Эстәлеккә күсергә

Тарасов Евгений Михайлович (ғалим)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарасов Евгений Михайлович (ғалим)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 22 февраль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Һамар дәүләт тимер юл университеты
Уҡыу йорто Һамар дәүләт тимер юл университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Тарасов Евгений Михайлович (22 февраль 1953 йыл) — ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004), профессор (2005).

Евгений Михайлович Тарасов 1953 йылдың 22 февралендә Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Киҫтәнле-Ивановка ауылында тыуа.

1971 йылда Ырымбур өлкәһе Абдулла ҡалаһының 6-сы урта мәктәбен тамамлай. 1971 йылда Электровоз һәм тепловоз машинисы ярҙамсыһы аттестатын алғандан һуң Кинел станцияһында машинист ярҙамсыһы булып эшләй. 1980 йылда Куйбышев тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлай. Уҡыуы менән бер рәттән тотороҡһоҙ факторҙарҙың йоғонтоһо байтаҡ булған шарттарҙа поезд хәрәкәте менәнн интерваллап идара итеүҙең вариант системалары торошон билдәләү ысулдарын уйлап табыу менән шөғөлләнә. 19751979 йылдарҙа йәйҙәрен студент отряды составында Байкал-Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнаша, 1980 йылда Төньяҡ тимер юлында кабель селтәре төҙөлөшөндә була.

Институтты тамамлағандан һуң шунда уҡ ғилми-тикшеренеү секторына кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһына тәғәйенләнә. 1989 йылда Мәскәү тимер юл транспорты инженерҙары аспирантураһын тамамлай, «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1990 йылдан тимер юл транспортында автоматика, телемеханика һәм элемтә кафедраһы доценты. 19911999 йылдарҙа — электротехника факультеты деканы. 19992007 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса проректор. 2004 йылдан — техник фәндәр докторы. 2005 йылдан тимер юл транспортында автоматика, телемеханика һәм элемтә кафедраһы профессоры. 2014 йылдың 1 сентябренән Һамар дәүләт тимер юлдары университеты проректоры. Асыштары Куйбышев, Волга буйы һәм Көньяҡ‑Көнсығыш тимер юлдарында индерелгән.

Ҡатыны — Тарасова Елена Викторовна, уҡытыусы. Ҡыҙҙары бар.

XIX быуаттың классик әҙәбиәте. Радиоһәүәҫкәр.

Фәнни һәм ғилми-нәшриәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

240-тан ашыу фәнни һәм методик хеҙмәт, шул иҫәптән — 35 уйлап табыу, 4 монография һәм 28 уҡыу-методик эшләнмә авторы. Уның етәкселегендә 1 техник фәндәр докторы һәм 9 техник фәндәр кандидаты әҙерләнә. Халыҡ-ара транспорт, Халыҡ-ара экологик һәм йәшәү именлеге, Социаль технологиялар һәм урындағы үҙидаралыҡ академияларының мөхбир ағзаһы.

Төп фәнни хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тарасов Е. М., Носырев Д. Я., Левченко А. С., Мохонько В. П. Научные основы контроля диагностирования тепловозных дизелей по параметрам рабочих процессов. (монография). — Самара, СамГУПС, 2001.
  • Тарасов Е. М. Инвариантные системы контроля состояний рельсовых линий. (монография). — Самара, СамГУПС, 2002.
  • Тарасов Е. М. Математическое моделирование рельсовых цепей с распределенными параметрами рельсовых линий. — Самара: Изд-во «СамГАПС», 2003. — 118 с. (с грифом УМО).
  • Тарасов Е. М. Принципы распознавания в классификаторах состояний рельсовых линий. (монография). — М., Маршрут, 2004.