Таганрог хәрби-тарих музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Таганрог хәрби-тарих музейы
Таганрогский военно-исторический музей - здание.jpg
Асылған ваҡыты 9 май 2004 (асылған 6 май 2010)
Урынлашыуы Рәсәй Рәсәй, Таганрог, Урман биржаһы урамы, 20б
Директор Гаркуша Игорь Викторович
Сайт military-museum.ru
Логотип Викисклада [[:commons:Category: Commons-logo.svg Museum of Military History, Taganrog на Викискладе|Таганрог хәрби-тарих музейы]] Викимилектә

Таганрог хәрби-тарих музейы — Таганрог ҡалаһындағы дәүләткә ҡарамаған беренсе музей, ҡаланың йәмле үҙәк районында, диңгеҙ ярына яҡын ғына, «ЮГ — Художестолы сүкеү» предприятиеһы администрация корпусының тәүге ҡатында урынлашҡан.

Музей тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей коллекцияһын йыйыу 2004 йылдың 9 майында башлана: «Авто-Ретро Таганрог» клубы барлыҡҡа килә. Артабанғы осорҙа бер нисә берәмек авто- һәм мототехника булдырыла һәм яңыртыла, элекке хәленә ҡайтарыла. 2008 йылдан клуб эшмәкәрлеге концепцияһы хәрби-тарихи йүнәлеш ала. 2010 йылдың 6 майында даими эшләүсе экспозиция асыла. Был ваҡытта экспозиция иҫәбендә бер нисә мең экспонат була. 2012 йылдың июлендә «Таганрог хәрби-тарих музейы» исеме рәсми статус ала.

Музей янында хәрби-тарихи клуб эшләй, был клуб Дондағы Ростов, Воронеж, Волгоград, Новочеркасск, Киев, Одесса, Брест, Берлин һәм башҡа ҡалаларҙа хәрби баталияларҙы яңыртыуҙа ҡатнаша.

2014 йылдың 25 октябрь төнөндә «ЮГ — Художестволы сүкеү» предприятиеһының музей урынлашҡан өс ҡатлы администрация бинаһы тулыһынса янып юҡҡа сыға[1][2]. Янған музейға ярҙам итеү өсөн 2014 йылдың ноябрендә ҡала мәҙәниәт Һарайында шәфҡәтлек концерты үткәрелә, ә 2 декабрҙә Таганрог йәштәр үҙәгендә Нонна Малыгинаның йәштәр театры спектакле премьераһы була[3].

Музей экспозицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Авто- һәм мототехника[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йөк машинаһы ГАЗ_АА
  • Еңел внедорожник (бөтә ерҙән дә үтә алыуға эйә автомобиль) ГАЗ-67Б, ГАЗ-67 ,ГАЗ_АА
  • Бронялы автомобиль БА-64
  • Автомобиль Opel P4
  • Автомобиль Opel Olympia
  • Мотоцикл ТИЗ-АМ-600
  • Мотоцикл ИМЗ_М-72
  • Мотоцикл BMW R12
  • Мотоцикл Victoria Aero
  • Мотоцикл NSU 251OSL

Ҡорал макеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шпагин пистолет-пулемёты (ППШ-41)
  • Судаев пистолет-пулемёты (ППС-42, ППС-43)
  • Токаревтың үҙе зарядланыусы винтовка (СВТ-40)
  • Томпсон пистолет-пулемёты
  • Мосин винтовкаһы
  • Наган системаһы револьверы
  • Пистолет ТТ-30, ТТ-33
  • Макаров пистолеты
  • Авиация пушкаһы ВЯ-23
  • Дегтярёв пехота пулемёты (ДП-27)
  • Дегтярёв танк пулемёты (ДТ)
  • Дегтярёв танкка ҡаршы мылтығы (ПТРД)
  • Симонов танкка ҡаршы мылтығы (ПТРС)
  • Пулемёт MG-34
  • Пистолет-пулемёт MP-40
  • Винтовка Mauser 98k
  • Пистолет Mauser C96
  • Пистолет Walther P38
  • Пистолет Parabellum

Башҡа экспонаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыш припастары макеттары, һалҡын ҡорал, форма, документтар, фронт көнкүреше әйберҙәре һәм башҡа ҡомартҡылар.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]