Такасаки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Такасаки
япон. 高崎市
Флаг
Flag of Takasaki, Gunma.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1889
Дәүләт Flag of Japan (1870–1999).svg Япония
Административ-территориаль берәмек Гумма (префектура)[d]
Халыҡ һаны 368 846 кеше (1 июнь 2019)[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+09:00[d]
Майҙан 459 160 000 квадратный метр
Рәсми сайт city.takasaki.gunma.jp
Урынлашыу картаһы
Изображение печати/эмблемы
Commons-logo.svg Такасаки Викимилектә

Такаса́ки (япон. 高崎市Такасаки-си?) — үҙәк ҡала Японияның үҙәк ҡалаһы, Канто төбәгендәге Гумма префектураһының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡаланың майҙаны — 459,41 км2[1], халҡы — 375 022 кеше (1 июль, 2014)[2], халыҡ тығыҙлығы — 816,31 кеше/км2.

Ҡалала «Nichijou» аниме-сериалы төшөрөлгән.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Такасаки Накасэн стратегик юлында барлыҡҡа килгән, был юл боронғо баш ҡала Киотоны Эдо ҡалаһы менән тоташтырып торған. 1589 йылда Ии Наомаса Такасаки һарайына нигеҙ һала, тау итәгендә шул исемле ҡала төҙөлә. Барлыҡ Эдо дәүерендә (1603—1867) хәҙерге ҡала урынында күп һанлы ауылдар торған, улар Накасэн юлы буйында теҙелеп урынлашҡан була. Отошло урында тороуы арҡаһында, Такасаки Гумма префектураһының административ үҙәге итеп ҡуйыла (1871—1872 йылдарҙа һәм 1876—1876 йылдарҙа).

1900 йылдың 1 апрелендә Такасакиға ҡала статусы бирелә. 2001 йылда ҡала Такасаки айырым ҡала статусын ала. 2006 йылдың 23 ғинуарында Гумма өйәҙенең Мисато, Гумма, Карабути ҡасабалары һәм Тано өйәҙенең Син ҡасабаһы Такасакиға ҡушыла һәм шулай итеп Такасакиҙың майҙаны киңәйтелә. 2006 йылдың 1 октябрендә Гумма өйәҙенең һуңғы ҡасабаһы — Харун — Такасаки ҡалаһы составына индерелә. 2009 йылдың 1 июнендә ҡала составына Тано өйәҙенең Ёсии ҡасабаһы ла индерелә.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был ҡала Хонсю утрауында/ Канто төбәгенең Гумма префектураһында урынлашҡан. Ҡала менән Маэбаси, Аннака, Фудзиока, Сибукава, Томиока ҡалалары, Тамамура, Хигасиагацума, Наганохара, Канра, Камисато, Каруидзава ҡасабалары һәм Синто ауылы сиктәш[2].

Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1980 323 403 кеше
1985 338 297 кеше
1990 346 933 кеше
1995 353 879 кеше
2000 358 465 кеше
2005 364 919 кеше

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Такасаки иҡтисадының төп өлөшөн электр приборҙары етештереү, машиналар эшләү һәм химия сәнәғәте тәшкил итә. Шулай уҡ ҡалала туҡыу, тегеү, ҡағыҙ сәнәғәте һәм он тартыу сәнәғәт предприятиелары эшләй. Ҡала Гумма префектураһының финанс-коммерция үҙәге булып тора. Традицион етештереү һөнәрҙәре араһында иң билдәлеһе — бәхет символы булған дарума ҡурсаҡтарын эшләү тора. Шулай Такасакиҙа ҡала тимер юлдар системаһы бар, ул ҡаланы күрше Томиока ҡалаһы һәм Синомита ҡасабаһы менән бәйләй.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимер юл транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала ҡала тимер юлдар системаһы ғәмәлдә. Шулай уҡ ҡала аша Синкансен тиҙ йөрөшлө линияһы үтә. Такасаки — мөһим тимер юл төйөнө. Ҡала тиҙ йөрөшлө Синкансен поездары линияһы менән Ниигата, Нагано һәм Токио ҡалаларын тоташтыра. Токио — Такасаки — Нагано линияһын тиҙҙән бер аҙ оҙайтасаҡтар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 群馬県統計情報提供システム - 移動人口調査
  2. 国土数値情報 行政区域データの詳細  (яп.). Counsellor, National and Regional Planning Bureau. — Цифровые карты с административным делением Японии. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 май 2012. 23 июль 2010 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 群馬県 (яп.). Geospatial Information Authority of Japan.  — Гумма префектураһындағы тораҡ пункттарҙың географик координаталары. 2010йылдың 23 июлендә тикшерелгән.
  • 群馬県内市町村 (яп.). Center Development Local Systems Authorities.  — Гумма префектураһындағы тораҡ пункттары хакимиәттәре, исемдәре, кодтары, почта адресы һәм телефондары. 2010 йылдың 23 июлендә тикшерелгән.