Эстәлеккә күсергә

Таһиров Тойғон Нуриәғзәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Таһиров Тойғон Нуриәғзәм улы (11 декабрь 1924 йыл) — ғалим-геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тажикстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт милли хəрəкəтендә әүҙем ҡатнашҡан, артабан йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре булып танылған Нуриәғзәм Таһировтың улы.

Тойғон Нуриәғзәм (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Нереләғзәм, Нуриләғзәм) улы Таһиров 1924 йылда Өфөлә нарком Нуриәғзәм Таһиров ғаиләһендә тыуа. Башҡорт. Атаһы репрессияға эләккәс, ғаиләһе Урта Азияға, Тажик ССР-ының Сталинабад өлкәһенә күсә.

1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында, Берлин өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 3-сө дәрәжә Дан (12.11.1944), Ҡыҙыл Йондоҙ, ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (18.05.1945, 06.04.1985) ордендары һәм ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.10.1944, 16.05.1945) менән бүләкләнгән. 1945 йылдың майында контузия ала.

Душанбе геология техникумын тамамлай, Памир тауҙары буйлап геологик эскпедицияларҙа ҡатнаша - бер нисә мөһим ятҡылыҡтарҙы аса. Душанбе университетының геология һөнәрен тамамлай. Геологоразведкаға ҙур өлөш индергән өсөн ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, атҡаҙанған геолог исеменә лайыҡ була.

СССР тарҡалып, күп тә үтмәй Тажикстанда граждандар һуғышы башланғас, Тойғон Нуриәғзәм улы ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта.

  • Суровая проза жизни: воспоминания. - Уфа : Китап, 2004. - 158 с.: ил., портр.; 21 см.; ISBN 5-295-03502-6[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тажикстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре