Эстәлеккә күсергә

Тимер ташҡын (повесть)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тимер ағым (повесть) битенән йүнәлтелде)
Тимер ташҡын
Жанр

повесть

Автор

Серафимович Александр Серафимович

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1924

«Тимер ташҡын» — совет яҙыусыһы, беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943), Александр Серафимович Серафимовичтың повесы. Повеста граждандар һуғышындағы реаль ваҡиғалар — Е. И. Ковтюх (романда Кожух) етәкләгән Тамань армияһының 1918 йылдың йәйендәге походы һүрәтләнә.

«Тимер ташҡын» повесын Александр Серафимович 1921 йылдан алып ике йыл ярым дауамында яҙа. Был теманы ул граждандар һуғышы ваҡытында «Правда» гәзитенең хәбәрсеһе булып Халыҡ мағарифы комиссариатының әҙәби бүлеген етәкләгән ваҡытта өйрәнә, төрлө фронттарға күп йөрөй, унда Ҡыҙыл Армия яугирҙәре менән осраша, һуғыш нескәлектәрен өйрәнә. Новороссийскиға һәм Кавказ яр буйҙарына сәфәр ҡыла.

Повеста Граждандар һуғышының реаль ваҡиғалары һүрәтләнгән. 1918 йылдың йәй аҙағы-көҙ башында Тамань армияһы ҡамауҙан сығып ҡыҙылдарға ҡушылыу өсөн поход яһай. Августа Кубанда ихтилал тоҡана, аҡтар ғәскәре Екатеринодарҙы баҫып ала, таманлылар ҡыҙыл ғәскәрҙәре Төньяҡ Кавказда үҙ частарынан бүленеп ҡала. Армияны ҡамауҙан сығарырға ҡарар ителә. Яугирҙәр ғаиләләре менән ҡамауҙан сыға. Улар биш йөҙгә саҡрым тирәһе юлды, аҡ казактар менән алышҡа инә-инә, үҙҙәренә юл ярып үтә. Һөҙөмтәлә Тамань ҡыҙыл ғәскәрҙәре Ҡыҙыл Армия частарына барып ҡушыла һәм Көньяҡ фронтта барған һөжүмдә ҡатнаша.

Серафимовичҡа Тамань армияһы тарихы билдәле була. 1921 йылда был армияның командиры Епифон Иович Ковтюх менән танышҡандан һуң яҙыусының таманлыларҙың походына ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта. Яҙыусының баштағы уйы буйынса «Тимер ташҡын» повесы «Көрәш» эпопеяһының бер өлөшөн тәшкил итергә тейеш була. Тик Серафимовичтың әйтеүе буйынса, һуңғараҡ ул «ҡанһыҙлыҡты тиражлауҙан» баш тарта. «Тимер ташҡын» повесы 1924 йылда тәүге тапҡыр баҫылып сыға.

Әҫәр сюжетында Тамань армияһының Ҡара диңгеҙ яры буйлап Туапсеға Армавир-Туапсе тимер юлы буйынан Ҡыҙыл Армияның төп көстәре менән ҡушылыу өсөн яһаған походы һәм Тамань армияһында 1918 йылда булған үҙгәрештәр тасуирлана. Ярым ас, арыған, донъяла ни барлығын йүнләп аңламаған, бары тик үҙ йәнен һаҡлап ҡалыуҙы төп шәхси ҡиммәт тип һанаған кешеләр колоннаһы командир Ковтюх етәкселегендә тулыһынса аңлы армияға, «тимер ташҡынға» әйләнә һәм фетнә күтәргән казактарҙы һәм аҡ гвардиясыларҙы ҡурҡыуға һала.

Авторҙың уҡыусыларға еткерергә тырышҡан төп идеяһы — кешеләр көсөн берләштереп дошмандан ҡотолорға һәм уларҙы еңергә кәрәк тигән идея. Кожух походының еңеү мөмкинлеге булмауға, армияның бихисап ҡан ҡойғос юғалтыуҙарға дусар булыуына ҡарамаҫтан, армиялағы кешеләр үҙҙәренең кешелек йөҙөн һаҡлап ҡына ҡалмай, хатта тормошта маҡсат һәм граждан булыуға юл, йүнәлеш таба.

Повесть сюжетының нигеҙендә айырым кешеләрҙең яҙмышы түгел, ә халыҡ массаларының яҙмышы ята. Кеше «ташҡынынан» Серафимович Горпина һәм уның ирен айырып күрһәтә. Оло йәштәге Горпинала поход ваҡытында яйлап синыфлыҡты һиҙеү һәм коллективизм тойғоһо уяна.

«Тимер ташҡынының» командиры Кожух автор тарафынан портрет деталдәре, командирҙың биографияһы һәм телмәр үҙенсәлектәре аша дөйөмләштереп ҡылыҡһырлана.

Фильмдар һәм бүләктәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылда режиссёр Ефим Дзиган Александр Серафимовичтың «Тимер ташҡын» повесы буйынса шул атамалы киң форматлы төҫлө нәфис фильм төшөрә. 1967 йылдың 5 ноябрендә ул фильмдың премьераһы үтә. Уны, фильм (прокатка) киң күрһәтеүгә сыҡҡас, 22 200 000 тирәһе тамашасы ҡарай. Ленинградта үткән Бөтә Рәсәй кинофестивалендә «Тимер ташҡын» фильмы иң яҡшы тарихи-революцион фильм булараҡ премияға лайыҡ була, Чикалайолағы (Перу) Халыҡ-ара кинофестивалендә фильм «Боронғо инкыларҙың алтыны» тигән ҙур приз яулай.

  • А. С. Серафивович. Полное собрание сочинений в 11 тт., ред., предисл. и комментарии Г. Нерадова. изд. «Федерация» — «Советская литература», М., 1931—1933.
  • Фатов Н. Н. А. С. Серафимович. Очерк жизни и творчества. Гиз, М. — Л., 1927.
  • Нерадов Г. Художественное мастерства Серафимовича. «Изв. ЦИК СССР и ВЦИК», 1933, 20 января.
  • Серафимович А. Как я писал «Железный поток». «На литературном посту», 1928, IV.
  • Серафимович А. Как я работал над «Железным потоком». Профиздат, М., 1934.

«Тимер ташҡын» тураһындағы фекерҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Вешнев В. «Правда», 1924, № 57, 9 марта
  • Фурманов Д. «Октябрь», 1924, II. О «Железном потоке» А. Серафимовича.
  • Переверзев В. «Печать и революция», 1924, V
  • Саввин Н. «Родной язык в школе», 1927, II (опыт проработки для учащихся)
  • Полянский В. «Красная новь», 1925, III
  • Ковтюх Е. «Октябрь», 1633, IV
  • Кубиков И. Комментарии к повести А. Серафимовича «Железный поток». изд. «Мир», М., 1933
  • Линин А. М. Серафимович — детский писатель // Линин А. М. «Литературные очерки». Ростов н/Д., 1935
  • Писатели современной эпохи, т. I, ред. Б. П. Козьмина. М., 1928
  • Владиславлев И. В. Литература великого десятилетия (1917—1927), т. I. М. — Л., 1928.