С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты
С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1993 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Рәсми сайт | muiv.ru |
С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты — Мәскәү ҡалаһындағы шәхси юғары уҡыу йорто.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1993 йылда Мәскәү иҡтисад, менеджмент һәм хоҡуҡ институты(МИЭМП) булараҡ булдырыла. 2011 йылдың май айында университет статусы ала[2]. 2011 йылдың 2 ноябрендә исемен С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты тип үҙгәртә.
Ойоштороусыһы — «Современное образование» акционерҙар йәмғиәте[3]..
Университет етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Малышев Николай Григорьевич — С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты президенты. Мәғлүмәт системалары өлкәһендә Рәсәй белгесе.
- Семенов Александр Вячеславович — С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты ректоры. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҡтисад һәм финанстар факультеты;
- Идара итеү факультеты;
- Юридик факультеты;
- ИТ факультеты;
- Медицина факультеты;
- Әҙерлек факультеты;
- СПО факультеты.
Пенза, Түбәнге Новгород, Сергиев Посад, Дондағы Ростов һәм Рязань ҡалаларында филиалдары бар[3]
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университеттың фәнни потенциалында 36 фән докторы, ғилми дәрәжәләре булған уҡытыусылар һаны университеттағы бөтә уҡытыусылар составының 72%-ын тәшкил итә[3]..
2018 йылда С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университетының сит ил университет-партнерҙары һаны 18-гә тиклем арта. Бакалавриат, магистратура һәм специалитет программаһы буйынса уҡыусы сит ил студенттары өлөшө 10 % тәшкил итә[3].
2011 йылдан Беларусь Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Идара итеү академияһы менән берлектә студенттар өсөн алмаштырышыу практикаһы эшләй[4]..
2008 йылда Белосток Финанстар һәм идара итеү юғары мәктәбе менән хеҙмәттәшлектә икеләтә диплом программаһы РЕДДА эшләй башлай[5]. В 2016 году с Высшей школой финансов и управления подписан грантовый договор Erasmus+[4].
2011 йылдан башлап йыл һайын юғары уҡыу йорто Рәсәйҙең финанс министрының тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында «Сергей Юльевич Витте — великий реформатор России» тарихи олимпиадаһы үткәрә[6].
С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты Вестнигы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет РИНЦ (Российский индекс научного цитирования) базаһына индерелгән 3 ваҡытлы ғилми электрон журнал нәшер итә:
- С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты Вестнигы. Серия 1: Иҡтисад һәм идара итеү
- С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты Вестнигы. Серия 2: Юридик фәндәр
- С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты Вестнигы. Серия 3: Белем биреү ресурстары һәм технологиялар .
«Диссернет» журналды «тупаҫ боҙоуҙары булған» һәм «ҙур етешһеҙлектәр менән» баҫма кеүек «Рәсәй журналдары диссеропедияһына» индерә[7]
Рейтингы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылда С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты Forbes фаразы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә инә. Унда 92-се урында урынлашҡан[8].
2018 йылда «Образование в России» мәғлүмәт-мәғариф порталы мәғлүмәттәре буйынса С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты Рәсәй Федерацияһының 250 иң яҡшы шәхси юғары уҡыу йорттары исемләгенә инә[9].
2016 йылда Career.ru аналитиктары Мәскәү факультеттарының сығарылыш студенттарының хеҙмәт баҙарында талап ителгәнлегенә нигеҙләнгән рейтингын тәҡдим итә. Идара итеү факультеты һәм иҡтисад һәм финанстар факультеты рейтингта 3 һәм 9 урындарҙы биләйҙәр[10]. Вуз шулай уҡ «Рәсәй бөгөн» Халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығының «Социаль навигатор» проекты фаразы буйынса иң кәрәкле ун вуз исемлегенә инә.
С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университеты колледжы 2018 йылда, Рәсәй Федерацияһы буйынса урта профессиональ белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы белем биреү ойошмаларында кадрҙар әҙерләү сифаты мониторингыһында, иң яҡшы 500 урта профессиональ уҡыу йорто исемлегенә инә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Приказ №1166 Федеральной службы по надзору в сфере образования и науки от 16 мая 2011 года
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Частное образовательное учреждение высшего образования "Московский университет им. С.Ю. Витте" . indicators.miccedu.ru. Дата обращения: 6 декабрь 2018. 2018 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Гранты и стипендии . www.muiv.ru. Дата обращения: 7 декабрь 2018.
- ↑ Международное образование . www.muiv.ru. Дата обращения: 6 декабрь 2018.
- ↑ Олимпиада «Сергей Юльевич Витте – великий реформатор России» — Все конкурсы, гранты, стипендии и конференции 2018 — 2019 . Дата обращения: 6 декабрь 2018.
- ↑ * Вестник университета имени С.Ю. Витте. Серия 1: Экономика и управление 2021 йыл 4 март архивланған. // Диссеропедия российских журналов
- Вестник Московского университета им. Витте. Серия Юридические науки 2021 йыл 3 март архивланған. // Диссеропедия российских журналов
- Образовательные ресурсы и технологии (Вестник Московского университета им. Витте. Серия Педагогика. Психология. Образовательные ресурсы и технологии) 2021 йыл 18 ғинуар архивланған.// Диссеропедия российских журналов
- ↑ Университеты для будущей элиты. 100 лучших вузов России по версии Forbes | Карьера и свой бизнес (ингл.). Forbes.ru (27 июнь 2019). Дата обращения: 9 июль 2019.
- ↑ Актуальный рейтинг вузов 2018 . Russiaedu. Дата обращения: 6 декабрь 2018.
- ↑ Рейтинг факультетов и вузов Career.ru . career.ru. Дата обращения: 6 декабрь 2018.