Тикеев Фаил Солтан улы
Фаил Солтан улы Тикеев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Иглин районы, Иҫке Ҡобау ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
филология, тарих |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре кандидаты |
Тикеев Фаил Солтан улы (19 август 1950 йыл) — тел белгесе, тарихсы, педагог. Тарих фәндәре кандидаты (2004), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фаил Солтан (Әхмәтсолтан) улы Тикеев 1950 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ы Иглин районы Иҫке Ҡобау ауылында тыуған. Атаһы — Әхмәтсолтан Вәлиәхмәт улы, математика уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, әсәһе — Сәймә Ғабдулла ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы, ағаһы — Тикеев Данис Солтан улы, тел белгесе[1]. Шәжәрәһе XVII—XVIII быуаттар сигендә йәшәгән ҡобау-мең ырыуы вәкиле Тикәйгә барып тоташа[2].
1967 йылда тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай. 1968 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта ике йыллыҡ журналистика курстарын тамамлай[1].
Институтты тамамлағас, Фёдоровка районы Денис ауылында яңы асылған урта мәктәптә директор булып эшләй. 1970—1980-се йылдарҙа Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбендә ете йыл директор вазифаһын үтәй. Унан һуң Таутөмән тимер юл мәктәбендә — уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, Иглиндың 95-се урта һөнәри-техник училищеһында уҡытыусы булып эшләй[1].
1990-сы йылдарҙа Башҡортостан телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитетында директор урынбаҫары, «Башҡортостан» гәзитендә хәбәрсе, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә директор урынбаҫары булып эшләй[1].
2004 йылда Мәскәү дәүләт педагогия университетында аспирантураны тамамлай. Тарих фәндәре докторы И. В. Белоусов етәкселегендә «1925 йылғы РСФСР Конституцияһын тикшереү һәм ҡабул итеүҙең тарихи тәжрибәһе» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].
1999 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһы «Ғилем» нәшриәтенең директор урынбаҫары, 2001—2013 йылдарҙа директоры вазифаларын башҡара. Бер үк ваҡытта 2008—2011 йылдарҙа [[Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты]]ның мәғлүмәт-полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһында — доцент, 2007—2013 йылдарҙа Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Өфө филиалында китап нәшер итеү кафедраһы доценты һәм профессоры булып эшләй[1].
2013—2016 йылдарҙа Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр була.
Иглин районы тарихында тәүге тапҡыр «Дәүер» исемле башҡорт телендә гәзит ойоштороуҙа ҡатнаша.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фаил Солтан улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт телен уҡытыу синтаксисына, башҡорт тел ғилемен, РСФСР Конституцияһын, Иглин һәм Нуриман райондары тарихын һәм бөгөнгөһөн, башҡорттарҙың ҡобау ырыуын өйрәнеүгә арналған[1].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Край родной, Иглинский // Авт.-сост. Тикеев Ф. С., Хусаинова Г. Т. и др.— Уфа: Гилем, Информреклама, 2002.
- Тикеев Ф. С. Вторая Конституция РСФСР. Опыт разработки и принятия. — Уфа: Гилем, 2005. — 127 с.
- Школьное образование в Иглинском районе РБ (Авт.-сост. Ф. Загирова, Ф. Тикеев). — Уфа: Гилем, 2006. — 207 с.
- Тикеев Ф. С. Академическое книгоиздание в Башкортостане. — Уфа: Гилем, 2008. — 249 с.
- Тикеев Д. С., Тикеев Ф. С. Хәҙерге башҡорт теле. Синтаксис. — Өфө: Ғилем, 2008. — 376 б.
- Край родной, Иглинский (Авт.-сост. Тикеев Ф. С. Старухина В. Г. Хусаинова Г. Т.) — Уфа: Гилем, 2009. — 320 с.
- Родной край Нуримановский (Авт.-сост. Г. Т. Хусаинова, Ф. К. Загирова, Ф. С. Тикеев). — Уфа: Гилем, 2010. — 260 с.
- Тикеев Ф. С. Башкирское языкознание: становление и история развития (1900—1950 гг.). — Уфа: Гилем, 2013.
- Тикеев Ф. С. Дж. Г.Киекбаев и проблемы башкирского языкознания. — Уфа: Мир печати, 2015. — 97 с.
- История башкирских родов. Кобау. Том 8 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Ф. С. Тикеев, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 192 с. ISBN 978-5-85051-633-8.
- Тикеев Ф. С. Великая Отечественная война. Герои Иглинского района. 1-й том. — 2018.
- Тикеев Ф. С. Старокубовская школа. 100 лет. — 2019.
- Тикеев Ф. С. Шежере рода Тикей. — 2019.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 19 августа тыуғандар
- 1950 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Иглин районында тыуғандар
- Тарих фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Башҡорт теле белгестәре
- Башҡортостан тарихсылары
- Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаусылар