Таш йылғалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Таш йылғалар
Рәсем
Commons-logo.svg Таш йылғалар Викимилектә
Витош
Ирәмәл тауындағы таш йылға
Башҡортостан. Белорет районы.Таш йылға
Фолкленд утрауҙарындағы таш йылға

Таш йылғалар (ҡоромдар) - (боронғо төрки qorum «таш һибелмә, ҡая ватыҡтары, һарыҡташтар» тигәндән килеп сыҡҡан[1]) — был термин физик географияла, геологияла һәм геоморфологияла ҡулланыла; ике мәғәнәһе бар:

  1. урыны-урыны менән өс үлсәмле арауыҡта сикләнгән, тәбиғи юл менән барлыҡҡа килгән таш киҫәктәре тупланмаһы, ерҙең өҫкө ҡатламында бер бөтөнлөк булып, утрау рәүешле һибелеп ята;
  2. ер өҫтөндәге ҡатмарлы ҡоролошло күренеш, — курумлэнд, — бер-береһенә терәлеп торған осло һыныҡ ҡырлы таш киҫәктәренең төрлө ауышлыҡта урынлашҡан төркөмө, ул яйлап ҡына хәрәкәт итә ала. Үҙ микроклиматы, гидрологияһы, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бар.

Рәсәй Федерацияһында ҡоромдарҙы өйрәнеү әйҙәүсе фәнни үҙәге -М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты.

Термин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азияның күп кенә өлкәләрендә был термин киң ҡулланыла . Донъя географик әҙәбиәтендә һәм картографияла, Ҡараҡором (тау системаһы) атамаһында нығынған (төркисә «ҡара таш, ҡара ҡая»)[2].

Таш һибелмәләрҙе урыҫ телендә фәнни әйләнешкә "ҡором" (курумы)тип Рәсәй геологы Макеров Яков Антонович «Нагорные террасы Сибири и их происхождение» (1913)тигән монографияһында индергән [3]. Термин башҡа бер нисә телдә лә нығынған. Әммә рәсәй фәнни әҙәбиәтендә башҡа терминдар ҙа осрай: «курум» — «каменистая осыпь», «каменная россыпь», «каменный шлейф», «обломочные накопления», «глыбовая россыпь», «курумовое поле», «каменная река», «каменные моря», «каменный глетчер», «движущийся поток щебня», «курумник», «развалы каменных глыб». Рәсәй тикшеренеүсеһе А. Ф. Глазовский Алтайҙа һәм Саянда «уронник» тигән атама булыуын яҙа[4].

"Вечный зов" фильмында таш йылғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет осороноң иң популяр күп сериялы фильмдарының береһе "Вечный зов"тың тәбиғәт күренештәре Башҡортостанда төшөрөлгән. Улар араһында Белорет тауҙарының таш йылғалары ла бар. Был йылға Белорет районының Отнурок ауылынан йыраҡ түгел тау буйында төшөрөлгән[5][6]

Киң таралған төбәктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Каменные моря
  • Выветривание
  • Геоморфология
  • Дресва
  • Новейшая тектоника
  • Палеоклиматология
  • Склоновые процессы
  • Тектоника плит
  • Траппы
  • Щебень
  • Десерпций
  • Коллювий

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Древнетюркский словарь — Л.: Наука, 1969. — Б. 460.
  2. Иван Кольцов Русская Атлантида. К истории древних цивилизаций и народов — Litres, 2017-01-12. — 389 б. — ISBN 9785457482593.
  3. Макеров Я. А. Нагорные террасы Сибири и их происхождение // Известия Геологического комитета. — 1913. — Том 32. — № 8.
  4. Глазовский А. Ф. Курумы. Проблемы изученности и задачи исследований. Рукопись. Депонирована в РИНИТИ 08.06.1978 г. № 1844-78 Деп.
  5. Где снимали "Вечный зов"http://fb.ru/article/209242/gde-snimali-vechnyiy-zov-istoriya-filma-akteryi-i-roli-gde-byil-snyat-film-vechnyiy-zov
  6. https://www.youtube.com/watch?v=WwHX-kWXMu4

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Будилин Ю. С. О причинах перемещения крупнообломочного материала по склонам // Труды Центрального научно-исследовательского геолого-разведочного института. 1963. Выпуск 56.
  • Воскресенский С. С. Динамическая геоморфология. Формирование склонов. — Москва: Издательство МГУ, 1971.
  • Гончаров А. В. Курумология. — Мiнск: Выдавецтва, 2010. — 80 с.
  • Калинин Э. В. Основные типы гравитационных явлений на склонах // Инженерно-геологическое изучение обвалов и других гравитационных явлений на горных склонах. — Москва: Издательство МГУ, 1969.
  • Романовский Н. Н. Курумовые гольцовые пояса гор. Новосибирск: Наука, 1989—147 с.
  • Тюрин А. И. Генетическая классификация курумов // Вестник Московского государственного университета. Серия геологическая. 1979. № 3.

Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Ирәмәлдең таш йылғаһы
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Тағанайҙың таш йылғалары

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Большая Каменная река. Национальный парк Таганай - особо охраняемая природная территория, памятник природы в Челябинской области.Видео на YouTube
  • Минутка природы. Большая Каменная река. Видеосюжет скомпилированный из фотографииВидео на YouTube
  • Курумы: эволюция под ногами/Илья Любечанский (энтомолог). Новосибирск. 07.02.2012 г.Видео на YouTube