Эстәлеккә күсергә

Элен Джонсон-Серлиф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элен Джонсон-Серлиф
ингл. Ellen Johnson-Sirleaf
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Либерия
Тыуған көнө 29 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[3][4][5][…] (86 йәш)
Тыуған урыны Монровия[d], Либерия[3]
Хәләл ефете билдәһеҙ
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө сәйәсмән, иҡтисадсы, эшҡыуар, яҙыусы
Эш урыны Донъя банкы
Citibank[d]
HSBC[d]
Программа развития ООН[d]
Open Society Initiative for West Africa[d]
Биләгән вазифаһы Президент Либерии[d] һәм Finance Minister of Liberia[d]
Уҡыу йорто Колорадский университет в Боулдере[d]
Гарвард университеты
Школа управления им. Джона Ф. Кеннеди[d]
Колледж Западной Африки[d]
Бизнес-колледж в Мэдисоне[d]
Мадисондағы Висконсин университеты[d]
Колорадский университет[d]
Строка принадлежности Council of State of Liberia[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия единства[d] һәм Партия истинных вигов[d]
Участвовал в выборах 2011 Liberian presidential election[d]
Күҙ төҫө чёрный[d]
Сәс төҫө чёрные волосы[d]
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2014 г.[d][2]
Нигеҙләүсе Комиссия истины и примирения[d]
Ойошма ағзаһы Alpha Kappa Alpha[d] һәм The Links[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Нобель тыныслыҡ премияһы Президентская медаль Свободы

почётный доктор Гарвардского университета[d] (2011)

премия Индиры Ганди[d] (2012)

премия Четырёх свобод — Свобода слова[d] (1988)

премия Свободы[d] (2006)

Глобальная экономическая премия[d] (2014)

100 женщин[d] (2017)

орден Африканского искупления орден Пионеров Республики орден Звезды Африки

Мальтм ордены

орден Моно кавалер Большого креста ордена Почётного легиона

Mo Ibrahim Prize for Achievement in African Leadership[d] (2018)

Большой крест ордена Белой розы Финляндии с цепью кавалер Большого креста Национального ордена Бенина орден Вельвичия

почётлы доктор[d] (2006)

почётлы доктор[d] (2009)

почётный доктор Йельского университета[d] (23 май 2010)

почётный доктор Ратгерского университета[d] (2010)

почётлы доктор[d] (2008)

почётный доктор Брауновского университета[d] (2008)

почётная степень Спелманского колледжа[d] (2007)

Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 104 478
 Элен Джонсон-Серлиф Викимилектә

Элен Джонсон-Серлиф (ингл. Ellen Johnson-Sirleaf; 29 октябрь 1938 йыл) — сәйәсмән һәм 2006 йылдан Либерияның 24-се президенты, «Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн» Тавакуль Карман һәм Лейма Гбови менән тыныслыҡ буйынса 2011 йылғы Нобель премияһы лауреаты[6]. Африка илдәрендә беренсе ҡатын-ҡыҙ президент. Джонсон-Серлиф хөкүмәтендә вице-президент — Джозеф Бокай. Үтә ҡатылығы һәм тәүәккәллеге өсөн уны «тимер леди»ға тиңләйҙәр. 2006 йылдың 16 ғинуарында үткәрелгән инаугурацияһында АҠШ-тың дәүләт секретары Кондолиза Райс менән АҠШ-тың беренсе ханымы Лора Буш ҡатнаша.

Гарвард университетының дипломын алғас, 1972 йылда Джонсон-Серлифты президент Уильям Ричард Толберт хакимиәте Либерия хөкүмәтенә финанс министры ярҙамсыһы итеп эшкә саҡыра, бында уны 3 миллион долларҙан ашыу аҡсаны урлауҙа ғәйепләйҙәр. 1980 йылда ул финанс министры булып үрләй һәм 1985 йылға тиклем Сэмюэл Доу хөкүмәтендә ошо вазифала эшләй. Республика президентын хәрби режим урынлаштырыуҙа ғәйепләп парламентта сығыш яһай һәм бының өсөн ун йылға төрмәгә хөкөм ителә. Ләкин уны тиҙҙән сығаралар һәм илдән Найробиға (Кения) ҡыуалар, ул Либерияға тик 1997 йылда Донъя банкы һәм «Citibank» иҡтисадсыһы сифатында ҡайта.

Тәүҙә сержант Сэмюэл Доуға ҡаршы көрәшкән Чарльза Тэйлор яҡлы була, һуңғараҡ 1997 йылғы президент һайлауҙа Элен Джонсон-Серлиф уға ҡарата оппозицияла була. Һайлауҙа ул тауыштарҙың 10 процентын ғына ала, ә Чарльз Тэйлорға һайлаусыларҙың 75 проценты тауыш бирә. Бер аҙҙан Чарльз Тэйлор уны илгә хыянатта ғәйепләй, сөнки Элен республика президентының абруын ҡаҡшатыу буйынса киң кампания йәйелдерә. Шул рәүешле ул үҙенә 2005 йылғы һайлауға плацдарм әҙерләй.

Президент һайлауҙың икенсе турында иң күп тауышты йыя, һәм 2005 йылдың 11 ноябрендә дәүләт комиссияһы Элен Джонсон-Серлифтың еңеүен таный.

2011 йылғы президент һайлауҙа ул был вазифаға ҡабат һайлана, тауыштарҙың 90 проценттан ашыуын ала[7][8].

Элен Джонсон-Серлифтың дүрт улы һәм алты ейәне бар, уларҙың ҡайһылары АҠШ-тың Джорджия штаты Атланта ҡалаһында йәшәй.

  • From Disaster to Development (1991) («От катастрофы к развитию»).
  • The Outlook for Commercial Bank Lending to Sub-Saharan Africa (1992) («Перспективы кредитования Центральной Африки»).

Маҡтаулы бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һүҙ азатлығы өсөн 1988 йылғы Рузвельт наградаһы (1988 Franklin Delano Roosevelt Freedom of Speech Award).
  • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтергән өсөн Ральф Бунше наградаһы (Ralph Bunche International Leadership Award).
  • Либерияны азат иткән өсөн Африка Йондоҙо кавалеры (Grand Commander Star of Africa Redemption of Liberia).
  • Того Ордены кавалеры (Commander of the Order of Togo).
  • Тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы (2011).
  • Ҡаҙаныштар Ордены сынйыры (2014, Мальта ордены)[9].