Эстәлеккә күсергә

Татра милли паркы (Словакия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тaтр милли паркы (Словакия)
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку!
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны738 km2 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[1 ғинуар 1949 йыл]] 
Урынлашыуы
49°10′49″ с. ш. 19°55′10″ в. д.HGЯO

spravatanap.sk
Словакия
Точка
Тaтр милли паркы (Словакия)
 Татра милли паркы Викимилектә
Плесо штрбск күлдәре, Бейек Татр.

Татр милли паркы (словак. Tatranský národný park; ҡыҫҡаса ТАNAP) — Словакиялағы туғыҙ милли паркттың береһе. Төньяҡ Үҙәк Словакия биләмәһендә Татр тауҙарында урынлашҡан. Парк эшмәкәрлеге урындағы бай флора һәм фаунаны, ҙур күләмле эндимик төрҙәрҙе, шул иҫәптән Татр кәзә-антилопаһын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Татр милли паркы Словакия биләмәлерендәге Көнсығыш Татр һәм Көнбайыш Татр өлөштәренә тура килгән Бейек Татр тау һырттарын ҡурсалай[1]. Милли парктың көнбайыш өлөшө Жилин крайына, ә көнсығыш өлөшө Прешов районына тура килә.

Милли парк 738 км² (284.9 квадрат миль) майҙанды биләй, парк тирәһе биләмә майҙаны — 307 км² (118.5 квадрат миль), дөйөм майҙан — 1045 км²[2].

Парк билмәһендә 600 км оҙонлоғондағы йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар тәҡдим итәлә[3], велосипедсылар өсөн махсус билдәләнгән 16 юл төҙөлгән.

Көнбайыш Татр Osobitá, Roháče, Sivý vrch (Көлһоу тау), Liptovské Tatry (Липтов Татр), Liptovské Kopy, Červené vrchy (Ҡыҙыл тау) тауҙарына бүленгән. Көнсығыш Татр Vysoké Tatry (Бейек Татр) һәм Belianske Tatry (Белйән Татр) тауҙарынан тора.

Словакияның иң бейек нөктәһе Gerlachovský štít (2655 метр) парк биләмәһенә тура килә. Был шулай уҡ Татр һәм Карпат тауҙарының иң бейек урыны. Көнбайыш Татрҙың иң бейек нөктәһе Bystrá (Тиҙ) тауы 2248 метр, Белйән Татрҙарында Havran (Ҡарға) тау — 2152 метр бейеклектә.

Күлдәр һәм шишмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк биләмәһендә йөҙҙән артыҡ тау күле бар. Veľké Hincovo pleso майҙаны буйынса иң ҙур (0,2 км²), һәм иң тәрән (58 метр) күл булып тора.

Štrbské Pleso (Штрбски Плесоһы) ҡасабаһының тирә яғы ике диңгеҙ һыу бассейнына ҡарай. Көнсығыш яҡтағы шишмәләр Балтик диңгеҙе бассейнына ҡараған Попрад йылғаһының башы булып тора. Көнбайыш яҡтан башланған шишмәләр Ҡара диңгеҙгә ҡойған Váh (Ваһ) йылғаһының ҡушылдыҡтары. Тudenovodské, Kmeťov, Vajanského, Roháčsky, Skok билдәле шарлауыҡтар булып иҫәпләнә.

Белйән мәмерйәһе

Милли парк биләмәһендә 300-гә яҡын мәмерйә бар, әммә Бәлйән мәмерйәһенә (Belianska jaskyňa) генә инеү рөхсәт ителгән. Мәмерйә Лендаҡ (Lendak) ауылы янында урынлашҡан.

Бөгөнгө көндә билдәле иң оҙон мәмерйә системаһы булып, Javorinka мәмерйәһе тора.

Татр милли паркы Словакияның иң боронғо паркы, ул 1949 йылдың 1 ғинуарында раҫланған. 1987 йылда парк биләмәһенә өлөшләтә Көнбайыш Татр тауҙары ла ҡушыла.

1992 йылда Польшалағы Татр милли паркы менән берлектә ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһына индерелә.

Парк һәм уның тирә-яҡ буфер зонаһы биләмәләре 2003 йылда аныҡлана. 2004 йылдан алып милли парк «Natura 2000» экология селтәренә инә.

Экология һәм биота

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геология составы, тупраҡ һәм климат шарттары парктың үҙенсәлекле флора һәм фаунаһы нигеҙе булып тора[4].

Парктың өстән ике өлөшө тиерлек урман, башлыса шыршы һәм Норвегия шыршыһы (Picea abies) менән ҡапланған. Иң күп таралған ағастарҙан Норвегия шыршыһы, ябай ҡарағай, Швейцария ҡарағайы (Pinus cembra), Европа ҡарағасы (Larix decidua), тау ҡарағайы үҫә. Япраҡлы ағастар, бигерәк тә саған, башлыса Белйән Татрында бар.

Парк биләмәһендә яҡынса 1300 төр үҫемлек үҫә, шуларҙың 37-һе Татр, 41-е Карпат, 57-һе көнбайыш Карпат өсөн хас булып тора. Татр өсөн хас үҫемлектәрҙән Cochlearia tatrae, Saxifraga aizoides, Erysimum wahlenbergii, Erigeron hungaricus һәм башҡалар киң билдәле.

Татр кәзә — антилопаһы.

Хайуандар донъяһы 115 төрлө ҡош, 42 төр һөтимәрҙәр, 8 төр һөйрәлеүселәр, һәм 3 төр ер-һыу (амфибиялар) йәнлектәренән тора. Шулай уҡ умыртҡаһыҙҙар күп. Боҙлоҡ осорона ҡараған реликттарға Branchinecta paludosa креветкалары[5] , өс бармаҡлы тумыртҡа, барҡылдаҡ, баян ҡош, һәм башҡалар инә.

Һөтимәрҙәрҙән Татр паркында ғына хас булған һәм юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған кәзә—антилопа (Rupicapra rupicapra tatrica) йәшәй. Башҡа һөтимәрҙәрҙән һоро айыу, һеләүһен, һыуһар, бүре, төлкө, байбаҡ бар.

Panoráma zo Štrbského Plesa
Panoráma zo Štrbského Plesa
Panoráma zo Štrbského Plesa
Panoráma Batizovskej doliny
Panoráma Batizovskej doliny
Panoráma Batizovskej doliny
Panoráma z Rysov
Panoráma z Rysov
Panoráma z Rysov


  1. Inorganic nature. Tatras National Park (n.d.). Дата обращения: 21 май 2007. Архивировано 21 февраль 2007 года. 2007 йыл 21 февраль архивланған.
  2. A Man and nature. Tatras National Park (n.d.). Дата обращения: 21 май 2007. Архивировано 21 февраль 2007 года. 2007 йыл 21 февраль архивланған.
  3. Príroda TANAPu [Nature of TANAP] (билдәһеҙ). Štátne lesy TANAPu (n.d.). Дата обращения: 21 май 2007. 2007 йыл 9 июнь архивланған.
  4. Living nature. Tatras National Park (n.d.). Дата обращения: 23 май 2007. Архивировано 21 февраль 2007 года. 2007 йыл 21 февраль архивланған.
  5. Jstor.org: Branchinecta paludosa

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]