Эстәлеккә күсергә

Абуладзе Тенгиз Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тенгиз Евгеньевич Абуладзе битенән йүнәлтелде)
Абуладзе Тенгиз Евгеньевич
груз. თენგიზ აბულაძე
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  СССР
Грузия[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. თენგიზ აბულაძე
Патронимы йәки матронимы Евгеньевич[d]
Тыуған көнө 31 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][4][1][…]
Тыуған урыны Кутаиси, Грузия ССР-ы[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө 6 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][1][5][…] (70 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия
Ерләнгән урыны Дидубийский пантеон[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө режиссёр[d]
Уҡыу йорто С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Тбилисский театральный институт им. Ш. Руставели[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Кинематографистар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Абуладзе Тенгиз Евгеньевич (груз. თენგიზ ევგენის ძე აბულაძე; 31 ғинуар 1924 йыл6 март 1994 йыл) — совет грузин кинорежиссёры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1980). 1978 йылдан — КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991).

Тенгиз Евгеньевич Абуладзе 1924 йылдың 31 ғинуарында (башҡа сығанаҡтар буйынса 1 ғинуарҙа[6]) Кутаиси ҡалаһында тыуа[7][8]..

Тимер юл техникумын, унан һуң Тбилиси театр институтын (1943—1946) тамамлай, унда Г. А. Товстоногов һәм Д. А. Алексидзела уҡый[9]. 1953 йылда ВГИК (С. Юткевич оҫтаханаһы) тамамлай. ВГИК-тағы уҡытыусылары араһында С. М. Эйзенштейн, Л. В. Кулешов, А. С. Хохлова, А. П. Довженко була. Диплом эше итеп дирижёр Дмитрий Аракишвили тураһында ҡыҫҡа метражлы документаль фильм төшөрә[10].

1953 йылдан — «Грузия-фильм» киностудияһы режиссёры.

1955 йылда Резо Чхеидзе менән берлектә Екатерина Габашвили хикәйәһе буйынса «Лурджа Магданы» тигән фильм төшөрә. 1956 йылда фильм Канн кинофестиваленең ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсында «Уйлап сығарылған сюжетлы иң яҡшы фильм» булараҡ Махсус билдәләүгә лайыҡ була[11][12].

Режиссёрҙың икенсе эше — «Чужие дети» тигән көнкүреш драмаһы — 1958 йылда сыға. Совет тәнҡитселәре фильмды итальян неореализмына оҡшашлыҡта ғәйепләй. Абуладзеның хәҙерге биографтары неореалистарҙың, шулай уҡ ошо йүнәлештә эшләгән кинорежиссёрҙар М. Антониони менән Ф. Феллиниҙың йоғонтоһо шәйләнеүен, әммә шул уҡ ваҡытта режиссёрҙың үҙ поэтик теле булыуын да билдәләй[13][14]. Был фильм да халыҡ-ара фестивалдәрҙә наградаларға лайыҡ була.

1962 йылда Абуладзе Нодар Думбадзеның «Я, бабушка, Илико и Илларион» тигән романы буйынса шул уҡ исемдәге «моңһоу комедия» төшөрә. Фильм киң прокатҡа сыға һәм режиссёрға бөтә Союзда билдәлелек килтерә[15]. Михаил Ромм, картинала грузин халҡы юморы менән философияһының үҙенсәлекле үрелешен билдәләп, фильмға юғары баһа бирә[16].

1967 йылда Абуладзе Важа Пшавела әҫәрҙәре («Алуда Кетелаури» һәм «Гость и хозяин» поэмалары) буйынса «Мольба» фильмын төшөрөп бөтә. Унда хевсурҙар менән кистиндарҙың ҡан дошманлығы тураһындағы сюжеттарҙы, Изгелек менән Яуызлыҡ бәрелеше тураһындағы ҡиссаны, философик интермедияларҙы ҡуллана. Абуладзе "Мольба"ны ижадының төп әҫәре тип һанай һәм трилогияһының артабанғы ике фильмы — «Древо желания» менән "Покаяние"ның йөкмәткеһен философик кимәлдә дөйөмләштереү тип күрә[17]. «Мольба» СССР кинотеатрҙарында күрһәтелмәй тиерлек, әммә 1973 йылда Сан-Ремола (Италия) Халыҡ-ара кинофестивалдең автор фильмдары конкурсында гран-при ала[18].

1974 йылдан Абуладзе Тбилиси театр институтында уҡыта. Институтта кино факультеты асыу тәҡдимен күтәреп сығыусыларҙың береһе була, унда кинорежиссура курсын алып бара. Ошо уҡ йылдан ул — «Грузия-фильм» киностудияһы ижади берекмәһенең беренсе художество етәксеһе.

1978 йылда Еревандан үҙенең 1977 йылда төшөрөлгән «Древо желания» фильмын күрһәтеп ҡайтып килгәндә Абуладзе юл ҡазаһына эләгә. Шофёры һәләк була, Абуладзе ауыр йәрәхәтләнә һәм бер нисә ай дауалана.

Абуладзеның иң әһәмиәтле әҫәре — «Покаяние» фильмы. 1984 йылда төшөрөлә, әммә «кәштәгә» һалына. СССР Кинематографистар союзының беренсе секретары Элем Климовтың тырышлығы менән 1986 йыл аҙағында Кино йортонда "Покаяние"ны ябыҡ күрһәтеү була[19], киләһе йыл башында картина киң прокатҡа сыға[20]. «Покаяние» Үҙгәртеп ҡороу барышында Сталиндың шәхес культын фашлау кампанияһының тамғаһы булырлыҡ күренешкә әйләнә.

Фильм СССР һәм сит ил кинофестивалдәрендә күрһәтелә, күп һанлы наградаларға, шул иҫәптән Канн кинофестивале Гран-прийына лайыҡ була.

1976 йылдан Абуладзе — Грузия Кинематографистар союзы идараһы секретары.

1978 йылдан — КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ депутаты (19891991).

Тормошоноң һуңғы йылдарында Абуладзе кино төшөрөү менән шөғөлләнмәй. 1994 йылдың 6 мартында Тбилисиҙа вафат була. Дидубе пантеонында ерләнгән.

  • Атаһы — Евгений Моисеевич Абуладзе, табип.
  • Әсәһе — Александра Яковлевна Абуладзе, һөнәре буйынса иҡтисадсы, әммә эшләмәй, йорт хужабикәһе булып өйҙә генә тора.
  • Ҡатыны — Мзия Махвиладзе, актриса
    • Улдары: Гия (Георгий), архитектор; Каха Абуладзе, архитектор; Иракли Абуладзе, юрист.
    • Ейәндәре: Георгий Абуладзе; Мариам Абуладзе; Тамара Абуладзе.

Нәфис фильмдар

  • 1955 — Лурджа Магданы (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1958 — Чужие дети
  • 1962 — Я, бабушка, Илико и Илларион
  • 1967 — Мольба
  • 1971 — Ожерелье для моей любимой
  • 1977 — Древо желания
  • 1984 — Покаяние

Документаль фидьмдар

  • 1953 — Дмитрий Аракишвили (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1954 — Государственный ансамбль народного танца Грузии (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1954 — Наш дворец (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1965 — Сванские и Тушетские зарисовки
  • 1972 — Музей под открытым небом (документаль телефильм)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Грузин ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961)
  • Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1966)
  • Дағстан АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • Грузин ССР-ының Шота Руставели исемендәге дәүләт премияһы (1979)
  • Ленин премияһы (1988)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус билдәләү, «Лурджа Магданы», 1956)
  • Эдинбургтағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Почётлы диплом, «Лурджа Магданы», 1956)
  • Хельсинкиҙағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Диплом, «Чужие дети», 1959)
  • Лондондағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Диплом, «Чужие дети», 1959)
  • Порретта-Термдағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Приз, «Чужие дети», 1960)
  • Тегерандағы Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы фильмдар кинофестивале (Приз, «Чужие дети», 1960)
  • Братиславалағы Халыҡ-ара кинофестиваль (I дәрәжә диплом, «Я, бабушка, Илико и Илларион», 1964)
  • Тбилисиҙағы Бөтә Союз кинофестивале (Диплом һәм Премия, «Ожерелье для моей любимой», 1972)
  • Сан-Ремолағы Халыҡ-ара автор фильмы кинофестивале (Төп приз, «Мольба», 1974)
  • Ригалағы Бөтә Союз кинофестивале (Төп премия, «Древо желания», 1977)
  • Тегерандағы Халыҡ-ара кинофестиваль («Золотой тур» пластинаһы өсөн, «Древо желания», 1977)
  • Карловы Варыҙағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус приз, «Древо желания», 1978)
  • Италияның «Давид ди Донателло» милли кинопремияһы («Древо желания», 1979)
  • Кабургтағы (Франция) Халыҡ-ара романтик фильмдар кинофестивале (Приз, «Древо желания», 1983)
  • Киевтағы Бөтә Союз кинофестивале (Приз һәм Диплом, «Ожерелье для моей любимой», 1984)
  • Тбилисиҙағы Бөтә Союз кинофестивале (Төп приз, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Гран-при, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Халыҡ-ара киноматбуғат федерацияһы призы, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Экуменик (христиан) жюри призы, «Покаяние», 1987)
  • Чикаголағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус приз, «Покаяние», 1987)
  • «Ника» премияһы, номинациялар: «Лучший игровой фильм», «Лучшая режиссёрская работа», «Лучшая сценарная работа» (Н. Джанелидзе һәм Р. Квеселава менән берлектә) («Покаяние», 1987)
  • Иң яҡшы сит ил фильмына тәнҡит призы, Польша («Покаяние», 1988)
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 https://www.moma.org/artists/46055 (ингл.)
  3. 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #123404843 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Абуладзе Тенгиз Евгеньевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Tengis Abuladse // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  6. Абуладзе, Тенгиз Евгеньевич
  7. Новая Российская энциклопедия: в 12 т. / Редкол.: А. Д. Некипелов, В. И. Данилов-Данильян, В. М. Карев и др. — М.: ООО «Издательство „Энциклопедия“» Т. 2 А — Баяр, 2005. — 960 с.: ил.
  8. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  9. Кваснецкая, 2009, с. 99
  10. Кваснецкая, 2009, с. 1212
  11. Кваснецкая, 2009, с. 2222
  12. Исмаилова, Н. Абуладзе. http://art.1september.ru (2004). Дата обращения: 3 ғинуар 2011. Архивировано 8 февраль 2012 года. 2013 йыл 10 май архивланған.
  13. Кваснецкая, 2009, с. 56—6056—60
  14. Левченко, Я. Тенгиз Абуладзе: поэзия цвета и тоски. cinematheque.ru (31 ғинуар 2009). Дата обращения: 1 ғинуар 2011. Архивировано 8 февраль 2012 года. 2009 йыл 26 ноябрь архивланған.
  15. Абуладзе, Тенгиз Евгеньевич // Энциклопедия «Кругосвет».
  16. Кваснецкая, 2009, с. 40—4140—41
  17. Кваснецкая, 2009, с. 6363
  18. Кваснецкая, 2009, с. 65—6765—67
  19. Кваснецкая, 2009, с. 143143
  20. Богомолов, Ю. Прощание с мифами. Известия (21 февраль 2002). Дата обращения: 1 ғинуар 2011. Архивировано 8 февраль 2012 года.
  • Кваснецкая, М. Г. Тенгиз Абуладзе. Путь к «Покаянию». — М.: Культурная революция, 2009. — 200 с. — ISBN 9785250060516.
  • Кто есть кто в России и в ближнем зарубежье: Справочник. — М., Издательский дом «Новое время», «Всё для вас», 1993. — ISBN 5-86564-033-X