Эстәлеккә күсергә

Таулыҡай мәҙрәсәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҙрәсә
Таулыҡай мәҙрәсәһе
башҡ. Таулыҡай мәҙрәсәһе
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Республика Башҡортостан Башҡортостан
Ауыл Түбәнге Таулыҡай
йүнәлеш, мәктәп сөнни, хәнәфи
Мәсет Йәмиғ мәсете Түбәнге Таулыҡай ауылы
Диниә назараты, мөхтәсибәт Башҡортостан динә назараты


Таулыҡай мәҙрәсәһе — Ырымбур губернаһының, Үр өйәҙенең Түбәнге Таулыҡай ауылында урынлашҡан урта белем йорто мәҙрәсә, ул XIXXX быуаттарҙа эшмәкәрлек иткән.[1].

Мәҙрәсә XIX быуат урталарында, Ырымбур губернаһы, Үр өйәҙегең, Түбәнге Таулыҡай ауылы йәмиғмәсете янында нигеҙләнә.

Таулыҡай мәҙрәсәһе Ырымбур мосолмандар назаратына буйһондоролған. Шәхси хәйер аҡсаһына тотолған.

1893 йылдан Таулыҡай мәҙрәсәһе үҙ бинаһына урынлаша. Ул ҡаҙаҡ байы Д. Иманбаев аҡсаһына төҙөлгән. Ошо ваҡыттан алын йәдитселек программаһы индерелгән. Ҡаҙаҡ байы хөрмәтенә мәҙрәсә Имамсылар(Имамбайсылар) тип йөрөтөлә башлаған.[2].


1926 йылда "Имамсылар" ябылған.

Уҡытыу бушлай ойошторолған. Таулыҡай мәҙрәсәһенә 7-10 йәшлек ир балалар ҡабул ителгән. Уҡытыу оҙайлығы 7-10 йыл тәшкил иткән.

"Имамсылар" мәҙрәсәһенең уҡыу программаһына дини һәм донъяуи фәндәр керетелгән: Ғәрәп теле һәм Фарсы теле, география, тарих, педагогика, психология һәм башҡалар.

Мәҙрәсәлә башҡорттар, ҡаҙаҡтар, татарҙар белем алған. Уҡыусылар һаны 200-250-гә еткән.

Уҡып сығыусылар араһында Х. Рәхимов, Баймәнов Әлихан Мөхәмәҙей улы, Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһибал улы, Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы, М.С Үтәбәевтар бар.

  • Мөҙәрис(директор) - Хәлиулла Рәхимов ( 1893 йылдан).
  • Ғәбит Сирғалин һәм башҡалар.
  1. Хәҙергә Башҡортостандың Баймаҡ районы.
  2. Утягулов Р. Сакмарский учитель // Атайсал. — 2013. (баш.)
  • Медресе Южного Урала и Приуралья: история и современность: Хрестоматия / сост. Т. М. Аминов. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2010. — 429 с. — ISBN 978-5-87978-659-0.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане / под ред. А. В. Малашенко. — М.: Логос, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-98704-224-0.