Токарева Анна Николаевна
Токарева Анна Николаевна | |
тыв. Анна Николаевна Токарева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Ҡаҙағстан |
Тыуған көнө | 9 февраль 1923 |
Тыуған урыны |
СССР Риддер[d], Восточно-Казахстанская область[d] |
Вафат булған көнө | 30 октябрь 1996 (73 йәш) |
Вафат булған урыны |
Ҡаҙағстан Риддер[d], Восточно-Казахстанская область[d], Ҡаҙағстан |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Токарева Анна Николаевна (9 февраль 1923 йыл — 1996 йыл) — СССР-ҙың сәнәғәт алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Николаевна Токарева 1923 йылдың 9 февралендә Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең (хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаһы) Риддерское ауылында (1941 йылдан — Лениногорск ҡалаһында, 2002 йылдан — Риддер ҡалаһы) эшсе ғаиләһендә тыуған.[1]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда ҡаланың төрлө ойошмаларында башлай. 1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Анна Токарева реагенттар дозировкалаусы, Лениногорск полиметалл комбинатының байыҡтырыу фабрикаһында флотатор һәм өлкән флотатор булып эшләй (хәҙер «Казцинк» компанияһы составында). 1964 йылда ҡурғаш-баҡыр концентраттар бүленешенең цианидһыҙ ысулын етештереүҙе индереүҙә ҡатнаша. Был ысул ҡурғаш, цинк һәм руданан цинкты сығарыу иретелгән алтындың юғалыуын минимумға еткерергә мөмкинлек бирә һәм баҡыр концентратының сифатын күтәрә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 20 майындағы Указы менән төҫлө металлургияны үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Токарева Анна Николаевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1969 йылда Анна Николаевна Токарева Лениногорск полиметалл комбинатынан төҫлө металлургия хеҙмәтсәндеренең Бөтә Союз кәңәшмәһенә вәкил итеп һайлана[2]
Производство эшмәкәрлеге менән бер рәттән, йәмәғәт эштәре меннә дә шөғөлләнә. Ҡаҙаҡ ССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы (1967—1971) депутаты һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының Лениногорск ҡала Советы депутаты итеп һайлана. Анна Николаевна ҡала халҡының мәҙәни-көнкүреш тормош шарттарын яҡшыртыуға һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә, шефҡа алынған мәктәпкә йөрөй.
Хаҡлы ялға союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер булып сыға, Ҡаҙағстан Республикаһының Риддер ҡалаһында йәшәй. 1996 йылда вафат була.
Ҡаҙағстан Республикаһының Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе дәүләт архивының Риддер филиалында А. Н. Токареваға ҡараған документтар бар
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Ленин ордены
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1946),
- «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» (1949)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1955)
- «СССР төҫлө металлургияһының социалистик ярыш отличнигы» билдәһенә лайыҡ була (1957).[1]
- Лениногорск ҡалаһының почетлы гражданы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Флотация
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шығыс Қазақстан облысы [Мәтін] : энциклопедия — Токарева Анна Николаевна. — Алматы : Қазақ энциклопедиясы, 2014.
- Герои Социалистического Труда — казахстанцы. Т. 1. — Алма-Ата : Казахстан , 1969.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Токарева Анна Николаевна
- ↑ Токарева Анна Николаевна 2020 йыл 26 февраль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 февралдә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 30 октябрҙә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Ҡаҙағстанда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар