Эстәлеккә күсергә

Тефта Ташко-Коко

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тефта Ташко-Коко
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Албания
Тыуған көнө 2 ноябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Эль-Файюм[d], Мысыр
Вафат булған көнө 22 декабрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (37 йәш)
Вафат булған урыны Тирана, Албания
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Яман шеш
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Парижская Высшая национальная консерватория музыки и танца[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
 Тефта Ташко-Коко Викимилектә

Тефта Ташко-Коко (алб. Tefta Tashko-Koço; 2 ноябрь 1910, Әл-Фәйүм, Мысыр22 декабрь 1947, Тирана, Албания) — Албания опера йырсыһы.

XIX быуатта йырсының ата-бабалары Ғосман империяһының (хәҙерге Албанияның) Фрашери ауылын ташлап китеп Мысырға йәшәргә күсә. Тефтаға 11 йәш тулғанда атаһы вафат була, һәм ул ғаиләһе туған яғына Корча ҡалаһына әйләнеп ҡайта. 1927 йылда Тефта ғаиләһе менән бергә Францияның Монпелье ҡалаһына күсенә, бында ул музыка мәктәбен тамамлай. 1932—1935 йылдарҙа Парижда Милли консерваторияла белем ала (педагогтары Жана Сере һәм Лео Берманди).

Тирана зыяратында йырсының ҡәбере

1935 йылдың ноябрендә Албанияға ҡайта һәм шунда уҡ концерт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай, илдең иң популяр йырсыларының береһе булып китә. Концерттары илдең барлыҡ эре ҡалаларында үткәрелә һәм улар ҙур ажиотаж менән оҙатып барыла[3]. Концерттарҙа Тефта менән бергә пианистар Тонин Гуаразиу, ә һуңынан Лола Алекси сығыш яһайҙар.

1930-сы йылдар аҙағында йырсының тәүге фонограмма яҙмалары килеп сыға. Тефта репертуарында Албанияның төрлө төбәктәренең йырҙары була, улар араһында «Kroi fshatit tone», «Dola ne penxhere» һәм «Zare trendafile» бигерәк тә ҙур популярлыҡ яулай. 1940 йылда йырсы Кристо Кочоға кейәүгә сыға. 1941 йылда парҙар Миланға бара һәм үҙенең йырҙарын профессиональ тауыш яҙҙырыу ҡоролмаһында яҙҙырып ала[4]. Шулай уҡ Италияла Тефта бер нисә итальян операларында (шул иҫәптән «Травиата» һәм «Севилья цирюльнигы») сығыш яһай.

Италиялағы турне барышында йырсының һаулығы насарая, бигерәктә был улы Эно тыуғандан һуң ныҡ һиҙелә. 1944 йылда Албания фашистарҙан азат ителгәс, туған иленә ҡайта һәм албан радиоһында бер нисә радио-концерт уҙғара. Тираналағы Миша Иордан сәнғәт мәктәбендә вокал буйынса дәрестәр бирә.

1946 йылды һаулығы үтә ныҡ ҡаҡшағас, дауаланыуға СССР-ға ебәрелә, бында Тефтала яман шеш ауырыуын табалар. 1947 йылда Тирана ҡалаһында вафат була.

Үлгәндән һуң Албанияның халыҡ артисы исеме бирелә. 1973 йылда уның тураһында Këndon Tefta Tashko Koço (Тефта Ташко-Коко йырлай) тигән документаль фильм төшөрөлә. Тирана урамдарының береһенә уның исеме бирелгән.

  1. Tefta Tashko-Koco // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  2. Tefta Tashko Koço // Discogs (ингл.) — 2000.
  3. Albanian urban lyric song in the 1930s, Volumes 1-2 By Eno Koço Page 60-62 ([1])
  4. Albanian urban lyric song in the 1930s, Volumes 1-2 By Eno Koço Page 53 ([2])
  • Robert Elsie: A Biographical Dictionary of Albanian History. I.B. Tauris: 2012, s. 435. ISBN 978-1-78076-431-3.
  • Eno Koço, E vërteta e vdekjes së babait, rozm. Blerina Goce, Tirana Observer 25 III 2005.
  • Alma Mile, Teuta Koço, jo thjesht një pinjolle, Shekulli 28 IX 2007.
  • Flori Slatina, Portrete artistesh, Tirana 1999.