Тавакуль Карман
Тавакуль Карман | |
ғәр. توكل عبد السلام خالد كرمان | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 7 февраль 1979[6][7][8][…] (44 йәш) |
Тыуған урыны | Таиз[d], Таиз[d][6] |
Бер туғандары | Safa Karman[d] |
Һөнәр төрө | антивоенный активист, журналист, сәйәсмән, хоҡуҡ яҡлаусы |
Эшмәкәрлек төрө | Кеше хоҡуҡтары |
Ойошма ағзаһы | Nobel Women's Initiative[d][9] |
Уҡыу йорто |
Университет Саны[d] Альбертский университет[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | tawakkolkarman.net |
Фолловерҙар һаны | 1 233 028 |
![]() |
Тавакуль Абдел-Салам Карман (ғәр. توكل عبد السلام خالد كرمان; [Tawakkul ‘Abd us-Salām Karmān], шулай уҡ Таваккуль, Тавакель[10][11][12][13]; 7 февраль 1979 йыл, Таиз, Йемен Ғәрәп Республикаһы) — Йемен хоҡуҡ яҡлаусыһы, журналист һәм сәйәсмән. «Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн» Лейма Гбови һәм Элен Джонсон-Серлиф менән тыныслыҡ өсөн 2011 йылғы Нобель премияһы лауреаты[14][15]. Нобель премияһы алған беренсе Йемен гражданы, беренсе ғәрәп ҡатыны, икенсе мосолман ҡатыны[16] , шулай уҡ иң йәш Нобель премияһы лауреаттарының береһе[17].
2011 йылда Йемен революцияһы (Ғәрәп яҙының өлөшө) ваҡытында билдәлелек ала[18].
2005 йылдан журналистика менән шөғөлләнә. Матбуғат азатлығын яҡлап акциялар ойоштора. Туниста Бен Алиҙы отставкаға ебәрткән "Йәсмин революцияһы"н яҡлап сыға; Йемен президенты Сәлихтең сәйәси оппоненты була.
WikiLeaks мәғлүмәттәре буйынса, Сәғүд Ғәрәбстаны сәйәсәтенә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡҡан Тавакуль Карман был илдә был властың ҡайһы бер вәкилдәре менән йәшерен осрашыуҙар үткәрә һәм уларҙан ярҙам һорай, шулай уҡ Мансур Һадиҙы хути менән Әл-Кайда яҡлы булыуҙа ғәйепләй[19].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тавакуль Карман 1979 йылдың 7 февралендә Йемен мухафазаһының Мехлав ҡалаһында тыуа. Атаһы — Абдель Салам Карман, юрист һәм сәйәсән, Али Абдалла Сәлих хөкүмәтендә ике тапҡыр юстиция министры була. Таиз ҡалаһы эргәһендәге биҫтәлә үҫә, шунда уҡ белем ала.
Тавакуль Карман белдереүенсә, уның ғаиләһе хәҙерге Төркиәләге Анатолиянан һәм Караман ҡалаһынан сыҡҡан. Төркиә хөкүмәте уға Төркиә гражданлығы тәҡдим итә, уны Тавакуль Төркиә сит ил эштәре министры Әхмәт Давутоглу ҡулынан 2012 йылдың 11 октябрендә ала.
Ҡыҙ ҡәрҙәштәре — шағирә Тарик Карман һәм «Әл-Жәзирә» телеканалы журналисы Сара Карман.
Ире — Мохаммед әл Нахми; өс балалары бар.
Сана Фән һәм технологиялар университетында — иҡтисад бакалавры, унан һуң Сана университетында политология магистры дәрәжәһен ала. 2012 йылда Альберт университетының (Канада) халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса почётлы доктор булып китә.
Сәйәси ҡараштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тавакуль Карман — «Ислах» оппозиция сәйәси партияһы ағзаһы, ошо партия ойошторған "Шура советы"на инә, парламент депутаты булып тора. «Ислах» башта «Ислам сәйәси партияһы булараҡ ойошторола», һуңыраҡ Йемен президенты Сәлихкә ҡаршы ҙур хәрәкәткә әүерелә. "Ислах"тың төп электораты — сәләфиҙәр һәм «Мосолман ҡәрҙәштәр» яҡлылар. Карман үҙен был сәйәси төркөмдәрҙең береһенә лә индермәй. Ул уртаса ҡараштарҙа тора.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.nytimes.com/2011/10/26/world/middleeast/yemen-fighting-intensifies-as-cease-fire-is-called.html
- ↑ Notable Names Database (ингл.) — 2002.
- ↑ http://www.bbc.co.uk/news/world-middle-east-15249067
- ↑ http://www.nytimes.com/2011/06/19/opinion/19karman.html?pagewanted=all
- ↑ http://www.nytimes.com/2011/10/12/us/12iht-letter12.html
- ↑ 6,0 6,1 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #1019395583 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Tawakkul Karman // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Tawakkul Karman // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ https://nobelwomensinitiative.org/laureate/
- ↑ Al-Sakkaf, Nadia. Renowned activist and press freedom advocate Tawakul Karman to the Yemen Times: "A day will come when all human rights violators pay for what they did to Yemen", Women Journalists Without Chains (17 June 2010). 30 ғинуар 2011 тикшерелгән. 2011 йылдың 19 август көнөндә архивланған.
- ↑ Evening Times (Glasgow). Arrest Sparks Protest. 24 January 2011. Retrieved 8 October 2011 from the Lexis-Nexis Database.
- ↑ Emad Mekay. Arab Women Lead the Charge. Inter Press Service (Johannesburg), 11 February 2011. Retrieved 8 October 2011 from the Lexis-Nexis Database.
- ↑ Yemen laureate figure of hope and controversy, Oman Observer. 15 ноябрь 2011 тикшерелгән. 2013 йылдың 12 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ The Nobel Peace Prize 2011 (билдәһеҙ). Nobel Media. Дата обращения: 7 октябрь 2011. Архивировано 8 февраль 2012 года.(инг.). Nobel Media. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 7 октябрь 2011 тикшерелгән.
- ↑ Nobel Peace Prize awarded jointly to three women, BBC Online (7 October 2011). 16 ноябрь 2011 тикшерелгән.
- ↑ Profile: Nobel peace laureate Tawakul Karman, BBC Online (7 October 2011). 16 ноябрь 2011 тикшерелгән.
- ↑ Yemeni Activist Tawakkul Karman, First Female Arab Nobel Peace Laureate: A Nod for Arab Spring, Democracynow.org. 10 декабрь 2011 тикшерелгән.
- ↑ Profile: Nobel peace laureate Tawakul Karman, BBC Online (7 October 2011). 16 ноябрь 2011 тикшерелгән.
- ↑ Macdonald, Alastair. Nobel honours African, Arab women for peace, Reuters (7 October 2011). 16 ноябрь 2011 тикшерелгән. 2015 йылдың 9 ноябрь көнөндә архивланған.