Эстәлеккә күсергә

Таптыков

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таптыҡ битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Таптыков
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Өфө районы

Координаталар

54°36′22″ с. ш. 55°47′21″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 252 860 001

ОКТМО коды

80 652 460 101

ГКГН номеры

0520079

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Таптыков (Рәсәй)
Таптыков
Таптыков
Таптыков (Башҡортостан Республикаһы)
Таптыков
Таптыков (Өфө районы)
Таптыков

Таптыков (рус. Таптыково) — Башҡортостандың Өфө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 734 кеше[1]. Почта индексы — 450533, ОКАТО коды — 80252860001.

Фараз итеүҙәренсә, Өфө өйәҙендә подпоручик Е. З. Таптыковтың биләмәһендә йәшәгән краҫтиәндәр нигеҙ һалған. 1787 йылдан билдәле. Мырҙахан, Баман тигән атама менән дә йөрөтөлгән (по фамилии одного из владельцев Н. И. Мырҙаханов тигән бай фамилияһынан). Башҡорттар был ауылды Таптыҡ тип атап йөрөтә.

1865 йылда 67 йортта 404 кеше йәшәгән. Улар игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән.

1906 йылда ауылда һыу тирмәне булғаны теркәлгән. XX быуаттың 30-сы йылдарында Таптыков ауылына XIX быуаттың 1-се яртыһында барлыҡҡа килгән Баженово ауылы ҡушылған. Ауыл янында тарихи Таптыков нығытмаһы (городище) һаҡланған. Бындай нығытмалар халыҡ йәшәгән урынды ур менән ҡамап (тәрән итеп соҡор ҡаҙып, тупрағын ҡырына бейек итеп өйөп)[2] , һаҡланыр өсөн эшләнгән. Нығытманың ситен кирбес йәки бағаналар менән диуар эшләп тә ҡоймалағандар[3] .

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 734 355 379 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапханаһы бар.

  • Район үҙәгенә тиклем (Өфө): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Авдон): 7 км
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993, — 477-се бит
  • Городища // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 4 т. — СПб., 1907—1909
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993, — 477-се бит
  3. Городища // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 4 т. — СПб., 1907—1909