Татарстан — Яңы Ғасыр
Татарстан — Яңы Быуат | |
татар. Татарстан — Яңа Гасыр, рус. Татарстан — Новый Век | |
Ил | |
---|---|
Тапшырыу зонаһы | |
Эшләй башланған ваҡыт | |
Сайт |
Татарстан — Яңы Быуат (татар. Татарстан — Яңа Гасыр) — Татарстандың ике дәүләт телендә тапшырыусы телерадиокомпанияһы. Уның составына Татарстандың берҙән-бер юлдаш каналы — ТНВ, «Болғар радиоһы» (2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем — «Яңы ғасыр» радиоһы), «Love-радио» радиоһының Ҡазан филиалы, «На волне Татарстана — Татарстан дулҡынында» гәзите инә. 2012 йылдың 15 июненән яңы «ТНВ—Планета» каналы тәҡдим ителде. Өфөлә хәбәрсе пункты эшләй.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асыҡ акционер йәмғиәте 2001 йылдың 17 майында теркәлде.
- Канал 2002 йылдың 26 авгусында эшләй башланы.
Логотибы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Телеканал үҙенең эшмәкәрлек осоронда логотибын алмаштырҙы, хәҙергеһе — икенсеһе.
- 2002 йылдың 26 авгусынан 2007 йылдың 2 сентябренә тиклем логотип өс хәрефле ТНВ яҙыуынан — симметрия һыҙыҡтары күк, ә логотип үҙе 30 процентҡа тиклем аҡ төстә үтә күренмәле ине һәм ул экрандың өҫкө һул мөйөшөндә торҙо.
- 2007 йылдың 3 сентябренән хәҙерге ваҡытҡа тиклем логотип өс йәшел таҫманан тора (һәр таҫма үҙенә айырым йәшел төҫмөргә эйә), унда «ТНВ», аҫтағы өлөштә «ТАТАРСТАН» һүҙҙәре яҙылған. Ул экрандың өҫкө уң мөйөшөнә ҡуйылған.
Программала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аудитория[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Телеканалдың потенциаль аудиторияһы — 35 миллион кеше. Ер юлдашы аша ТНВ Рәсәй төбәктәренә, БДБ илдәренә, Азия менән Европа илдәренең күпселегенә үҙ сигналын тарата.
Һылтамалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Интернет сайт 2011 йылдың 2 сентябрь көнөндә архивланған.