Тарҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тарҡан
Tarkan
Tarkan (9).jpg
Венала фанаттар менән осрашыу
Төп мәғлүмәт
Исеме

Һүсәметтин Тарҡан Теветоғлу

Тыуған

17 октябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (47 йәш)

Тыуған урыны

Альцай, Германия

Ил

Төркиә Төркиә
Германия Германия

Һөнәрҙәре

йырсы, продюсер, музыкант

Жанрҙар

поп-музыка, фолк-поп, данс-поп

Хеҙмәттәшлек

Сезен Аҡсу, Назан Өнжәл

Лейблы

HITT, Urban, Universal Music Group, Istanbul Plak

Наградалар

World Music Award 1999

Oфициальный сайт
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

Һүсәметтин Тарҡан Теветоғлу (төр.  Hüsamettin Tarkan Tevetoğlu Hüsamettin Tarkan Tevetoğlu; 17 октябрь 1972 йыл, Альцай, Рейнланд-Пфальц, Германия), бөтә донъяла Тарҡан булараҡ киң билдәлелек алған — төрөк йырсыһы, үҙ йырҙарын башҡарыусы һәм продюсер. Төркиәлә концерттары ваҡытында үҙенең шоуҙары менән илгә көслө йоғонто яһағаны арҡаһында «Поп-Музыка Принцы» тип йөрөтәләр[1]. Тарҡан бер нисә платина альбом сығарған, улар 19 миллионлап данала  һатылған[2]. 1997 йылда асылған «HITT Music»  музыка компанияһының хужаһы. Тарҡан — инглиз телендә бер йыр ҙа йырламайынса Европала билдәлелек алған берҙән-бер артист.  Тарҡан шулай уҡ Төркиәләге «The World Music Award» премияһына лайыҡ булған берҙән-бер башҡарыусы булып тора.

«Rhapsody» музыка порталы Тарҡанды уның «Şımarık» тигән йыры менән Европа поп-музыкаһы тарихында төп йырсы  тип таныған [3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарҡан Германияның Альцай ҡалаһында Али менән Неше Теветоғлуҙар ғаиләһендә тыуа. Уға исемде 60-сы йылдарҙа Төркиәлә киң билдәле булған юмористик китаптың геройы хөрмәтенә бирәләр[4]. 2009 йылда Тарҡанға төрки халыҡтарының мифик батыры хөрмәтенә исем ҡушылғаны билдәле була. Тарҡан — уның икенсе исеме, ә беренсеһе Һүсәметтин (төрөк. Hüsamettin) «үткер ҡылыс»[5] тигән мәғәнәгә эйә.

Ата-әсәһе милләте буйынса төрөктәр, Германияға иҡтисади кризистан һуң күсеп китәләр. Атаһы яҡлап  Тарҡандың туғандары — хәрби, мәҫәлән, олатаһы — Рус-төрөк һуғышы батыры[6]. Тарҡандың әсәһенең беренсе иренән тыуған ата башҡа, инә бер Аднан ағаһы, Гюлай һәм Нурай апалары бар. Үҙ туғандары — ағаһы Хакан һәм һеңлеһе Хандан. Тарҡанға 13 йәш булғанда, ғаилә Төркиәгә ҡайтырға була[7]. 1995 йылда Тарҡандың атаһы 49 йәшендә инфаркттан мәрхүм була. Тарҡандың әсәһе өсөнсө тапҡыр кейәүгә бара, был ире архитектор Сейхун Ҡаһраман була[8].

Музыкаль карьераһының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркиәгә ҡайтҡас, Тарҡан Ҡарамүрселе ҡалаһында музыкаға өйрәнә башлай, артабан Истанбул музыка академияһына китә. Истанбулда аҡсаһы ла, таныштары ла булмай, туйҙарҙа йырсы булып йәшәрлек аҡса эшләп йөрөй. Бер тапҡыр Германияға барғанында Тарҡан «İstanbul Plak» лейблының хужаһы Мәхмәт Соютоулу менән таныша. Һуңынан ул Тарҡандың 1992 йылда сыҡҡан «Yine Sensiz» тигән дебют альбомын продюсерлай. Альбомды яҙҙырғанда Тарҡан ул саҡта бер кемгә билдәле булмаған композитор — Озан Чолаҡолу менән таныша һәм әлеге ваҡытта ла уның менән эшләй. Альбом төрөк йәштәре араһында бик уңышлы була, сөнки Тарҡан традицион төрөк музыкаһына көнбайыш ноталары ҡушып ебәрә. 


1994 йылда «Aacayipsin» тигән икенсе альбомы сыға. Был ваҡытта Тарҡан  композитор Сезен Аҡсу менән хеҙмәттәшлек итә башлай, ул альбом өсөн ике йыр яҙа. Был ике йырҙың береһе һуңынан «Şıkıdım» тигән Европа синглына ингән «Hepsi Senin Mi?» тигән йыр була. Ошо уҡ йылды  Тарҡан Нью-Йоркта уҡыуын дауам итеү һәм инглиз телен өйрәнеү өсөн АҠШ-ҡа китә.  Шунда  «Dön Bebeğim» тигән йырға клип төшөрөлә. Америкала Тарҡан Әхмәт Эртүгүнде осрата, ул «Atlantic Records»  тигән американ лейблын нигеҙләгән була һәм Тарҡандың инглиз телле йырҙарына продюсерлыҡ итергә теләк белдерә. Тарҡандың беренсе инглиз телле альбомы Әхмәттең вафатынан һуң,  2006 йылда, сығарыла.

Европалағы уңышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1997 йылда Тарҡан «Ölürüm Sana» тигән өсөнсө альбомын һәм «Şımarık» синглын сығара, ул Төркиәлә бик үтемле була. Европала сингл ике йылдан «Şıkıdım» менән бергә сыға. Йырҙар уңыш ҡаҙанғанлыҡтан Европала «Tarkan» тигән йыйынтыҡ донъя күрә. Шул уҡ йылды Тарҡан һатылған альбомдар өсөн «World Music Awards» наградаһына лайыҡ була. Унан һуң «Bu Gece» синглы сыға.

2000 йылда Тарҡандың «Şıkıdım» һәм «Şımarık» тигән йырҙарҙың авторы Сезен Аҡсу менән аралары боҙола. Контрактты өҙгәндән һуң Сезен авторлыҡ хоҡуғын төрлө башҡарыусыларға һата башлай, улар йырҙың каверҙарын эшләй. Мәҫәлән, Холли Валанс — «Kiss Kiss», ә Филипп Киркоров «Ой, Мама Шика Дам» йыры итеп йырлай.

Армия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарҡанға 1995 йылда бирелгән ғәскәри бурысын үтәүҙе кисектереү 1998 йылда тамамлана, һәм 1999 йылда ул армияға саҡырыу ала. Ошо сәбәпле ул Европала «Tarkan» тигән йыйынтығын сығарғандан һуң Төркиәгә ҡайтмаҫҡа була. Был матбуғатта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, ә Төркиә парламенты Тарҡанды төрөк гражданлығынан мәхрүм итеү ихтималлығын да  ҡарай. [9][10]. 1999 йылдың август аҙағында Измитта ер тетрәгәндән һуң ҡаза күргәндәр фондына 16 мең доллар түләгәндәргә хәрби хеҙмәт мөҙҙәтен 28 көнгә ҡалдырыу тураһында закон сығарыла [11]. Бынан файҙаланып, Тарҡан 2000 йылда Төркиәгә ҡайта һәм 28 көнгә ғәскәри хеҙмәткә барып ҡайта. Армияға китер алдынан Тарҡан Истанбулда хәйриә концерты бирә[12].

«Karma»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2001 йылда Тарҡан Төркиәлә «Pepsi» компанияһының йөҙө була. Ошо уҡ ваҡытта «Karma» альбомы һәм «Kuzu-Kuzu» менән «Hüp» тигән ике синглы сыға. Альбом Төркиәлә лә, Европала ла сыға. Рәсәйҙә Тарҡан шулай уҡ популяр йырсыға әүерелә. Европала альбом 1 миллион дана тираж менән һатыла[11].  Был альбом элеккеләренән ныҡ айырыла. Музыкаль стиле менән бергә  Тарҡандың тышҡы ҡиәфәте лә үҙгәрә. Ул сәсен оҙон итеп үҫтереп, тар салбар һәм иҙеүе ысҡындырылған күлдәк менән майка кейә. Был тенденцияны Төркиәнең күп  егеттәре эләктереп ала.[13] . Вудсток фестивалендә Тарҡан халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса менеджеры буласаҡ Майкл Лангты осрата, уның фекеренсә, «Тарҡан —  бына тигән артист һәм был уңышы әле башланғыс ҡына. Ул биш йылдан да йондоҙ буласаҡ һәм юғалмаясаҡ. Юҡ, ул йондоҙ булып ҡаласаҡ[14]

2001 йылда «Тарҡан — йондоҙ күренеше» (төрөкTarkan – Yıldız Olgusu) тигән китап һатыуға сыға, ләкин авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа тип, суд ҡарары менән һатыуҙан алына [./Таркан#cite_note-15]. «Hüp» тигән йырына төшөрөлгән клип арҡаһында тағы бер янъял ҡуба, был клиптағы үбешеүҙе тамашасылар порнография тип баһалай. Ләкин клипҡа тыйыу һалынмай, һәм ул Төркиәнең «Kral» музыкаль каналының премияһына дәғүәләшеүгә тәҡдим ителә. 

«Pepsi» компанияһының йөҙөнә әйләнгәндән һуң Тарҡан 2002 йылғы донъя чемпионатында төрөк йыйылма командаһының рәсми тылсымы ителә,  был ваҡиғаға ҡарата  яҙған «Bir Ölürüz Yolunda» йыры көйәрмәндәр өсөн гимнға әүерелә. 

Dudu[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2003 йылдың йәйендә Таҡан «Dudu» тигән мини-альбомын сығара, был үҙенең «HITT Music» тигән хосуси  лейблында сыҡҡан тәүге эше була. Альбом Төркиәлә 1 миллион дана һатыла, ә Рәсәйҙә «Dudu» йыры «Йыл йыры» тип табыла[15]. Ошо уҡ йылды Тарҡан «Tarkan» тигән атамалы үҙ хушбуйын сығара.

Музыкаль стиле менән бергә йырсының йөҙ-ҡиәфәте йәнә үҙгәреш кисерә.  Хәҙер ул ҡыҫҡа сәсле, кейеме лә ябайыраҡ, был тышҡы күренеш һәм гламур уның музыкаһын һатыу ысулы түгеллеген билдәләй  — «Минең ни тиклем ылыҡтырғыс күренеүем йә бейеүем мөһим түгел бит, мин эшләгән музыка мөһим[16]

Инглиз телле альбом[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инглиз телендә альбом сығарыу фекере Тарҡанға 1995 йылда уҡ, Әхмәт Эртүгүн менән осрашҡас та килә, ләкин элекке продюсеры менән көйлөлөк булмағанға эш кисектерелә. 2005 йылдың  октябрендә Тарҡан, ниһайәт, «Bounce» тип аталған беренсе инглизсә синглын яҙҙыра. Ә «Come Closer» альбомы ярты йылдан «Universal Music» лейблында сығарыла. Альбомды яҙҙырырға Тарҡанға бик күп билдәле йырсылар менән эшләгән авторҙар ярҙамлаша.  Августа «Start To Fire» тигән икенсе синглы сыға. Көҙ Тарҡан Европа турнеһына китә. Альбом продюсерҙар иҫәп тотҡан кимәлдә уңышлы булмай, ә Төркиәлә 110 мең дана ғына һатыла [17].

«Metamorfoz»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007 йылда төрөк телендә «Metamorfoz» альбомы сыға. Ул тәүге ике аҙна эсендә 300 мең дана һатыла.  Дүрт йырға клиптар төшөрөлә. Альбомға ҡарата тәнҡитселәрҙең фекере төрлө була, берәүҙәр Тарҡан әүәлге хәленә ҡайтҡан ти, икенселәр — киреһенсә. 2008 йылда бынан алдағы альбом йырҙарының ремиксы — «Metamorfoz Remixes» донъя күрә. 

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрөк матбуғатында, йәнәһе, Тарҡандың үҙен гей тип таныған интервьюлары баҫыла[18]. Ләкин төрлө телешоуҙарҙа ул быны инҡар итә[19][20]. Ете йыл буйы ул  Билге Озтүрк (Bilge Öztürk) менән осраша, әммә 2008 йылда айырылышалар[21]. Тарҡан әйтеүенсә, ул үҙенән ауырға ҡалған ҡыҙға ғына өйләнәсәк[22]. 2016 йылдың 29 апрелендә  Тарҡан  30 йәшлек Пынар Дилеккә өйләнә, быға тиклем дә уның менән  5 йыл бергә булалар.  Истанбулда ранчоһы бар, унда ағастар үҫтерә, йәнлектәр тота [23]. Нью-Йоркта 5 млн долларлыҡ фатиры бар[24].

Наркотиктар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың 26 февралендә Тарҡан Төркиәнең билдәле музыканты Омерли виллаһында Истанбул наркополицияһы тарафынан тотола, унда тағы ун кеше була. Бөтәһен дә полиция бүлексәһенә алып китәләр, медицина тикшереүе үткәрәләр һәм һорау алалар. Тарҡан төрөк полицияһының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәш сиктәрендәге операцияһы  барышында тотола. Тарҡанға бер йылдан ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай, ул «наркотиктарҙы ҡулланыуҙа, һатып алыуҙа, һаҡлауҙа һәм һатыуҙа» ғәйепләнә. Истанбул прокуратураһының ғәйепләү һығымтаһында ошо хаҡта әйтелә. Тарҡандың виллаһында 12,5 грамм нәшә табыла. Һорау алғанда Тарҡан, йәнәһе, алты йыл элек наркотик ҡуллана башлағанын һәм хәҙер дауаланырға теләүен белдерә. Ләкин был хәбәр ялған булып сыға. Ҡулға алып өс көн тотҡандан һуң йырсыны иреккә сығаралар. Шунда уҡ уның адвокаты Тарҡандың виллаһында кокаин табылыуы тураһындағы раҫлауҙы кире ҡаға [25].

Дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Студияла яҙылған  альбомдары
  • 1992: «Yine Sensiz»
  • 1994: «Acayipsin»
  • 1997: «Ölürüm Sana»
  • 2001: «Karma»
  • 2003: «Dudu»
  • 2006: «Come Closer»
  • 2007: «Metamorfoz»
  • 2010: «Adımı Kalbine Yaz»
  • 2016: «Ahde Vefa»
Йыйынтыҡтары
  • 1999: «Tarkan»
  • 2008: «Metamorfoz Remixes»
Синглдары
  • 1998: «Şımarık»
  • 1999: «Şıkıdım»
  • 1999: «Bu Gege»
  • 2001: «Kuzu-Kuzu»
  • 2001: «Hüp»
  • 2005: «Bounce»
  • 2006: «Start The Fire»
  • 2016: "Cuppa"
Төркиәлә генә сығарылған промосинглдары
  • 2002: «Özgürlük İçimizde»
  • 2002: «Bir Oluruz Yolunda»
  • 2005: «Ayrılık Zor»
  • 2008: «Uyan»
  • 2010: «Sevdanın Son Vuruşu»
  • 2012: "Benim Sadik Yarim Kara Topraktir"

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Turk Prince of Pop. Chacko, Jessica © Hillsdale Collegian. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012. 11 ноябрь 2004 тикшерелгән.
  2. News Bulletin. The Sofia Echo. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012. 26 май 2006 тикшерелгән.
  3. Key Artists in Euro Pop. Rhapsody. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012. 18 май 2007 тикшерелгән.
  4. Sezgin Burak's Tarkan. Sezgin Burak Foundation. 3 май 2007 тикшерелгән.
  5. Tarkan News Coverage in Brief. Osmanli, Adelind © Tarkan Deluxe. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012. 29 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  6. Tarkan'ın dedesi teşkilatçıydı. Sabah (2007-07-15). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012.
  7. Tarkan finds his moves take him across borders  (инг.). CNN. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 май 2013. 10 май 2013 тикшерелгән.
  8. Annesini evlendirdi (He got his mother married) — Hürriyet
  9. Tarkan Fransa ve Belçika’da pop listelerinde hizla yükseliyor — Milliyet
  10. Turkish star’s trouble over 'explicit' video — BBC
  11. 11,0 11,1 Pop Music's Young Turk. Washington Post. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012. 18 ноябрь 2001 тикшерелгән.
  12. Making Moves, A Tarkan Documentary. Tarkan DeLuxe & MKP © 2005. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012. 31 май 2005 тикшерелгән.
  13. Tez, Mehmet.
  14. Sarıbaş, Şermin.
  15. Award for Dudu from Russia. Aksam Magazine. Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 сентябрь 2007. 6 июнь 2004 тикшерелгән.
  16. Tarkan’ın imaj tarihçesi (Tarkan’s image history) Hürriyet
  17. MÜYAP: 2006 Foreign albums
  18. Tarkan'ın belalısı gözaltına alındı (Tarkan trouble-maker under arrest)
  19. Arman, Ayşe.
  20. Arman, Ayşe.
  21. Bilge sonunda konuştu (Bilge finally talks) — Hürriyet
  22. Gay değilim, evliliğe inanmam (I’m not gay, I don’t believe in marriage) — Milliyet
  23. Özcan, Tarkan ile komşu oldu (Özcan and Tarkan became neighbours) — Akşam Gazetesi
  24. Tarkan'ın ABD’deki evinin değeri 5 milyon dolar oldu!
  25. Таркан задержан с поличным  (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012. 2 май 2010 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]