Эстәлеккә күсергә

Талабск утрауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Талабск утрауҙары
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков өлкәһе
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Псков күле
Майҙан 1,54 км²
Карта
 Талабск утрауҙары Викимилектә

Талабск утрауҙары (йәки Залит утрауҙары) Псков күленең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Псковтан 25 км төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.

Төркөмгә өс утрау инә:

  • Үрге утрау[1][2][3][4][5][6][7] йәки 0,85 км² майҙан менән Белов исемендәге утрау [8]
  • Талабск утрауы [9] йәки Залит утрауы, майҙаны 0,62 км²
  • Талабенец утрауы [10] (Талабец), майҙаны 0,07 км²

Дөйөм майҙаны 1,54 км² тәшкил итә[11][12].

Талабск утрауҙары
Псков районы картаһы

Совет заманында утрауҙар менән шул тораҡ пункттар үҙгәртелә: Талабск — Залит итсемендәге утрауға, ә Үрге утрау — Белов исемендәге утрауға (Белов утрауы) — утрауҙарҙа совет власын урынлаштырырға тырышыусы һәм аҡ гвардеецтар тарафынан үлтерелеүсе беренсе ҡыҙыл комиссарҙар хөрмәтенә (уҡытыусы Ян Залит һәм уның көрәштәше И.С. Белов) атала[13]. Әгәр тораҡ пункттар рәсми рәүештә комиссарҙар хөрмәтенә аталған булһа, утрауҙарҙың иһә яҡты өйрәнеү әҙәбиәтендә, рәсми документтарҙа, һәм халыҡ араһында утрауҙарҙың боронғо исеме лә, шулай уҡ тораҡ пункттар менән берҙәй шул уҡ исемдәре лә (Үрге һәм Талабск) киң таралған[6][10][14]. Хәрби-топографик һәм картографик сығанаҡтар утрауҙарҙың боронғо исемдәренә өҫтөнлөк бирә.[1][2][3][7][9]

2000 йылда Талабск утрауҙарында 326 кеше йәшәй, 2007 йылда — 350 тирәһе кеше, 2010 йылда — 202 кеше, 2012 йылда — 193 кеше, 2013 йылда — 179 кеше йәшәй. Административ яҡтан Псков районына ҡарай һәм Залит утрауҙарының ауыл-ара территорияһын тәшкил итә. Халҡы ике ауылда тупланған: Утрау-Залит һәм һәм Белов исемендәге утрау[8].

Утрауҙар үҙҙәренең монах ауылдары менән билдәле утрауы. Талабск утрауында Изге Николай храмы бар, уның башлығы 1958—2002 йылдарҙа православ диндарҙар араһында хөрмәтле протоиерей Николай Гурьянов була. 2002 йылда аҡһаҡал ошо утрауҙа ерләйнә. Уның ҡәберенә ғибәҙәт ҡылыуҙар башҡарыла[15].

Талабск халҡы Стефан Баторий ғәскәрҙәренең Псковҡа ҡыҫымын тотоп тороуҙа үҙ өлөшөн индерә (1581—1582 йй.), ҡамауҙа ҡалған псковлыларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Иң һуғышсан талабсклылар легенда буйынса, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Стефан Баторийҙы Псков-Печора монастырына үткәрмәйҙәр, батырлыҡтары өсөн Иван Грозный рәхмәт йөҙөнән утраулыларға үҙ причалдарынан ирекле сауҙа итергә рөхсәт итә: бындай иҡтисади өҫтөнлөк XVIII быуат аҙағына тиклем һаҡлана. Шул саҡта утрауҙа ҡаҡланған балыҡ менән һатыу иткән халыҡ һаны 3000 самаһы кеше тәшкил итә[16][17].

Талабский утрауҙары 1821 йылдың 12 мартында император Александр I биргән яңы статус һәм Александр посады тигән яңы исем ала[18]. Шул уҡ ваҡытта Талабскта ратуша барлыҡҡа килә, ул 1875 йылға тиклем эшләй. Ике утрауҙа (Үрге һәм Талабск) земство мәктәптәре асыла[17].

Талабск утрауҙарында йәки Александр посадында 1887 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2849 халҡы йәшәгән[19], 1897 йылдағы иҫәп алыу буйынса — 3381 кеше[20].

1917 йылдың июлендә архипелаг балыҡсылары йыйылышында балыҡсылар депутаттарының Талабск Советы башҡарма комитеты һайлана, ул Псковтың һалдат һәм эшселәр советына бер вөкил ебәрергә ҡарар итә[21]. 1917 йылдың Октябренән һуң балыҡсы депуттар советы рәйесе итеп мәктәп уҡытыусыһы Ян Залит һайлана, ул һуңғараҡ 1918 йылда немец оккупацияһынан ирекле булған территорияла Псков өйәҙе советы башҡарма комитетының рәйесе була[22].

Немецтар, 1918 йылдың февралендә Псковты баҫып алыусы немецтар, Талабск утрауҙарына һөжүм итә, улар боҙ буйлап аҙ һанлы атлылар отрядын ебәрә, әммә тиҙҙән ҡоралланған балыҡсылар дошманды 5-10 минут эсендә ҡыуып ебәрә[23].

Талабск утрауҙарының баҫып алыныуы тураһында 1918 йылдың 26 октябрендә Совет Рәсәйенең үҙәк матбуғаты хәбәр итә[24].

Большевиктар 1918 йылда Талабск балыҡсыларын көс менән Ҡыҙыл армияға мобилизацияларға маташа. Талабск архипелагында балыҡсыларҙан төҙөлгән Талабск батальоны (һуңынан полкы) аҡтар яғын биләп, генерал Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһына инә. Полкта 1000-дән алып 1500 тиклем кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 700-800 кеше утрауҙарҙан була. Йәш ротмистр Борис Сергеевич Пермикин полк командиры итеп тәғәйенләнә. Талабск архипелагын ҡыҙылдар яулағанын белеп ҡалып, ул ун ете аҡ һалдат менән көҙгө төндә 1918 йылдың ноябрендә Талабск утрауына килә һәм илле кешенән торған ҡыҙылдар отрядын тар-мар итә, ә комиссарҙарын (Ян Залит, Иван Белов, Осип Хорев, Шляпников Иван, Иван Галахов) күлгә ташларға бойора[23]. Икенсе версия буйынса комиссарҙар Булак-Балахович отряды аҡгвардеецтары тарафынан үлтерелә. 1919 йылдың яҙында уларҙың ике кәүҙәһе табыла: шул саҡта утрауҙарҙағы ике тораҡ пунктты Залит һәм Белов хөрмәтенә атарға ҡарар ителә[13].

Ян Залит — Псков губернаһы Псков өйәҙенең Паниковский улусы Лавра ауылында 1876 йылда тыуған. латыш сығышлы, Псковта 1903 йылда уҡытыусылар семинарияһын тамамлай. 1906 йылдан алып РСДРП(б) ағзаһы, 1916 йылдан Талабск утрауҙарында уҡытыусы булып эшләй.

1919 йылдың декабрендә Нарва янында Талабск халҡы, Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһының китеүен ҡаплап, бер ярҙа һөжүм итеүсе ҡыҙылдар һәм икенсе ярҙа сигенеүсе эстон ғәскәрҙәре араһында ҡала. Юденичтың иҫән ҡалған яугирҙәре эстон ярына сыҡҡас, талабсклылар шулай уҡ сигенергә ҡарар итә, әммә эстондар уларҙы утҡа тота һәм Нарова боҙона ҡарай ҡыуа, ә икенсе яҡтан уларҙы ҡыҙылдар ата. Шулай итеп, ике ут араһында ҡалған полк юҡҡа сыға. Икенсе версия буйынса, эстондар, талабсклыларҙы ҡоралһыҙ үткәрергә ризалаша, уны ҡоралһыҙландыра, ләкин сик аша үткәндә, уларға хыянат итә: Талабск һалдаттары ике яҡтан да — ҡыҙыл һәм эстондар тарафынан атып үлтерелә. Тере ҡалған Талабск яугирҙәре 1934—1937 йылдарҙа репрессиялана һәм атып үлтерелә[23].

XX быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Талабск утрауҙары балыҡсылыҡ үҙәге була. Хәҙерге ваҡытта балыҡсылыҡ утрауҙарҙа бөлгөнлөктә[25][26].

  1. 1,0 1,1 Карта бите O-35-XVII Новоселье. Масштаб: 1 : 200 000. Издание 1980 г.
  2. 2,0 2,1 Карта бите O-35-XXIII Псков. Масштаб: 1 : 200 000. Издание 1967 г.
  3. 3,0 3,1 Карта бите O-35-81-A. Масштаб: в 1 см 500 м
  4. Государственный комитет Псковской области по туризму, инвестициям и пространственному развитию: Жителей острова Залита учили делать сувениры своими руками. Дата обращения: 4 февраль 2013. Архивировано 20 октябрь 2013 года. 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
  5. Талабские острова (о. Верхний и о. Талабск) на карте автодорог
  6. 6,0 6,1 Портал Православие. Талабские острова
  7. 7,0 7,1 Росреестр. Публичная кадастровая карта. Дата обращения: 22 май 2019. Архивировано 31 май 2018 года. 2020 йыл 13 март архивланған.
  8. 8,0 8,1 Закон Псковской области от 22 декабря 2010 года № 1032-ОЗ О внесении изменений в Закон Псковской области «ОБ УСТАНОВЛЕНИИ ГРАНИЦ И СТАТУСЕ ВНОВЬ ОБРАЗУЕМЫХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ НА ТЕРРИТОРИИ ПСКОВСКОЙ ОБЛАСТИ». Дата обращения: 9 апрель 2011. Архивировано 27 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  9. 9,0 9,1 Карта O-35-069-C Масштаб в 1 см 500 м (Карта бите O-35-69-C.)
  10. 10,0 10,1 Государственный комитет Псковской области по природопользованию и охране окружающей среды: Псковский район.(недоступная ссылка)
  11. Историко-культурная самобытность территории как фактор устойчивого развития туризма (на примере острова Верхний Талабского архипелага Псковско-Чудского озера).(недоступная ссылка)
  12. Государственный комитет Псковской области по природопользованию и охране окружающей среды. Псковский район.(недоступная ссылка)
  13. 13,0 13,1 Талабские острова, Культура и история Пскова и Псковской области
  14. Распоряжение Администрации Псковской области от 26.10.2010 N 289-р "Об утверждении концепции и разработке областной долгосрочной целевой программы «Комплексное развитие межселенной территории Залитских островов на период 2010—2012 годы» 2015 йыл 13 июль архивланған.
  15. Старец Николай Гурьянов
  16. Талабские острова. Гары: бандиты или сверхлюди? // Псковская Провинция, № 3 (9497), 27/01/2011 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  17. 17,0 17,1 Талабы: «Под крылом» Александра I // Псковская Провинция, № 5 (9499), 09/02/2011 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  18. См.: (Ряд VI, лист 7) — Военная топографическая карта западной части Российской империи (трехверстная) 1914 года, Псковская область, ряд VI, лист 7 2012 йыл 7 август архивланған.. На данной карте подписаны острова и населённые пункты (О. Талабскъ и Посадъ Александровскій; О. Верхній и Посадъ Александровскій; а Талабинецъ подписан как нп (видимо одноимёнен острову или находился на о-ве Верхнем, где на его северо-востоке видны отдельные (от посада Александровского) застройки, тогда как на о-ве Талабенец эти застройки точечные, возможно, собственно нижеупоминаемые 3 завода). Подписаны также количества заводовъ для сушки (сушенія) рыбы: соответственно 38, 8, 3)
  19. История переписей населения на Псковской земле —  Псков, Псковстат, 2010 —  170 с. (С. 18)
  20. Александровский посад // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  21. ГАПО. Ф-р 590. Оп.1, д.12, л.33.
  22. Ян Залит в Псковской энциклопедии. Архивировано 3 февраль 2014 года. 2014 йыл 3 февраль архивланған.
  23. 23,0 23,1 23,2 Талабы: остров Залетова? //Псковская Провинция, № 8 (9502), 02/03/2011 2013 йыл 3 июль архивланған.
  24. Газета «Известия». 1918. 26 октября, Сборник материалов и документов по истории Псковского края. стр. 449. Архивировано 28 май 2013 года. 2013 йыл 28 май архивланған.
  25. Олег Дементьев. Остров слёз. Дата обращения: 29 апрель 2011. Архивировано 28 октябрь 2007 года. 2007 йыл 28 октябрь архивланған.
  26. Талабские острова: Осторожно, вызывают зависимость!