Тиверск
Тиверск | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Васильево[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ленинградская область/Приозерский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | 3 км юго-восточнее посёлка |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Тиверск Викимилектә |
Тиверский ҡаласығы (Тиверский ҡала, Тиверск, фин. Tiurinlinna) — карел һәм новгородлылар ултыраҡтарының боронғо нығытма ҡалдыҡтары. Ленинград өлкәһе Приозерский районының Васильево ҡасабаһынан яҡынса 4 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылъяҙмалар һәм башҡа тарихи документтар күрһәтеүенсә, XIV—XV быуаттарҙа тап «Тиверский ҡаласығы» булған. «Тиверск» атамаһы төрлө сығанаҡтарҙа бары тик XIX быуатта ғына осрай башлаған.
Ҡаласыҡтың тәүге карелса исеме — Тиури, Тиурин-линна (карел. tiuri, tiveri — шарлауыҡ, перекат һәм карел. linna — ҡала) тигәнде аңлата.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, башта карел Тиурин-линна ҡаласығы Вуокса йылғаһындағы Тиури утрауында Тиверский тупһалары янында IX быуаттан да һуң түгел барлыҡҡа килә, тип әйтелә. Был ултыраҡ карел ырыуының тиврулец төркөмөнөң баш ҡалаһы була — "карел биш ырыу балалары"ның береһен шулай атағандар[2], һуңынан ул Тиверский удел кенәзлегенең баш ҡалаһына әйләнә. Ҡаласыҡта Новгород осорона тиклемге дәүергә ҡараған әйберҙәр тапҡандар: XI быуаттағы көнбайыш европа тәңкәһе, билбау ырғаҡтары, беләҙек, бәләкәй ҡыңғырау, муйынсаҡ, балта— улар X — XII быуат башына ҡарайҙар.[3]
Ҡапма-ҡаршы фекер бар, уға ярашлы, Тиверск ҡалаһы XIV быуатҡа тиклем булмаған, ул XIII быуатҡа йәки XIV быуатҡа ғына ҡарай, тип әйтелә[4] Беренсе тапҡыр Тиверский ҡаласығы "Яҡын һәм алыҫ рус ҡалалары исемлеге"ндә телгә алына, ә был исемлек, тарихсы фекеренсә, XIV быуат аҙағында ғына төҙөлгән:[5] «А се Залескии: ..Ладога камен. Орешек. Корельскыи. Тиверьскии..»
Xiii-xiv быуаттарҙа Тиверск ҡаласығы төбәктең иң яҡшы нығытылған ҡәлғәләренең береһе булып тора, уның стратегик маҡсаты, Корел менән Выборг араһындағы һыу юлын дошмандан һаҡлау һәм уны Корел ҡәлғәһенә үткәрмәү була. Беренсе тапҡыр уны шведтар, моғайын, 1295 йылда, Корелаға (Кякисалмиға) поход яһағанда юҡ иткән.
1323 йылда Тиверск ҡаласығы янынан Орехов килешеүе буйынса Новгород һәм Швеция араһындағы сик үткән була.
Яҡынса 1330-сы йылдарҙа, Новгород воеводаһы Корелянин Валита заманында, ҡаласыҡ бейек валдар һәм күп өлөшө — ҙур йоморо таштарҙан һалынған бейек таш диуар менән уратып алынған.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
- ↑ Грамоты Великого Новгорода и Пскова. М.—Л., 1949 № 286, 287, 291
- ↑ Кочкуркина С. И. Археологические памятники корелы (V—XV вв.). Л., 1981.
- ↑ Кирпичников А. Н. Каменные крепости Новгородской земли Л, 1984, с. 145
- ↑ Исторические записки. — М., 1952. — Т. 40. — с. 214—259. Тихомиров М. Н. «Список русских городов дальних и ближних»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. И. Кочкуркина. Древнекарельские городища эпохи Средневековья. Петрозаводск, 2010. — 262 с.
- Кочкуркина С. И.. Археологические памятники корелы (V—XV вв.). Л., 1981.
- Uino Pirjo. Ancient karelia (Arheological studies). Helsinki, 1997.
- Бубрих Д. В. Происхождение карельского народа. Петрозаводск, 1947.
- Сакса А. И. Итоги изучения карельских крепостей эпохи средневековья //Раннесредневековые древности Северной Руси и её соседей. Л., 1990.
- Сакса А. И. Карельская земля в 12-14 вв. Л., 1984.
- Сакса А. И. Русь и корела. //Памятники старины. Концепции. Открытия. Версии. Псков — С-Пб., 1997.
- Финно-угры и балты в эпоху средневековья. Археология СССР. Под ред.: Рыбаков Б. А. — М., 1987 г.
- Финны в Европе. В 2-х томах. — М., 1990 г.