Эстәлеккә күсергә

Ташлы археологик комплексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ташлы археологик комплексы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урын Хәйбулла районы

Ташлы археологик комплексы — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Фёдоровка ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан бронза быуаты археологик ҡомартҡылары төркөмө[1].

Ташлы археологик комплексы б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2‑се яртыһына ҡарай. Хәйбулла районы Фёдоровка ауылынан төньяҡҡа табан 1,5—2 км алыҫлыҡта табылған. Ҡәберлек һәм тораманан торған ҡомартҡы Аҡъяр һыуһаҡлағысының һыубаҫар зонаһында, Ташлы йылғаһы ярында урынлашҡан.

Ҡәберлектәр

Йылғаның һул ярында урынлашҡан ҡәберлектә 6 ҡурған табылған, уларҙың диаметры 15—20 м, бейеклеге 0,3—0,5 м тәшкил итә. Бишәүһе тикшерелгән; өсәүһенең аҫтында аҫтында таштан эшләнгән ерләү ҡоролмалары табылған.

Ҡурғандарҙың береһе аҫтында түңәрәк диуар-нығытма асыҡланған. Уның эсендәге 9 ҡәбер тикшерелгән, урталағы ҡәберҙә мәйеттең таш йәшниктә ерләнгәне асыҡланған.

Икенсе ҡурған аҫтында бер нисә урында бүленгән 12 метрлыҡ таш нығытма табылған, уға тыш яҡтан бәләкәй таш әйләнә менән ҡойма төкәтелеп, улар эсенә башлыса парлап мәйеттәр ерләнгән. 21 ҡәбер тикшерелгән.

Көнкүреш әйберҙәре

Көнкүреш алып барылған уң яҡ ярҙа ярым ер өй, хужалыҡ соҡоро, усаҡ ҡалдыҡтары табылған. Табылған балсыҡ һауыт-һаба (керамика) Алакүл мәҙәниәтенә ҡарай.

Тораманың дөйөм майҙаны яҡынса 7 мең м², 81 м² майҙан ҡаҙып тикшерелгән. Эш ҡоралдары таштан һәм һөйәктән яһалған, баҡыр шлак киҫәктәре килеп сыҡҡан.

Бер аҙ табылдыҡтар Сарғары мәҙәниәтенә ҡарай.

Ҡомартҡы материалдары Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә һаҡлана.

Ташлы археологик комплексын 1997 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты, «Наследие» («Мираҫ») ғилми-тикшеренеү үҙәге ЯСЙ-һы директоры Никита Сергеевич Савельев асҡан һәм өтикшергән. Ул шулай уҡ БР Хөкүмәте ҡарамағындағы мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса Республика ғилми-методик советы ағзаһы, Өфө археологик хәбәрҙәр ғилми журналы «Уфимский археологический вестник» редколлегияһының даими ағзаһы (ISSN 1814—1692). 1987 йылдан ғилми экспидицияларҙа ҡатнаша, 1997 йылдан экспедиция етәксеһе, 2009 йылдан башлап ҡаҙыныу ысулы менән фәнни эҙләнеүҙәр үткәрә.

Башҡортостан Республикаһы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре территорияһы буйынса 70-тән ашыу экспедицияларҙа ҡатнашҡан һәм бик күп археологик ҡомартҡылар тапҡан. Улар араһында — Ташлы археологик комплексы.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе: Евразия далаһының боронғо күсәбәләре, скифтар осоро, Көньяҡ Уралдың иртә тимер быуаты, археологик мираҫ объекттарын һаҡлау[2].

  • Л.А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л.А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.