Талалаев Владимир Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Талалаев Владимир Тимофеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 17 май 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Эшмәкәрлек төрө патологоанатом[d]
Эш биреүсе 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты[d]
Уҡыу йорто Императорский Новороссийский университет[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Талалаев Владимир Тимофеевич ( 17 май 18861 сентябрь 1947, Мәскәү) — совет патологоанатомы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1942). 1946 йылдан КПСС ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дон губернаһының Нижнекундрюченская станицаһы казактары ғаиләһендә тыуған. 1907 йылда Талалаев Одесса гимназияһын, 1912 йылда — Император Новороссийск университетының медицина факультеты тамамлай. Шул уҡ йылда Мәскәү университетының медицина факультетына инә, патологик анатомия кафедраһы прозекторының өлкән ярҙамсыһы була, 1915 йылда — өлкән ассистент, 1926 йылда 1-се Мәскәү дәүләт университеты медицина факультетының патологик анатомия кафедраһында приват-доцент була[1].

Бер үк ваҡытта Иҫке-Екатерина дауаханаһында эшләй[2]. 1918 йылда был дауаханаһының патоморфологик бүлексәһе мөдире була (артабан М.Ф. Владимирский исемендәге Мәскәү өлкә ғилми-тикшеренеү клиника институты). Шулай уҡ 1930 йылдан 1941 йылға тиклем Врачтарҙың белемен камиллаштырыу буйынса үҙәк институтта патологик анатомия кафедраһы мөдире була[3].

Талалаевтың төп хеҙмәттәре ревматизмға арналған, ул йөрәк тышсаһындағы ревматик гранулёманы өйрәнә (Ашофф — Талалаев гранулемаһы). 1929 йылда «Киҫкен ревматизм» монографияһын баҫтырып сығара, уның өсөн 1936 йылда Халыҡ-ара антиревматик лиганың премияһын ала. Шулай уҡ Талалаевтың эштәре упкә шешеүенә, сенсибилизацияға һәм аллергияға, сепсис морфологияһына, үт ҡыуығында таш ауырыуҙарына һәм башҡа проблемаларға арналған. 1923 йылда ул анатомик препараттарҙы әҙерләүҙең пластинкалы ысулын эшләй[3].

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Талалаев Фирғәнәлә 4-се Мәскәү институтын ойоштороуҙа ҡатнаша, патологик анатомия һәм патологик физиология кафедраһын еткәләй, прозектор сифатында эвакуация госпиталдәрен хеҙмәтләндерә. 1943 йылда Мәскәүгә кире саҡыртып алына һәм Мәскәүҙең эвакуация госпиталдәренең баш патологоанатомы итеп тәғәйенләнә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең баш патологоанатомы урынын биләй[1]

Новодевичье зыяратында ерләнгән. 1949 йылда М.Ф. Владимирский исемендәге Мәскәү өлкә ғилми-тикшеренеү клиника институтының патологоанатомия корпусына Талалаев исеме бирелә, унда уның бюсы ҡуйылған[2]. Шулай уҡ Талалаев исемендәге ике премия булдырылған: РСФСР һаулыҡ һаҡлау министрлығының Мәскәү медицина институтында һәм Мәскәү өлкә ғилми-тикшеренеү институтында аспиранттар өсөн. 1953 йылда Талалаевтың һайланма фәнни хеҙмәтәре нәшер ителгән[1]

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 G.A. Frank, M. Sh. Knopov, V. K. Taranukha. Vladimir Timofeevich Talalaev (on the occasion of the 130th anniversary of his birth) // Архив патологии. — 2016. — № 3.
  2. 2,0 2,1 Талалаев Владимир Тимофеевич // Москва: Энциклопедия / Глав. ред. А. Л. Нарочницкий. — М. : Советская энциклопедия, 1980. — 688 с. — 200 000 экз.
  3. 3,0 3,1 Талалаев Владимир Тимофеевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.