһының стипендиаты (Мәскәү, 1991 йыл), ике тапҡыр әлеге программаның республика бүлексәһенең стипендиаты була,Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты (1994 йыл).
1995—2000 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында (профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре А. А. Шисмандың класы, скрипка). Бөтә Рәсәй камера ансамблдәре конкурсы (скрипка-фортепиано дуэты, 1999) лауреаты. Н. Сабитов исемендәге Бөтә Рәсәй башҡарыуслар конкурсы лауреаты (скрипка, 2000)[1].
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығының маҡсатлы йүнәлтмәһе буйынса 1999—2004 йылдарҙа Н. Римский — Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһының опера-симфоник дирижерлыҡ кафедраһында белем ала (профессор, Рәсәйҙең халыҡ артисты Р. Э. Мартынов класы).
2001—2005 йылдарҙа Ю. Темирканов етәкселегендәге Санкт-Петербург Дәүләт филармонияһының Академия симфоник оркестры артисы.
Уҡыған сағында опера һәм симфония дирижерлығы буйынса профессор, СССР-ҙың халыҡ артисы Ю. И. Симоновтың (2002, 2004), шулай уҡ профессор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы А. С. Кацтың (2003) халыҡ-ара оҫталыҡ курстарында ҡатнаша[1].
2004 йылда Санкт — Петербург Дәүләт консерваторияһының Опера студияһында П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһына дирижерлыҡ итә.
2004—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры дирижеры.
2011 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрын етәкләргә саҡырыу ала. 2014 йылға тиклем ошо оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры булып эшләй.
Рөстәм Сөләймәнов — Камера оркестры капельмейстеры һәм классик "Квартет"тың беренсе скрипкаһы, үҙе ойошторған «Frisson-Orchestra» электр оркестры менән етәкселек итә[2].
Ижади юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Академия һәм симфоник хор музыкаһы Халыҡ-ара фестивалдәренең ҡатнашыусыһы, Рәсәй Симфоник оркестрҙары һәм Рәсәй Федерацияһының, Германияның һәм Италияның Камера коллективтары менән хеҙмәттәшлек итә. 2004 йылда, Петербургта уҡып бөткәндән һуң дирижер сифатында (Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы менән контракт буйынса) Өфөгә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына ҡайта. Оркестр менән бергә республиканың төп концерт майҙандарында сығыш яһай, оркестр менән 300-ҙән ашыу киске академия концерттарын, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 820-нән ашыу сығыш әҙерләй һәм үткәрә, бик күп музыкаль абонементтар һәм симфоник әкиәттәр төҙөй, уларҙы республиканың төрлө йәштәге балалар аудиторияһы тыңлай[1].
Милли симфоник оркестр менән бергә башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен яҙҙыра, улар араһында: З. Исмәғилев, Л. Исмәғилева, А. Березовский, Р. Сабитов, А. Хәсәншин, С. Сальманов һәм башҡалар. Сөләймәнов Рөстәм коллектив менән халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша.
Уның ҡатнашлығында Өфөлә музыкаль конкурстар үткәрелә: йәш башҡарыусыларҙың яңы исемдәрен асҡан Нариман Сабитов һәм Заһир Исмәғилев исемендәге конкурстар.
Башҡортостанда уңышлы ижад иткән күп кенә композиторҙар әҫәрҙәренең беренсе башҡарыусыһы була, мәҫәлән:
А. Хәсәншин. Оркестр өсөн концерт, оркестр өсөн сюита, оркестр менән саксафон өсөн концерт, «Алтын Урҙа» симфонияһы («Золотая орда»); А. Березовский. «Ҡарабай» оркестры өсөн вариациялар, «Рубаят» вокаль циклы; Н. Дауытов. 2-се симфония; Р. Ҡасимов. 7-се симфония; Р. Сабитов. 1-се симфония, шулай уҡ Мәскәү композиторҙары: Л. Гофман. Альт менән оркестр өсөн концерт; Д. Ғәбитова «Тыуған моңдар», «Condition Z» һәм башҡалар. Башҡортостан Республикаһының композиторҙар союзы менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге арҡаһында Салауат Низаметдинов, Рафаэль Ҡасимов, Андрей Березовский, Даниил Хәсәншиндарҙың юбилей даталары үткәрелә, ҙур уңыш менән Башҡортостан Республикаһының композиторҙар союзының фестивалдәре үткәрә (Өфө, 2004—2010)[1].
Өфө дәүләт сәнғәт институтындағы Студент симфоник оркестр һәм хор берләшмәһе менән хеҙмәттәшлек осоро ла бик ҡыҙыҡлы проекттарға юл һала; профессор А. А. Шисмандың юбилейы, Академияның 40-йыллығы, уҡыу йортона нигеҙ һалыусы Исмәғилев Заһир Ғариф улы иҫтәлегенә концерт та лайыҡлы һәм юғары кимәлдә үткәрелә.
2009 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына баш режиссёр вазифаһына саҡырыла (Өфө), бында ул театр репертуарындағы спектаклдәренә дирижерлыҡ итә: З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев», «Аида», Дж. Вердиҙың «Риголетто» һәм «Травиата», П. И. Чайковскийҙың «Иоланта» һәм «Евгений Онегин»,В. Моцарттың «Дон Жуан» һәм «Волшебная флейта», Н. Римский-Корсаковтың «Снегурочка», Ж. Бизеның «Кармен», ДЖ. Пуччининың «Чио-чио-сан», А. Бородиндың «Князь Игорь» һәм башҡалар.
2009—2010 сезонында Гала-концерттар, Нуриев балет фестивале (йыл һайын үтә), Шаляпин исемендәге опера фестивале (йыл һайын үтә) әҙерләй һәм үткәрә; ҙур уңыш менән театрҙың баш хормейстеры Э. Ғәйфуллинаның, И. Ғәзиевтың, Й. Әбдүлмәнов юбилейҙары үткәрелә. Шулай уҡ «Раштыуа концерттары» автор проекты, тәүге тапҡыр Өфөлә «Магнификат» һәм Й. С. Бахтың клавир концерты (ре-минор) үткәрелә. 2012 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт көндәре Мәскәүҙә» уҙа, Рөстәм Сөләймәнов тантаналы гала-концерттың музыкаль етәксеһе була.
Стационар концерттарына һәм автор проект-концерттарына Өфө ҡалаһының һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең башҡарыусыларын, йырсыларын, рәссамдарын йәлеп итә.
Солистар Н. Петров, Е. Мурина, С. Дукачев, М. Губайдуллин (пианисттар), М.Гантварг, Л.Клычков (скрипкасылар), А.Князев, Д.Еремин, М. Дробинский (виолончелистар), Е.Образцова, А. Шагимуратова, Э. Гвазава, Э. Фатыхова, И. Абдразаҡов (вокалистар) һәм башҡаларға ҡушылып уйнай[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013)
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — Башҡортостан Республикаһы композиторҙарының академия симфоник музыкаһын пропагандалағаны өсөн (2013).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профессионализм — превыше всего 2016 йыл 4 март архивланған.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5 октябрҙә тыуғандар
- 1977 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡта тыуғандар
- Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаусылар
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Рәсәй дирижёрҙары
- Алфавит буйынса дирижёрҙар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаттары