Эстәлеккә күсергә

Тачанка (һәйкәл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Тачанка
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе,
ҡала Дондағы Ростов

Тачанка-Ростовчанка — монумент (һәйкәл) Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһының 60 йыллығы йылында Граждандар һуғышы ваҡытындағы Беренсе Атлы армияға бағышлап ҡуйыла.

Гипстан эшләнгән, эсе ҡыуыш һәйкәл 1977 йылда асыла. Тыштан композиция баҡыр табаҡтар менән көпләнә[1]. Монумент Дондағы Ростов ҡалаһына көньяҡтан ингән ерҙә урынлашҡан.

Һәйкәлде скульпторҙар В. Д. Батяй, Б. К. Лапко, А. Я. Косолапов, архитектор П. А. Ибалаков ингән ҙур ижади төркөм эшләй. Коллективҡа 1902 йылғы стачкаға ҙур һәйкәл эшләгән скульптор А. А. Скнарин етәкселек итә[2].

Дондың һул яҡ ярында, Маныч — Батайск — Аҙау һыҙатында 1920 йылдың ғинуарында, тап әле һәйкәл урынлашҡан ерҙә генерал Деникиндың Ирекле армияһының сигенеүсе частары менән Буденныйҙың Беренсе Атлы армияһы араһында алыштар бара. Иҫтәлекле таҡтаташҡа: «1918. Беренсе Атлы армияға бағышлана. Һәйкәл Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһының 60 йыллығы йылында ҡуйылды», — тип яҙылған. Ҡоролманың дөйөм бейеклеге — 15 м. Ул 2009 йылда реставрациялана[3].

Һәйкәлде ҡайһы яҡтан ҡына сығып ҡараһаң да, унда сабып барған дүрт атты күрергә мөмкин. Улар ҡорал ҡуйылған тачанкаға егелгән. Тарихтан мәғлүм булыуынса, тачанкаға өс ат егелә, әммә һәйкәлдә уларҙы театр биналарының фасадындағы кеүек дүртәү итеп һынландырырға ҡарар ителә. Бөтөн скульптура төркөмө тачанка юғары тиҙлектә үтеп киткәндә күҙалланғанса эшләнгән, шуға күрә тәгәрмәстәрҙең энәләре лә, дилбегә лә күренмәй.

  • Легендар тачанка
  • Андрианов В. И. Памятники Дона: рассказ о памятниках и памятных местах Ростовской области / В. И. Андрианов, А. Г. Терещенко. — Ростов н/Д: 1981. — С. 89.
  • Волошинова Л. Донская энциклопедия: 100 уникальных мест Ростовской области // Молот. 2010. — 16 апр. — С. 8.
  • Каминская М. Он создает лицо столицы: [о творчестве ростовского скульптора А. Скнарина] // Наше время. — 2005. — 5 авг.