Эстәлеккә күсергә

Тайс Донн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тайс Донн
Зат ир-ат
Тыуған көнө 12 июль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (65 йәш)
Һөнәр төрө эшҡыуар, менеджер

Донн Тайс (ингл. Donn A. Tice; 12 июль 1959 йыл) — Америка эшҡыуары һәм менеджеры, D.light Design компанияһы етәксеһе (CEO, 2011) һәм директорҙар советы рәйесе (2010), ярлы халыҡты ҡояш энергияһы менән тәҡъмин итеүҙе үҙҙенең маҡсаты итеп ҡуя; Greenline Industries, Inc. (CEO, 2009) етәксеһе; Sustainable Solutions (2006) компанияһына нигеҙ һалыусы һәм идара итеүсе партнёр, NanoBusiness Alliance кәңәшмәләр советы ағзаһы һәм йәш президенттар Ойошмаһының офицеры (ингл. Young Presidents' Organization)[1][2]. Тайс «пирамиданың нигеҙҙәре» баҙарының эксперты[1][3][4].

Донн Тайс Висконсин-Милуоки Университетында иҡтисад буйынса бакалавр дәрәжәһен ала (ингл. University of Wisconsin–Milwaukee), һәм шулай уҡ Мичиган университетында MBA дәрәжәһен ала[5][2][4][3].

Тайс IDG Books баш операциялар директоры була; Oakland Tribune һатыу-итеү буйынса директор булып эшләй, Dreyer’s Grand Ice Cream маркетинг һәм яңы аҙыҡ-түлектәр буйынса директор; һәм тағы ла Procter & Gamble бренд-менеджеры була (Folgers)[2][5][4][3].

Тайс 1997 йылдан 2002 йылға тиклем Winterland компанияһының президенты була; компанияның директорҙар советы ағзаһы була[6][2].

Holt & Associates алты йыл буйы эшләй.[2]

2003 йылдың ғинуарынан алып 2006 июленә тиклем Тайс Nano-Tex компанияһын етәкләй, LLC.[2][6]

Доннды карьера ҡыҙыҡһындырмай[5][7]. Бер көндә ул үҙенең донъяны бысраҡтан ҡотҡарыусы түгел икәнен аңлай һәм үҙен социаль мәсьәләләргә бағышларға итә[5][7].

2006 йылда Донн Тайс Sustainable Solutions команияһына нигеҙ һала, һәм шул вағыттан башлап компанияның идарасы партнёры булып сығыш яһай[2][6].

2008 йылдың ноябрендә Тайс D.light Design командаһына ҡушыла, директор вазыфаһында эшләй[2].

2009 йылдың ғинуар айынан Greenline Industries компанияһын етәкләй, Inc.[2]

2010 йылда Донн Тайс D.light Design директорҙар советы председателе, ә 2011 йылдың мартынан CEO[1][2][8][9]. Шул ваҡыттан башлап компания уның етәкселегендә үҫешә.

  1. 1,0 1,1 1,2 Donn Tice (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2014). Дата обращения: 20 май 2015. 2015 йыл 16 ноябрь архивланған.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 Executive Profile Donn Tice (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 20 май 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 Donn Tice (ингл.). Всемирный экономический форум. Дата обращения: 20 май 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 Donn Tice (ингл.). Social Capital Media. Дата обращения: 20 май 2015. 2016 йыл 24 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Marc Gunther. d.light: Solar power for the poor (ингл.) (3 март 2013). Дата обращения: 20 май 2015. 2015 йыл 24 июнь архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 Donn Tice Named D.light Chief Executive Officer (ингл.). NewsWire (31 март 2011). Дата обращения: 20 май 2015.
  7. 7,0 7,1 Sarah Adler. Crises helped couple see what mattered (ингл.) (5 ноябрь 2012). Дата обращения: 20 май 2015.
  8. Company Overview of D.light Design (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 20 май 2015.
  9. Sam Goldman. An Open Letter from d.light Founders Sam Goldman and Ned Tozun (ингл.). D.light Design (31 март 2011). Дата обращения: 20 май 2015.