Лейма Гбови
Лейма Гбови | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Либерия[3] |
Тыуған көнө | 1 февраль 1972[4][5][6] (52 йәш) |
Тыуған урыны | Монровия[d], Либерия[7][8][9][…] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, эшҡыуар, иҡтисадсы, антивоенный активист, активист |
Эшмәкәрлек төрө | Кеше хоҡуҡтары һәм разрешение споров[d] |
Эш урыны | Колумбийский университет[d] |
Уҡыу йорто | Восточный меннонитский университет[d][10] |
Ҡатнашыусы | FII 6th Edition in Riyadh[d][11] һәм Middle East and Africa Summit 2022[d][12] |
Ойошма ағзаһы | Нобелевская женская инициатива[d][13] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 14 611 |
Лейма Гбови Викимилектә |
Лейма Роберта Гбови (ингл. Leymah Roberta Gbowee; 1 февраль 1972 йыл) — Либерияның тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәре, «ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн» Тавакуль Карман һәм Элен Джонсон-Серлиф менән тыныслыҡ буйынса 2011 йылғы Нобель премияһы лауреаты[14].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лейма Гбови үҙәк Либерияла тыуа. Беренсе граждандар һуғышы башланғас, 17 йәшлек Лейма илдең баш ҡалаһы Монровияға күсә. Психологҡа уҡый һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан балалар менән эшләй.
2002 йылда социаль хеҙмәткәр булып эшләп йөрөгән Гбови Либериялағы икенсе граждандар һуғышы барғанда либерий ҡатын-ҡыҙҙарының тыныслыҡ өсөн хәрәкәтен ойоштора. Хәрәкәт балыҡ баҙарында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында башлана[15]. Уға Монровияның торған һайын күберәк христиан һәм мосолман ҡатындары ҡушыла бара. Гбови етәкселегендә хәрәкәт Либерияның ул саҡтағы президенты Чарльз Тейлор менән осраша һәм уның Ганалағы солох һөйләшеүҙәрендә ҡатнашыу вәғәҙәһен алыуға өлгәшә.
Гбови Ганала Либерия ҡатын-ҡыҙҙары төркөмөнә етәкселек итә. Делегация Аккрала президент һарайы диуарҙары янында өнһөҙ протест үткәрә. Шулай уҡ «енси забастовка» (Аристофандың «Лисистрата» комедияһында тасуирланған тыныслыҡҡа өлгәшеү ысулы) ойоштора[16]. Протест акцияһы барышында уны ҡулға алырға йыйынғандарында, Гбови шәрә ҡалып сисенеү менән янай (Көнбайыш Африка мәҙәниәтендә был иң көслө ҡәһәр тип һанала), һәм янау еңә — уны ҡулға алмайҙар[17].
Лейма Гбови Комфорта Фримен менән бергә WIPNET хәрәкәтен (ингл. Women in Peacebuilding Network, «Женщины в Построении Мира») ойоштора һәм президентҡа мөрәжәғәт сығара.
Хәрәкәт төрлө хөкүмәттәр вәкилдәре менән тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса уңышлы һөйләшеүҙәр үткәрә[18].
Хәрәкәт тырышлығы менән 2003 йылда Либерияла икенсе граждандар һуғышын тамамлауға өлгәшелә һәм ил президенты итеп Элен Джонсон-Серлиф, Африка тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ, һайлана.
Лейма Гбови — «конфликттарҙы хәл итеү» специальносы буйынса гуманитар фәндәр магистры, уны Виргинияла Көнсығыш Меннонит Университетында ала. Ул — Гананың Аккра ҡалаһында урынлашҡан "Тыныслыҡ һәм именлек буйынса Африка ҡатын-ҡыҙҙар берекмәһе"нең башҡарма директоры[19]. 2008 йылда уның тураһында «Загони дьявола обратно в ад» тигән документаль фильм төшөрөлә[20].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2007 — Джон Ф. Кеннеди исемендәге Гарвард дәүләт идаралығы институтының Зәңгәр таҫмаһы
- 2009 — Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн Губер премияһы
- 2009 — «Ҡаһарманлыҡ профилдәре» премияһы
- 2011 — Тавакуль Карман һәм Элен Джонсон-Серлиф менән бергә тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #187366207 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ http://www.bbc.co.uk/news/world-africa-19876111
- ↑ 3,0 3,1 http://www.nytimes.com/2011/10/10/world/africa/on-the-campaign-trail-liberias-sirleaf-plays-down-nobel-win.html
- ↑ http://www.infoplease.com/biography/var/leymahgbowee.html
- ↑ http://www.nndb.com/lists/499/000063310/
- ↑ http://www.bbc.co.uk/news/world-africa-15215312
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1017068275 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ http://www.factmonster.com/biography/var/leymahgbowee.html
- ↑ http://www.ucc.org/black-history/test/profiles-iframe.html?page=13
- ↑ https://emu.edu/now/news/2011/emu-alum-wins-nobel-peace-prize/
- ↑ https://fii-institute.org/wp-content/uploads/2022/07/FII6-Program-2022.10.25.1412KSA.docx-1.pdf
- ↑ Leymah Gbowee - Nobel Laureate; Founder and President of the Gbowee Peace Foundation // (unspecified title)
- ↑ https://nobelwomensinitiative.org/laureate/
- ↑ Leymah Gbowee, Women in Peace and Security Network Africa — NIEW INTERNATIONAL CONFERENCE 2010 2014 йыл 22 март архивланған.(недоступная ссылка)
- ↑ 2009 Peace warrior for Liberia 2009 йыл 27 декабрь архивланған.
- ↑ Bill Moyers Journal, June 19, 2009
- ↑ The Rabble Rousers
- ↑ West African Women Demand Peace In Cote D’Ivoire 2011 йыл 19 июль архивланған.
- ↑ Hunt Alternatives Fund, Directory of Women Experts 2011 йыл 1 октябрь архивланған.
- ↑ November 2009 MEDIAGLOBAL 2010 йыл 10 июль архивланған.