Таганрог уҡытыусылар институты
Таганрог уҡытыусылар институты | |
Нигеҙләү датаһы | 13 август 1939 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Таганрогский государственный педагогический институт[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 19 август 1955 |
Таганрог уҡытыусылар институты (рус. Таганрогский учительский институт) — 1939 — 1955 йылдарҙа Таганрог ҡалаһында эшләгән юғары уҡыу йорто.
Ойошторолоу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог педагогик белем биреү 1870 йылда Мариия ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһының педагогия класынан башлана. 1916 йылда уҡытыусылар семинарияһы асыла. Таганрогта Совет власы урынлаштырылғандан һуң ҡалала уҡытыусылар әҙерләү буйынса педагогия курстары асыла. 1920 йылдың июнендә уны 24 кеше тамамлай.[1] 1926 — 1939 йылдарҙа Таганрог ҡалаһында педагогия техникумы эшләй[2].
СССР-ҙа һәр ерҙә уҡытыусылар институттары асыу 1920—1930 йылдарҙағы мәҙәни революцияның уңышына бәйле була. Наҙанлыҡ проблемаһы бөтөрөлә һәм ете бөтә ерҙә ете йыллыҡ уҡытыу индерелә. Педагогия институттарын ойоштороу менән бер рәттән 1934 йылда СССР-ҙа тулы булмаған урта мәктәп уҡытыусыларын (5-7 класс) әҙерләү өсөн ике йыллыҡ уҡытыусылар институты ойошторола[2].
1939 йылдың майында Ростов өлкә башҡарма комитеты РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советына Таганрогта ике йыллыҡ уҡытыусылар институты асыуҙы һәм 1939—1940 уҡыу йылына 150 кеше йыйыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы был үтенесте ҡәнәғәтләндерә һәм 1939 йылдың 13 авгусында РСФСР Мәғариф Халыҡ Комиссариаты Таганрог ҡалаһында М. Горький исемендәге Таганрог педагогия училищеһы базаһында Уҡытыусылар институтын асыу тураһында 1243-се бойороғон сығара[2].
1939 — 1941 йылдарҙа институт 1926 — 1940 йылдарҙа педагогия училищеһын булған Ленин урамы, 40, адресы буйынса урынлаша[3].
Һуғышҡа тиклемге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институтта ике — тарих һәм рус теле һәм әҙәбиәте була. Һуңыраҡ физика-математика һәм тәбиғи-география бүлектәре асыла. 1939 йылдың сентябренән институт үҙ эшен башлай һәм урта мәктәптәр өсөн 5-7-се класс уҡытыусылары әҙерләй. Һуғышҡа тиклем Таганрог уҡытыусылар институты тик бер генә сығарылыш яһап өлгөрә, дипломдарҙы Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та 1941 йылдың 25-27 июнендә тапшыралар[2].
Һуғыштан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог азат ителгәс, институт етәкселеге 1944 йылдың 11 февралендә үҙ эшен башлай. Директор итеп һуғышҡа тиклем15-се урта мәктәпте етәкләгән Владимир Дмитриевич Степенев тәғәйенләнә[2].
1944 йылдың 31 авгусына тиклем институттың үҙ бинаһы булмай һәм ул 12-се мәктәп бинаһын ҡуртымға ала, ай һайын ҡуртым өсөн 1000 һум түләй. 1944 йылдың август аҙағында Таганрог ҡала башҡарма комитеты институтҡа Тургенев тыҡрығы, 32 адресы буйынса урынлашҡан ике ҡатлы муниципаль таш бинаны бирергә ҡарар итә. Бина ярым емерек була һәм тергеҙеү талап итә.
Таганрог уҡытыусылар институты РСФСР Министрҙар Советының 1955 йылдың 19 авгусындағы ҡарарына ярашлы ябыла[3]. Уның матди базаһына бөтөрөлгән Новочеркасск педагогия институты күсерелә. Яңы учреждение Таганрог дәүләт педагогия институты тип атала башлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Газета Донецкого губисполкома и губкома КП(б)У «Известия». — 1920. — 17 июня.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Донскова Л. А. Таганрогский учительский институт 1939—1955 гг. // Вехи Таганрога. — 2005. — № 25. — С. 10-15.
- ↑ 3,0 3,1 Донскова Л. А. Таганрогский государственный учительский институт // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 688. — ISBN 978-5-88040-064-5.