Тагариев Рәшит Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тагариев Рәшит Зәки улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 декабрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Тигермән, Байҡыбаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
К. Д. Ушинский миҙалы

Тагариев Рәшит Зәки улы (3 декабрь 1952 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1992), профессор (1992), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Зәки улы Тагариев 1952 йылдың 3 декабрендә Башҡорт АССР-ының Байҡыбаш районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы) Тигермән ауылында тыуған.

Бөрө пединститутын тамамлағандан һуң (1976) Илеш районы Ҡәҙер мәктәбендә уҡыта. 1978 йылдан — Бөрө социаль-педагогика академияһында: 1985 йылдан алып — физика уҡытыу методикаһы һәм уҡытыуҙың техник саралары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1991 йылдан — мөдире, 1992 йылдан — физика — математика факультеты[1], 2002 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында — Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты деканы. Спецкурстар алып бара: «Мәғарифтың төбәкләштереү социаль нигеҙҙәре», «Модулле уҡытыу технологияһы», «Профилле мәктәп», «Инновацион уҡытыу технологиялары», «Ауыл мәктәбе»[2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Тагариева Светлана Мөхәммәт ҡыҙы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1982 йылда — кандидатлыҡ, 1991 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Профессор, Рәсәй тәбиғәт белеме академияһы ағза-корреспонденты. Төп тикшеренеү йүнәлештәре:

  • Республика региональ үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу сиктәрендә ауыл йәштәренең хеҙмәт һәм технологик белем системаһының теоретик-педагогик нигеҙҙәре.

247 фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялар, уҡыу әсбаптары һәм методик рекомендациялар[2].

Һайланма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Политехническая подготовка учащихся сельских школ в условиях реализации межпредметных связей основ наук и трудового обучения: Дис. … канд. пед. наук. — Бирск, 1982. — 176 с.
  • Политехнические основы подготовки учащихся сельских школ к труду в агропромышленном производстве: Автореф. дис. … д-ра пед. наук. — М., 1991.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)
  • РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы алдынғыһы[2] (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995)
  • К. Д. Ушинский миҙалы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]